Халыҡ күңеленең көҙгөһө17.04.2013
Халыҡ күңеленең көҙгөһөМең ғазап менән әсирлектән ҡотолған Сәлмән ауылда фронттан да әсерәк яҙмышҡа дусар була. Аңлашылмаған сәйәсәт, ил етәкселәренең, халыҡтың, күршеләренең күңел әсирлеге ҡоршап ала уны. “Пленный”, “дошмандарға хеҙмәт иткәнһең” тип күҙен дә астырмайҙар. Бер туҡтауһыҙ тикшереү, һорау алыу... Еңеү байрамында барсаһын клубҡа саҡыралар, ә уны – юҡ. Хатта бер көн килеп атынан да ҡолаҡ яҙҙыралар. Бындай ҙа аяуһыҙлыҡты, нахаҡты күтәрә алмай яугир йөрәге…

Бөтә халыҡ сәхнәгә төбәлгән. Зал тын ҡалған. Кемдер күҙ йәштәрен һөртөп алды, мыш-мыш килгән тауыштар ишетелде. Хәҙер нимә булыр? Көтмәгәндә военкоматтан лейтенант килеп ингәс, мәрхүмдең ҡатыны, күршеләре йәнә һағайып ҡала. Тағы нимә кәрәк, йәнә нимәһен соҡоналар?
Баҡһаң, яу ҡырында тиңдәшһеҙ батырлыҡ күрһәткән Сәлмәндең ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы Оборона министрлығының Үҙәк архивында “аҙашып” ятҡан. Офицер ана шул наградаларҙы ҡаһармандың күкрәгенә ҡаҙарға килгән. Тик…
Драматург Салауат Әбүзәрҙең “Әсир” драмаһын был юлы профессиональ сәхнә оҫталары түгел, ә Еҙем-Ҡаран ауылының “Ҡараншишмә” халыҡ театры артистары башҡарыуы менән үҙенсәлекле ине.
Һуңғы йылдарҙа халыҡ сәнғәттән алыҫлашты тип һөйләргә әүәҫләнеп алһаҡ та, уға мөкиббән бирелгәндәр, Аллаға шөкөр, бар әле. Бында йөрөгән төрлө һөнәр кешеләрен бер нәмә – театрҙы һөйөү берләштерә. Сәлмән образын тамашасы күңеленә етерлек итеп башҡарған Риф Ихсанов бына 35 йыл сәхнәнән төшмәй. Заманында колхозда эшләгән уҙаман күптән түгел 73 йәшен тултырһа ла, һаман да йәштәрсә дәрт-дарманлы. Уҡытыусы Винер Ғәбдиев – 20 йылдан ашыу театрҙың алмаштырғыһыҙ актеры. Ул “Иң яҡшы ирҙәр ролен башҡарыусы” номинацияһында күп тапҡыр еңеү яулаған. Шулай уҡ Гүзәл Шафиҡова, Рита Мерәҫова, Миңнира Шәйәхмәтова, Флүзә Шәйәхмәтова, Фәнүзә Кәримова, Зәйтүнә һәм Хәләф Искәндәровтар, Дамир Биктимеров, Рәсимә Килмөхәмәтова, Кифая Садиҡова – сәнғәткә мөкиббән, һәләтле, сәхнәне яратҡан кешеләр. Улар ауылдаштарының ғына түгел, хатта күрше райондарҙың да яратҡан артистарына әүерелде.
Һәүәҫкәрҙәрҙең ихлас уйнауы, һәр образдың йөҙөн, характерҙы асыуҙағы телмәр байлығы спектаклгә уңыш килтерҙе. Улар шул дәүер рухын, һулышын оҫта еткереүгә өлгәште.
Еҙем-Ҡарандар 2007 йылда Таңсулпан Ғарипованың “Китмәгеҙ, торналар” тигән драмаһын сәхнәләштереп, “халыҡ театры” тигән исем яулаған. Шуныһы ҡыуаныслы: ҡайһы бер яҡтарҙа халыҡты хатта түләүһеҙ тамашаға йыйып булмағанда, бында эркелеп килә.
Бөгөн халыҡ театрына Рәүилә Килмөхәмәтова етәкселек итә. Һәләтле ханым үҙе лә бер нисә тапҡыр “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ ролен башҡарыусы” номинацияһында еңеп сыға. Режиссер Денира Биктимерованы маҡтап телгә алды ул.
Еҙем-Ҡаран – республикабыҙҙың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙы донъяға бүләк иткән ауыл. Сәнғәтте, мәҙәниәтте яратҡан халыҡ йәшәй бында. Райондың ҡайһы бер ауылдарында үҙешмәкәр сәнғәт тоноҡлана төшһә, бында йылдан-йыл баҙыҡлана.
Мәҙәниәт йорто эргәһендәге драма түңәрәге 1972 йылда ойошторолған. Уны булдырыуға Әлфиә Исҡужина күп көс һалған. Йәш режиссер шунда уҡ Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһын сәхнәләштереүгә йөрьәт иткән. Сәм, дәрт-дарман ташып торғас, эштәр гөрләп барған. Төрлө йылдарҙа бихисап авторҙарҙың әҫәрҙәрен ҡуйып, халыҡ күңелендә театр сәнғәтенә, матурлыҡҡа һөйөү тәрбиәләгән ул. Уларҙың сығышын башҡа ауылдар, хатта күршеләге Архангел районы халҡы ла көтөп ала. Бөтә ерҙә уларҙы яраталар, алҡышлайҙар.
…Көн буйы тын торған мәҙәниәт йортона кискә ҡарай йәнә йән керҙе. Был юлы улар Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһын сәхнәләштерә. “Халыҡ театры” тигән мәртәбәле исемде яҡлап ҡалыу өсөн ошо әҫәрҙе тәҡдим итергә ниәттәре.


Вернуться назад