Ҡәләмиәт19.04.2013
Күләгә

Яҡты ҡайҙан төшөүенә ҡарап,
Бара арттан, яндан, хатта алдан...
Әммә күләгә юҡ үҙ Хужаһын,
Теләһә лә, мотлаҡ уҙа алған.

Бына хикмәт: ҡайсаҡ бер Хужаның
Була әллә нисә күләгәһе!
Килә бик күптәрҙең ана ошо
Өнһөҙ "ҡәбиләгә" эләгәһе.

Тик яҡтылыҡ булған ерҙә генә
Күләгәләр була, тиҙәр ҙә бит,
Бәғзе берәү ышыҡ урында ла
Шәүлә булып йөрөй — өйрәнгән бит!

Күпме шәүлә, күпме күләгәләр
Ҡабатлайҙар Хужа хәрәкәтен!
Шуға ҡорған улар бар һәләтен,
Юҡ был хәрәкәттең бәрәкәте.

Әйтерһегеҙ: былар беҙгә мәғлүм,
Тел талдырып, зинһар, һөйләмәсе!
Һөйләмәҫ тә инем, илебеҙҙе
Төҫһөҙөрәк, көсһөҙөрәк итә
Ошо хилаф хәлдең күләгәһе!

Яһалмалыҡ

Һин йылмайҙың,
мин дә ауыҙ йырҙым...
Һин аңланың, мин дә аңланым:
Минең йылмайыуым ялған ине,
Һин, йылмайып, мине алданың.

Йылмайыуға ҡушып, бер-бер артлы
Һүҙ артынан һүҙҙәр ялғанды.
Икебеҙ ҙә ләкин тойоп торҙо
Ихлас әйтер һүҙҙән — ялғанды.

Һин ышандың минең алдауыма,
Мине арбаны һинең ялғаның.
Һин дә уйыңдағын әйтмәй ҡалдың,
Мин дә уны әйтә алманым.

Әйтер инек — юлдар киҫешеүе
Ихтимал бит, шунан шөрләйбеҙ.
Шулай бер-беребеҙҙән
шөрләй-шөрләй,
Тормош тауы буйлап үрләйбеҙ.

Үрләгәндә әгәр берәребеҙ
Тайып китһә, уны күрмәйбеҙ.
Күрмәйбеҙ тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ,
Күрәбеҙ, тик ҡулды бирмәйбеҙ.

Тормош тауы хәтфә үлән түгел,
Тормош тауы ифрат таймалы.
Минең тайыу һинең өсөн ҡулай,
Һинең тайыу миңә файҙалы.

Ә осрашһаҡ, бер-беребеҙгә ҡарап
Йылмаябыҙ, әммә аңлайбыҙ:
Һин дә, мин дә күңел төбөндәген
Ихлас итеп әйтә алмайбыҙ.

Күңелдәрҙе яһалмалыҡ күмгән —
Нисек булһын
телдә ихласлыҡ?
...Ә шулай ҙа,
ҙур уңыштар теләп,
Ҡул ҡыҫышып,
көлөп хушлаштыҡ.


Вернуться назад