Балет байрамы18.04.2013
Кисә Өфөлә Рудольф Нуриев исемендәге ХIХ Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале асылды.

Бер аҙна буйы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры ситтән саҡырылған солистар ҡатнашлығында классик, шулай уҡ заманса спектаклдәр ҡуясаҡ.
18-19 апрелдә театр сәхнәһендә Лилиан Кози менән Маринель Стефанескуның труппаһы сығыш яһай. Итальян коллективы ике акттан торған “Sinfonie in balletto” һәм “Чайковский” сюжетһыҙ балеттарын тәҡдим итә. 20 апрелдә ҡуйылған “Баядерка”ла төп партияларҙы Мария театрынан Екатерина Кондаурова менән Петербург театрынан Евгений Иванченко башҡара. 21 апрелдә “Мәскәү” урыҫ камерный балеты солистары “Эдит Пиаф” спектаклендә заманса хореография күрһәтмәксе.


Вернуться назад