Көтмәгәндә һыу баҫып, малын, ҡош-ҡортон, йорт йыһазын, йәғни оҙаҡ йылдар йыйған тотош донъяһын юғалтҡан ауыл халҡының ниндәй ауыр хәлдә ҡалыуын үҙҙәре генә белә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларға үҙ көсөнә генә ышанырға ҡала.
Үҙәк телевидение бите сыйылған Рәсәй малайы хаҡында ай буйы ҡыҙғаныс сюжеттар бирергә мөмкин, әгәр ҙә уны Америка ғаиләһе тәрбиәгә алһа, әлбиттә. Шул уҡ ваҡытта ул үҙебеҙҙәге меңәрләгән баланың аяныслыраҡ яҙмышҡа дусар булыуын күрмәй. Ярлы Африка, Азия илдәренең миллиардтарса доллар бурысын ғәмәлдән сығарабыҙ, ҡеүәтле самолеттарға, караптарға тейәп, меңәр тонна гуманитар ярҙам оҙатабыҙ, ә үҙебеҙҙең халыҡ зыян күрһә, артыҡ аҡса юҡ, беҙҙә бит оптималләштереү бара! Ташҡынға бәйле мәҡәләләр һәм телевидениелағы сюжеттар бер төрлөлөгө менән аптырата. “Халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барыла”, “кәңәшмәләр үткәрелә” икән дә баһа. Ҡайһылай “шәп”!
Башҡортостанда ла яҙғы ташҡын байтаҡ бәлә килтерҙе. Өҫтәүенә һыу аҫтында ҡалған йорттарҙың күбеһе страховкаланмаған. Ошоға бәйле бер гәзит уҡыусыбыҙҙың мажаралары хәтергә төшә. Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендәге йортон страховкаларға тырышыуы бушҡа ғына була уның.
— Нижегородканы һыу баҫа бит, юҡҡа йөрөмәгеҙ, — тип кире бора махсус фирма вәкилдәре.
Баҡһаң, һыу баҫыуҙан страховкалау өсөн йортоң Өфөнөң үҙендә, йәғни тау башында булырға тейеш икән. Тимәк, бөтөн донъяны һыу баҫҡан осраҡта ғына (Өфө диңгеҙ кимәленән 104 метр бейеклектә урынлашҡан) страховкалаусылар ярҙам вәғәҙә итә! Остап Бендер вариҫтары аҡсаһын бер ҙә һыуға һалмай.
Беҙҙекеләр мах бирмәй
Хрущев халыҡ алдында сығыш яһай икән.
— Бер нисә йылдан беҙ бик шәп йәшәй башлаясаҡбыҙ! — тип белдерә ил башлығы.
— Ә беҙ? — тип бер тауыштан һорай тыңлаусылар.
Етәкселәрҙең үҙ донъяһында йәшәүенә, ә ябай халыҡтың үҙ ҡаҙанында ҡайнауына күнегеп тә бөткәнбеҙ. Шулай ҙа түрәләрҙең иҫ киткес шәп йәшәүенә хайран ҡалаһың. Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Игорь Шуваловтың 2012 йылдағы килеме 226 миллион һум тәшкил иткән. Шуныһы ҡыҙыҡ: уның ҡатыны, йорт хужабикәһе Ольга Викторовнаның килеме лә ошо тиклем. Өйҙә ултырыу ҡасандан бирле шул тиклем табышлыға әйләнде һуң? Бына, мәҫәлән, минең ҡатын да өйҙә ултыра, байығанын һис тә тоймайым. Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Юрий Трутневтың килеме лә шул сама — 210 миллион һум. Улар фонында етәкселәре — Президент менән Премьер-министр — үтә ярлы күренә: Путиндың да, Медведевтың да йыллыҡ килемдәре 6 миллион һумға етеңкерәмәй.
Өлкән быуын яҡшы хәтерләй: СССР заманында Америка халҡын ихлас йәлләй торғайныҡ. Йәнәһе, унда ил кимәлендә етәкселеккә дәғүә итер өсөн миллионер булырға кәрәк. Ғорурланырға мөмкин, Американы был йәһәттән дә ҡыуып еттек бит. Хәҙер бүстәк кенә икенсе аҙым яһайһы ҡалды — бөтөн ил менән Америка халҡы кеүек эш хаҡы алыу. Әле Рәсәйҙә уртаса эш хаҡы 27 мең һум иҫәпләнһә, АҠШ-та — 4300 доллар (130 мең һум самаһы).