Ғаиләлә генә тыуа ысын мөхәббәт...20.12.2011
Был парҙарҙың һәр береһенең бала сағы һуғыш һәм унан һуңғы ауыр йылдарға тура килгән, аслыҡ-яланғаслыҡты һәм ауыр хеҙмәт михнәтен бик иртә үҙ елкәһендә татыған. Шулай ҙа күңелдәре ҡатмаған, төшөнкөлөккә бирелмәй, яҡты киләсәккә ынтылып йәшәйҙәр.
Тормош юлын 50 йыл бергә үткән, ғүмер үренең етенсе тиҫтәһен артылған ғаилә парҙарына бағып, икенсе яртыларына ҡарата саф тойғоларының һүрелмәүенә, тәүге һөйөү хистәрен әлегәсә түкмәй-сәсмәй һаҡлауҙарына һоҡланмау мөмкин түгел. Мөхәббәт, ысынлап та, шулай мәңгелек буламы? Был һорауға һәр ҡайһыһының яуабы бер булды: “Әлбиттә, һаҡлағанда ул тойғо һүрелмәй”.
“Ағиҙел” мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә никахлашыуҙарына 50 һәм 60 йыл тулыуҙы билдәләүсе ғаилә парҙарын тәбрикләү тантанаһы сағыу һәм ҙур ихласлыҡ менән үтте. Байрамдың төп геройҙарынан нур бөркөлөүе уларҙың йәнә бәхетле минуттар кисереүенә ишара ине.
Фәриҙә һәм Йәүҙәт Мәжитовтар ҙа ғаилә ҡәҙерен белә. Саҡмағош егете менән Әлшәй ҡыҙы Салауатҡа юллама буйынса төҙөлөш тармағында эшләү өсөн килгән. “Сибәр ҡыҙ тәү ҡараштан оҡшаны, үҙ-үҙен тотошо менән арбаны. Дуҫлашыуыбыҙға ярты йыл самаһы үткәс, йәшерәк булыуыбыҙға ла ҡарамай, өйләнештек”, — ти ғаилә башлығы.
Мәжитовтар бер ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтергән. Балалары йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килтермәгән. Тәүфиҡлы, игелекле булыуҙары тәү сиратта ата-әсәнең татыулығына һәм ғаилә мөхитенең тыныс булыуына бәйле. Йәүҙәт Йыһанур улының 40 йыл ғүмере төҙөлөшкә бәйләнгән һәм бер ҡайҙа ла һыр бирмәгән, алдынғылар сафында барған, мәҫәлән, 3-сө идаралыҡта ташсы, бригадир һәм мастер ҙа була. Тырыш хеҙмәте лайыҡлы баһалана — Социалистик Хеҙмәт Геройы ул. Фәриҙә Миңләхмәт ҡыҙы башта төҙөлөштә, һуңынан “Салауатнефтеоргсинтез” йәмғиәтендә эшләй. Бергә оҙаҡ ғүмер кисереүҙәренең сере менән ҡыҙыҡһынмай булдыра алманым.
— Бер-береңә юл ҡуя белеү, ихтирам, тормош йөгөн ауырһынмай ҡушлап тартыу — татыулыҡтың нигеҙе. Йәштәргә лә ошо теләктәрҙе еткерәбеҙ, — тине Фәриҙә апай.
— Шөкөр, ҡатынымдан уңдым, ул ғаилә тотҡаһы, ышаныслы терәк була белде, балаларға яҡшы тәрбиә бирҙе, — тине Йәүҙәт ағай ҙур ҡәнәғәтлек менән.
Тантанала ҡатнашыусыларҙың һәр береһе һоҡландырҙы, уларҙан ошо йәштәге кешеләргә генә хас йылылыҡ һирпелде. 32 пар алтын туйын билдәләһә, бер ғаилә 60 йыллыҡ юбилейы уңайынан ихлас ҡотлауҙар ҡабул итте.
Салауат ҡалаһы буйынса ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, ҡулға-ҡул тотоношоп оҙаҡ йылдар ғүмер кисереүселәрҙе ҡотлау һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыу республикала 2003 йылдан алып матур йолаға әүерелгән.
Наилә ЗАКИРОВА.
Салауат ҡалаһы.


Вернуться назад