Күңеле хыялға бай ине20.12.2011
Күңеле хыялға бай инеФәүзиә апай Рәхимғолова хаҡындағы һүҙемде уның ике тиҫтәнән ашыу йылдар элек ижад ителгән “Үтенес” тип исемләнгән шиғырының тәүге һигеҙ юллығынан башлағы килә:
Килер бер мәл мәрхүм
булыр саҡ та —
Тәбиғәттә
ҡаты закон бар...
Атамағыҙ әммә,
мәрхүм, тиеп
Мине, дуҫтар, туған,
яҡындар.
Һыҙлаһа ла йөрәк,
әрнеһә лә,
Уҙған ғүмер кире ҡайтмай,
тип.
Һирәк кенә мине
хәтерләгеҙ,
Өндәшмәгеҙ һаман
“апай” тип.
Васыят кеүегерәк яңғыраған һуңғы ике юл — шағирә характерын, атап әйткәндә, тыйнаҡлығын асыҡлаусы һүҙҙәр... Тормошта ла, ижадта ла үтә баҫалҡы ине ул... Алға ҡағыҙ һалып, ҡулға ҡәләм алып бына шундай гүзәл апай-ағайҙарыбыҙҙы йышыраҡ хәтерләргә тейешбеҙ ҙә бит, юҡ, әллә ваҡыт еткерә алмайбыҙ, әллә бер-беребеҙгә — ҡәләмдәштәргә битараф була барабыҙ?..
Шулай ҙа, тормош-донъя мәшәҡәттәрен бер яҡҡа ҡуйып, тыуыуына 90 йыл тулыуҙы иҫкә алып, яҡташым Фәүзиә апай Рәхимғолова ижады хаҡында ҡыҫҡаса һүҙ әйтеп, ҡайһы бер иҫтәлектәрем менән уртаҡлашырға форсат тейеүенә шатмын.
Төрлө йәштәге яҙыусылар, бигерәк тә яҡташ ҡәләмдәштәр менән яҡындан танышыу 1968 йылда — Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә мөхәррир булып эшләү дәүерендә башланды. Бәләкәйҙәр өсөн тиҫтәнән ашыу китап сығарған, әҫәрҙәре менән балалар һәм өлкәндәр күңелен яулап өлгөргән райондашым Фәүзиә апай Рәхимғолова нәшриәткә килһә, тыйнаҡ ҡына йылмайып, бер нисә һүҙ әйтмәй үтмәй. “Нимәләр ижад итәһегеҙ, апай?” — тип һораһаң: “Бына, ошо алдымда торған ҡустым ятларлыҡ берәй шиғыр яҙып булмаҫмы, тип йөрөйөм”, — тип тағы ла ихласыраҡ кеткелдәп кенә көлөп ҡуя торғайны. Былай әйтеүенең сәбәбе бар. Нәшриәткә бер килгәнендә күңелдә ҡалған:
Ботинкамды үҙем кейәм
Уң аяҡҡа, һул аяҡҡа.
Ниңә улар ҡарап тора
Икеһе ике яҡҡа?! —
тигән юлдарын яттан әйтеп һалдым. Үҙен дә, ижадын да хөрмәт итеүемде белдерҙем. Апай тәүҙә бик аптырап торҙо ла, шатлығын йәшермәй, “маладис, яҡташ!” тип арҡанан һөйөп алды.
Фәүзиә Абдулла ҡыҙы Рәхимғолова 1921 йылдың 15 декабрендә Ишембай районының Йәнырыҫ ауылында тыуа. Йәштән етем ҡалған ҡыҙ интернатта тәрбиәләнә. 1935 йылда Өфө педагогия техникумына уҡырға инә. Өс йылдан Башҡорт педагогия институтында белем ала башлай. Буласаҡ билдәле яҙыусылар менән яҡындан аралаша (һуңынан улар хаҡында матур-матур иҫтәлектәр ҙә яҙҙы). Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Черниковкалағы Моторҙар заводына эшкә бара. Һуғыштан һуң тиҫтә йылға яҡын мәктәптә балалар уҡыта, завуч, ике йыл китапханала, бер нисә йыл “Пионер” журналында, республика мәҙәни-ағартыу кабинетында методист булып эшләй.
