Бөйөк шағир рухы ҡыуанғандыр18.04.2013
Шиғриәте, шәхесенең йоғонтоһо үҙ милләтенә һәм төрки халыҡтарға шул тиклем тәрән, көслө булған бөйөк Туҡайҙы урыҫтарҙың Пушкины менән генә тиңләргә мөмкиндер.

"... Өфө йәштәре Туҡайҙың вафатына бер йыл тулыу мөнәсәбәте менән "Туҡай кисәләре" яһай. Өфөнөң ҡыҙҙары, егеттәре Туҡайҙы хөрмәт менән иҫкә төшөрә", — тип яҙа 1914 йылдың апрелендә Мәжит Ғафури.
Туҡайҙың баҡыйлыҡҡа күсеүенә 100 йыл тулыу айҡанлы, Башҡортостан татар ҡатын-ҡыҙҙарының "Сахибжамал" ойошмаһы менән "Ихлас" мәсете тулҡынландырғыс кисә үткәрҙе.
Мосолман ҡанундарына ярашлы, хәтер кисәһе мәшһүр шағир рухына имам-хатип Мөхәммәт Ғәлләм уҡыған Ҡөрьән Кәрим аяттары менән башланып китте. Ни бары 27 йәшендә донъянан киткән Ғабдулла атлы егетте, шул йәшендә Туҡай булып етлеккән әҙипте, ысынбарлыҡтағыса күҙ алдына баҫтырған "Туҡай менән осрашыуҙар" тамашаһы бөйөк шағирҙың ҡыҫҡа, әммә мәңгелек эҙ ҡалдырған фани юлына һоҡланыу уятты.
Сценарий авторы — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рима Ключарева, режиссеры — Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Байрас Ибраһимов. Туҡайҙың шағир һәм кеше булараҡ тулы образы һынландырылды. Тәьҫирләнгән, күптәренең керпек остарында — ынйы тамсы, ҡулдарында ҡулъяулыҡ күренгән тамашасылар Туймазы татар театры артистарын аяғөҫтө баҫып алҡышланы.
Кисәнең Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Динә Мырҙаҡаева алып барған икенсе өлөшө лә, тәүгеһенең тәбиғи дауамы булып, тәрән рухи йөкмәткеһе менән һоҡландырҙы. Уның һәр бер сығышы алдынан Ғабдулла Туҡай, Сәхибжамал Ғиззәтуллина-Волжская тураһында мәғлүмәттәр килтереп, шуларҙы бөгөнгө мәҙәни мөхиткә бәйләп алып барыуы залда ултырыусыларҙа ихлас ҡыҙыҡһыныу уятты.
Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Хановтың бөйөк шағирҙың әҫәрҙәрен сәнғәти уҡыуы, әҙиптәр Риф Мифтахов, Марсель Сәлимов, Дилә Булгакова, Фәниә Ғәбиҙуллина, Лилиә Сәғиҙуллина, Хәлисә Мөҙәрисова, Хәлисә Мөхәмәҙиева, Земфира Муллағәлиева, Рәсим Шәфи-Рәхмәттең; Башҡорт дәүләт университеты, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары Айһылыу Баһауетдинова, Алһыу Ғәлимова, Булат Хөсәйеновтарҙың; дин әһеле, журналист Фатима Фәтҡуллинаның сығыштары, үҙешмәкәр композитор Резида Сабитованың яңы яҙылған "Сәхибжамал" йырын тәҡдим итеүе лә кисәгә йәм өҫтәне. Араларында абруйлы ҡунаҡтар: Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Римма Үтәшева, медицина фәндәре докторы, академик Риза Мағазов һәм башҡалар ҡатнашлығындағы кисәнән тамашасылар рухланып, ойоштороусыларға оло рәхмәттәрен юллап таралышты.


Вернуться назад