Күршеләрҙән ҡунаҡ килә...17.04.2013
Ғабдулла Кариев исемендәге татар дәүләт йәш тамашасылар театры сираттағы гастролдәре менән Башҡортостан Республикаһына юл ала.

17 – 19 апрелдә Өфө тамашасыһына алты спектакль күрһәтеләсәк. Т. Миңнуллиндың "Нигеҙ таштары" комедияһын Татарстан тамашасыһы үҙ итеп өлгөргән. Сәнғәт оҫталары был тәрән эстәлекле спектаклде беҙҙең республика тамашасыһына ла күрһәтергә ниәтләй. Бынан тыш, Өфө тамашасыһы яратып ҡабул иткән "Умырзая" (Ренат Харис), Н. Иҫәнбәттең "Ете ҡыҙ", Р. Ҡорбандың "Бүре һәм кәзә"һе, Ф. Ғәлиевтең (Ғ. Ибраһимов әҫәре буйынса) "Алмасыбар"ы тәҡдим ителәсәк. Спектаклдәр Өфө дәүләт татар "Нур" театры бинаһында күрһәтелә.


Вернуться назад