Ярамһаҡланыу19.04.2013
СССР осоронда беҙ партия (КПСС) ҡарарҙарына һәр саҡ ышандыҡ. Уны ҙурланыҡ, хупланыҡ. Шағирҙар партияны данлап — шиғыр, композиторҙар — йыр, яҙыусылар, драматургтар роман, пьеса ижад итте, йырсылар — йырҙарын, актерҙар ролдәр башҡарып, совет кешеһенең образын тыуҙырҙы. Эшебеҙҙе хуплап партия беҙҙе маҡтаны, тамағыбыҙҙы туйҙырҙы. Был беҙҙең матур итеп ҡалыпҡа һалынған системабыҙ, йәмғиәт төҙөлөшөбөҙ ине.
Шулай ҙа, беҙ дөрөҫ йәшәмәйбеҙ бит, тип партия менән бәхәсләшеп маташҡан кешеләр ҙә булды. Улар илдән ҡыуылды. Минең дә, КПСС сәйәсәтенә ризаһыҙлыҡ белдереп йәшәйем әле, тип уйлаған саҡтарым булды ла, илдән ҡыуылһам, ҡайҙа барам инде, тип ҡурҡтым, партияға, етәкселәргә гел ярарға тырыштым.
1983 йылдар тирәһендә партия аҙыҡ-түлек программаһы ҡабул итте. Филармониябыҙҙа көн тәртибенә ошо программа ҡуйылған йыйылыш бара. Һүҙҙе музыка бүлеге мөдире алды. Ул — урыҫ егете.
— Уважаемые товарищи, наш музыкальный коллектив всегда готов выполнять задания нашей партии. Продовольственная программа нашей партии принята своевременно. Выполняя ее, артисты нашей труппы в свой репертуар включили произведение немецкого композитора Баха "Лунная соната". Композитор Бах — земляк К. Маркса и Ф. Эньгелса. 220 лет тому назад он предвидел, что коммунизм будет строиться в СССР. Лунный свет нужен для колхозов и совхозов. Современный искусствовед Башгосфилармонии В. Аюпова определила, что произведение на высоком уровне объединяет искусство с сельским хозяйством. Художественный диапазон "Лунной сонаты" очень широк. Вот, например: под лунным светом комбайн идет по полю. Это очень впечатляющий пейзаж, который создает положительную, уважительную эмоцию к Центральному комитету и обкому партии нашей республики.
— Слово предоставляется бригадиру эстрадной группы товарищу М. — тине йыйылышты алып барыусы.
— Товарищи, мы, эстрада әртистәре, партиябыҙҙың был программаһын шатланып ҡаршы алдыҡ. Партиябыҙ ҡанаты аҫтында наша жизнь каждый день матурлана бара. Элек, әртистәр үлһә, Затон зыяратына алып барып кидали. Әле Ишмулла Дилмөхәмәтовты матур итеп, с уважением ерләнек. Аҡсаһын министерство культураһы түләне. Так что, һеҙгә лә шулай була. Борсолмағыҙ, в дальнейшем үлгән әртистәрҙе телевидение янындағы зыяратҡа ғына күмәсәкбеҙ. Быны беҙҙең обком партия хәл итте. Хәҙер наша партия тағын решение принимать итте. Аҙыҡ-түлектекен. Беҙ, эстрадниктар, үҙебеҙҙең программаны обновлять иттек. Унда бар "Трактористар" тигән йыр. Ул халыҡты алға өндәй. Музыкаһы маршообразный. Кеше лә, хатта тракторҙар ҙа маршом шагает. "Ураҡсы ҡыҙ"ҙы Фәнүнә Сиражетдинова прямо жаром йырлай. Ауыл хужалығында атһыҙ йәшәп булмай. Шуға күрә беҙ "Ҡара юрға", "Һыбай ҡашҡа" йырҙарын репертуарға алдыҡ. Халыҡ уларҙы дәртләнеп слушать итә. Беҙҙең композиторҙар песнялар писать итә ҡаҙҙар, уткалар хаҡында. Но һыйыр, сусҡа, үгеҙҙәр тураһында песнялар юҡ. Һыйыр малы көн дә молоко бирә. Партиябыҙҙың аҙыҡ-түлек программаһын үтәүҙә активный мал. Уның хаҡында песня писать итеп, зрителдәрҙе шатландырырға кәрәк. "Көтөүсе" тигән песня раньше булды, но сегодня башҡармайҙар. Аҙыҡ-түлек программаһына ул прямо шап итеп торор ине.
Шәмсиғәли төпкөл ауылда тыуып үҫкән. Урыҫса бик насар белә, башҡортса ғына әйтте:
— Мин партиябыҙҙың аҙыҡ-түлек программаһына ярашлы итеп "Умырзая", "Сирен сәскәләре", "Мәтрүшкәләр", "Ромашкалар" йырҙарын алдым, сөнки малдар бесәнһеҙ йәшәй алмай.
— Аҙыҡ-түлек программаһын үтәүҙә һауынсылар ҙур роль башҡара. Беҙ, сәнғәт кешеләре, был хаҡта онотмаҫҡа тейеш. Мин башҡарған йырҙарҙа һауынсы бисәләр исеме күп. Мәҫәлән, "Рәйсә", "Мәҙинәм-гөлкәйем", "Фатима"... — тине йырсы Мостафа.
— Иптәштәр, Фәйзи Ғәскәровтың бейеүҙәре гел ауыл тормошон сағылдыра. Ул да Бах кеүек партиябыҙҙың аҙыҡ-түлек программаһын алдан күргән. Мин — Фәйзи Ғәскәровтың уҡыусыһы. Шуға күрә "Ҡара тауыҡ", "Игенсе" тигән бейеүҙәрем бар.
Партия ҡабул иткән ҡарарҙарҙы төҙөлөш, нефть һәм башҡа сәнәғәт тармағына булһынмы, күп йылдар буйы үҙгәрешһеҙ ҡалған репертуарыбыҙҙы кәрәк яҡҡа бороп һөйләй белә инек. Хәҙер шул уҡ репертуарҙарыбыҙҙы демократтар талап иткән яҡҡа борабыҙ, сөнки хеҙмәтеңә түгел, ниндәй кимәлдә ярамһаҡлана белеүеңә ҡарап өлөш бирелеүен беләбеҙ инде.


Вернуться назад