…Тыумыштан күреү һәләтенән мәхрүм Дональд Бейкер әсәһенең артыҡ ҡурсалауы арҡаһында «ирекле күңел», «ирекле шәхес» төшөнсәләрен дә ишетеп кенә белергә мәжбүр. Аңлашыла, әсә кеше балаһына насарлыҡ теләп ултырмаҫ. Әммә, улын күрмәй тип уйлап, үҙ янында ғына тотҡан, уның иркен танырға теләмәгән (кеше менән аралашыуҙан мәхрүм иткән) ҡатын үҙе лә «һуҡыр» түгелме ни?!
Күңел күҙе күрмәһә, маңлай күҙе – ботаҡ тишеге, тип юҡҡа әйтмәй халыҡ. Әҙәм балаһының да күбәләктәй ирекле булғыһы килә. Әммә ул үҙең теләгәнсә йәшәүҙән генә ғибәрәтме икән? Дональдтың күршеһе Джил Теннер, мәҫәлән, бер кемгә лә бәйле булмауҙы, “бөгөн бар – иртәгә юҡ” прицибын ирекле йәшәү тип белә. Ирекле йәшәү – ул кеше өсөн яуаплылыҡ, кешене ярата белеү икәнлеге башына ла инеп сыҡмай ҡыҙҙың. Шул арҡала күңелһеҙ осраҡтарға йыш тап була ла инде.
Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры сәхнәһендә Леонард Герштың әҫәре буйынса ҡуйылған «Ирекле күбәләктәр» исемле был спектаклгә тамаша ҡылып, күптәр ер йөҙөндә йәшәүҙең мәғәнәһе хаҡында ҡайтанан уйланмай ҡалмағандыр. Әҫәр Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенты Юлиә Һәүбәнованың диплом эше булараҡ ҡуйылды. Әйтергә кәрәк, мәңгелек тема – күңел һәм шәхес азатлығын күтәреп сығыу бөгөн бигерәк тә йәш режиссерға еңелдән булмағандыр. Әммә Юлиә тамашасы күңеленә ошо ҙур проблеманы алып барып еткерҙе, минеңсә.
Залдағылар, геройҙы йәлләп, берсә йәшкә быуылды, берсә һығылып көлдө. Тамаша өсөн иң ҙур баһа – ошо.
Гилүс Минһажев, Дональд Бейкер ролен башҡарыусы:
– Күҙе күрмәгән кешене уйнауы еңелдән түгел. Һуҡырҙарҙың ябай булмаған хәрәкәттәрен өйрәнеүҙән тыш, күңелдә үҙеңде был донъяның матурлығын ишетеп кенә тойоусы итеп күҙ алдына баҫтырырға тура килә. Был йәһәттән, йәш режиссерҙы күберәк актер үҙе өйрәтә, тиһәләр ҙә, уның һәр деталгә иғтибар итеп, ентекле эшләүе ролде тойорға ярҙам итте. Юлиә Һәүбәнованың киләсәге барлығына был үҙе ҙур ишара, тип уйлайым.