Ер ауазы13.04.2013
Төштә түгел, өндә ишетәмен
Ер-Әсәнең үкһеп илауын.
Мөлдөрәмә күҙ ҡарашын төбәп,
Ялбарынып ярҙам һорауын.
Зифа ҡайын илай, муйыл һыҡтай,
Ыңғыраша уҫаҡ, тал, тирәк.
Ҡайһы ғына яҡҡа ҡараһам да,
Күңел әрней, һыҙлана йөрәк.
Әсе күҙ йәштәрен түгә-түгә,
Ергә ауҙы мәғрур ҡарағай.
Һуңғы һүҙе булды бахырҡайҙың
"Зинһар өсөн, ярҙам ит, Хоҙай!"
Сылтырап аҡҡан йылғыр шишмәләрҙең
Күптән ишетелмәй ағышы.
Кемдең генә төшә Ер-Әсәгә
Шундай ауыр, әсе ҡарғышы?
Быуат-быуат йәшәп килгән тауҙар
Бер көн килеп шартлай, ишелә.
Етеш тормош, ләкин нәфсе көслө,
Нимә етмәй һаман кешегә?
Ожмах кеүек ғәзиз еребеҙҙе
Әйләндерҙек гүйә тамуҡҡа.
Тик бер аҙым ҡалды үҙебеҙгә
Инер өсөн "Ҡыҙыл" китапҡа.
Бар тәбиғәт илай, ғәрипләнгән,
Ағастарҙан ҡара ҡан тама.
Тормош әгәр шулай дауам итһә
Киләсәккә беҙҙән ни ҡала?