Әҙәбиәт һөйөүселәр иғтибарына арабыҙҙан йәшләй киткән дуҫыбыҙ Марат Моратовтың бер шәлкем шиғырын тәҡдим итәбеҙ. Ул Учалы районының Илсе ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң ауылда мәҙәниәт йорто директоры булып эшләгән. Тымыҡ океанда Хәрби-Диңгеҙ флотында хеҙмәт иткәс, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған, Учалы, Краснокама райондарында, Нефтекама ҡалаһы мәктәптәрендә директор, тарих уҡытыусыһы булып эшләгән, журналистика менән шөғөлләнгән, шиғырҙар яҙған. Мәҡәләләре, әҙәби әҫәрҙәре урындағы баҫмаларҙа, республика гәзит-журналдарында донъя күрҙе. 1998 йылдан Марат Моратов "Башҡортостан" республика ижтимағи-сәйәси гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булып эшләне, ул — РФ һәм БР-ҙың Журналистар союзы ағзаһы.
***
Кемгә күпме ғүмер бирелгәндер,
Килмәгәнбеҙ Ергә мәңгегә;
Умырзая өсөн яҙмыш бары —
Бер йылмайып шиңер мәл генә.
Йөҙәр быуат торған ҡаялар ҙа
Күтәрмәйҙәр ваҡыт туҙанын.
Тарих хәтеренә һыйып бөтмәй
Кемдәр үлеп, кемдәр тыуғаны...
Ҡартайыу юҡ бары мөхәббәткә —
Тамырҙары уның Йыһанда.
Сығам тимә уның сиктәренә,
Мең ҡат үлеп мең ҡат тыуһаң да.
Бала сағым — арғымағымТекә үрҙәр иңен иңләгәндә,
Арғымағым ярһып сапсыны.
Тик йүгәне ҡалды ҡулдарымда —
Ҡайҙа саптың, атым, атлығып?
Нисәмә йыл инде, һаман шулай
Ҡаяларға табан ашҡынам.
Айҡап уҙам дала киңлектәрен,
Эҙҙәреңә бағып, атҡынам.
Урман шырлыҡтары аҙаштыра,
Ҡырыҫ елдәр ҡыя юлымды.
Тынғы белмәҫ иптәшеңде ташлап,
Төйәк иттең ҡайһы болондо?
Көмөш йүгәнеңде сылтыратам,
Йәйләүҙәрҙе ҡабат күҙләймен.
Зиһен йомғағымды кире һүтеп,
Бала сағым, һине эҙләймен.
Һағыныу Мин һағындым йылы май ямғырын,
Күкрәп-сатнап янған йәшенен.
Ҡайындарҙың шаулап сайҡалыуын,
Саяланған яҙғы ел өнөн.
Уралымдың моңға тулы таңы
Төштәремә инде нисәмә?
Кисәгеләй күҙ алдымда урман,
Тын ҡамыштар, сихри күл, кәмә...
Һулышымда, ерем, һинең тының,
Пак һыуыңдан йөҙөм кипмәгән.
Күҙҙәремдә һинең йондоҙҙарың,
Йөрәгемде хәсрәт үпмәгән.
Йәшәү көсө алам кеүек һинән,
Ауырлыҡтар еңгән сағында,
Алыҫ яҡтар мине үҙ итһә лә,
Тамырҙарым — тыуған яғымда.
Әле булһа аяҡтарым тоя
Тупрағыңдың изге йылыһын.
Күтәрермен, тимен, ҡайтһам ғына
Бәхет туҫтағымдың тулыһын.