Альберт Мифтахов: "Китап — кешенең аңын үҫтергән асҡыс ул"17.04.2013
Республикала ҙур күләмле яңы социаль проект тормошҡа ашырыла башланы. Ул "Балаларға — китап" тип атала һәм балалар йорттарындағы, интернаттарҙағы, ауыл мәктәптәрендәге китапханаларҙы тулыландырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Сараның авторы — "Берҙәм Рәсәй"ҙең төбәк ойошмаһы. Партияның республика башҡарма комитеты етәксеһе Альберт Мифтаховтан проекттың асылы, ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшеү юлдары тураһында ентекләберәк һөйләүен үтендек.

— Альберт Ленар улы, ниңә тап китапты һайларға ҡарар иттегеҙ? Хәҙерге балалар бит китап уҡымай тиерлек.
— Беҙ йәштәрҙең компьютерға өҫтөнлөк биреүенә күнеккәнбеҙ. Хатта ҡайһы берҙә китапты араҡы менән наркотик алмаштыра. Бының менән килешергә ярамай.
— Техник үҫешкә бәйле китап юҡҡа сыға, тиҙәр...
— Ғәфү итегеҙ, бының менән ризалаша алмайым. Кеше уҡыуҙан туҡтай икән, был инде үҫеш түгел, ә деградация. Китап уҡыу ваҡыт үткәреү генә түгел бит. Әлбиттә, был йәһәттән дә уның тиңе юҡ. Ҡулыңа һыра тотоп, эскәмйәлә юҡ-бар һөйләшеп ултырыуға ҡарағанда, китап уҡыу күпкә ҡыҙығыраҡ. Өҫтәүенә китап — кешенең аңын үҫтергән, күңелен асҡан асҡыс ул. Кешелек бүтән асҡыс уйлап таба алмаған. Ә бөгөн беҙ, уны ташлайыҡ, балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ белемһеҙ, битараф күңелле булып үҫһен, тигән фекер менән килешмәксебеҙ. Быға юл ҡуйырға ярамай. "Берҙәм Рәсәй"ҙең проекты — ошо йәһәттән ифрат әһәмиәтле алымдарҙың береһе. Уҡырға мөмкинлеге булмаған балаларҙың барыһын да яҡшы һәм кәрәкле китаптар менән тәьмин итеү зарур.
— Проект етем балаларға ғына ҡағыламы?
— Шул иҫәптән уларға ла. Әле 6 500-ҙән ашыу бала интернаттарҙа, балалар йорттарында тәрбиәләнә. Һуңғы йылдарҙа ошондай балаларға яҡшы шарттар тыуҙырыу өсөн күп көс һалынды. Ә бына китапханаларға, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыш ҡына иғтибар етмәне. Балалар учреждениеларындағы китапханаларҙың күбеһе ярлы, уларҙа кәрәкле мәғлүмәтте табыу еңелдән түгел. Ауыл мәктәптәрендә лә хәл яҡшы тип әйтеп булмай. Ғаиләләрҙең барыһында ла баланы сифатлы китап менән тәьмин итеү мөмкинлеге юҡ. Шуға күрә балалар йорттарына, ауыл мәктәптәренә, дауаханаларына китап бүләк итәсәкбеҙ.
— Китапты ҡайҙан алырға ниәтләйһегеҙ?
— Ошо башланғысҡа битараф ҡалмаған кешеләргә китаптары менән уртаҡлашыу тәҡдимен еткермәксебеҙ.
— Быны нисек тормошҡа ашырырға уйлайһығыҙ?
— 10 апрелдән ирекмәндәр фатирҙар буйлап йөрөй башланы. Проект һәм китаптарҙы тапшырыу адресы тураһында ентекле мәғлүмәтте уларҙан алырға мөмкин. Китапты килтереү ҡыйынлыҡ тыуҙырһа, был бурысты үҙ иңебеҙгә алабыҙ. Проектта ҡатнашҡан һәр кемгә "Берҙәм Рәсәй"ҙән генә түгел, бүләк барып еткән мәктәптәрҙән, балалар йорттарынан рәхмәт белдереләсәк. Минеңсә, ошонан да ҙурыраҡ баһаның булыуы мөмкин түгел.
— Китапханаларҙы тулыландырырға күптәр теләк белдерер тип уйлайһығыҙмы?
— Мәсьәләне тиҙ генә тулыһынса хәл итербеҙ тип раҫлай алмайым. Ләкин хәлде тамырынан яҡшыртасаҡбыҙ. Ярҙамсыл кешеләр беҙҙә бик күп. Тәү ҡарашҡа ғына йәмғиәттә тар күңеллеләр өҫтөнлөк иткән һымаҡ. Бының хаталы фекер икәнлегенә иманым камил. Былтырғы "Яҡташтар" проектын ғына алайыҡ. Ул күпме кешене үҙенә йәлеп итте! Изге эштә ҡатнашырға теләүселәр һәр саҡ табыла. Уны ойошторорға ғына кәрәк.
— Китапты йыйып алыу — ярты эш, уны баланың уҡыуы ла кәрәк бит.
— Әлбиттә. Был йәһәттән уҡытыусылар менән эшләйәсәкбеҙ. Әммә, минеңсә, таныш булмаған меңдәрсә кешенең ошондай бүләк тапшырыуы уҡ балаларҙа "китап" тип аталған мөғжизәгә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятасаҡ, уҡыуға көслө этәргес бирәсәк. Китап йыйыу кампанияһы балаларҙың, үҫмерҙәрҙең, йәштәрҙең иғтибарын йәлеп итер, китап менән яҡынданыраҡ танышыу теләген арттырыр, тип уйлайым. Ошо маҡсатҡа өлгәшеү йәһәтенән тырышлыҡ күрһәтеү һис тә насар түгел.


Вернуться назад