Һуңлабыраҡ, ләкин төплө һәм ныҡлы әҙерлек менән ижадҡа тотона. “Яҡын дуҫ” тигән тәүге китабы 1952 йылда, йәш шағирә мәктәптә тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы булып эшләгән осорҙа, донъя күрә. Бәләкәйҙәргә тәғәйенләнгән был шиғыр китабының аяғы еңелдән була: балалар өсөн “Ҡыҙыл яулыҡ”, “Илгиҙәр” һәм “Серле орлоҡтар” исемле йыйынтыҡтары баҫылып сыға.
Заманында Фәүзиә апай менән бергәләшеп сәфәрҙәргә лә сығып китергә тура килгеләне. Ихлас, йор һүҙле, юморҙы аңлаған, үҙе лә шаяртырға яратҡан яҡташ апай менән юл йөрөүе, осрашыуҙар үткәреүе еңел дә, күңелле лә, иҫтәлекле лә ине. Фәүзиә апайҙың шаян зирәклеген, һүҙгә маһирлығын, кәрәк саҡта “һә” тигәнсе шиғыр, йыр-таҡмаҡ сығарыу сәсәнлеген ошондай сәфәрҙәрҙә йөрөгәндә күреп-ишетеп белдек. Яғымлы юморға, йор сәсәнлеккә әүәҫлек, кәрәк саҡта шаҡтай сәнскеле, энәле үткер һүҙҙәр менән тормоштоң яман күренештәренә ҡәләменең һиҙгерлеге Фәүзиә апай Рәхимғолованы, бигерәк тә ғүмеренең һуңғы йылдарында, “Һәнәк”тең әүҙем авторҙарының береһе иткәндер, моғайын. Йыш ҡына килә торғайны ул редакцияға. Буш ҡул менән йөрөмәне. Күберәк шиғырҙар алып килде. Улар араһында:
Ғәйепле, ҡысҡырып,
Ғәйебен ҡаплар.
Ғәйепһеҙ, шым ҡалып,
Әҙәбен һаҡлар, —
кеүек аҡылға, мәҡәлдәгесә тапҡырлыҡҡа ҡоролған ҡыҫҡалары ла, борон-борондан кешеләр баҡса-ҡураларға ҡарасҡыларҙы ни өсөн ҡуйыуҙарын оҙон ғына итеп тасуирлағандары ла була торғайны...
Фәүзиә апай әҙәбиәтебеҙҙең төрлө жанрында уңышлы эшләгән яҙыусы ине. Лирик шиғырҙары, йырҙары, поэмалары, повестары һәм башҡа әҫәрҙәре уның күп яҡлы талант эйәһе икәнлеге тураһында һөйләй.
Шағирәнең өлкәндәргә бағышланған әҫәрҙәре лә үҙенсәлекле, табышлы, сабыйҙарса ихлас, яҡты хис-тойғо менән һуғарылған. Уларға әҙиптең йөрәк йылыһы, күңел нурҙары йоҡҡан.
Шиғриәтенә, үтә күтәренке һәм пафослы раҫлауҙар ят булған кеүек, заманға, үткәнгә зарланыуҙар ҙа — сит күренеш. Ата-әсәһеҙ уҙған тормош ауырлыҡтарын бала сағынан татыһа ла, Фәүзиә апай был тойғоларын төпкә йәшереп, иле, ере менән ғорурланып, бына нимә ти:
Ә үткәнем ғәжәп яҡты минең,
Уйҙарымды бүлә күрмәгеҙ.
Наҙлы гөлдәй иркә үҫтем мин,
Етем тиеп әйтә күрмәгеҙ...
Ҡайһы саҡ үҙ биографияңдан, үҙ донъяңдан юғарыраҡ була алыу һәләте йән ҙурлығынан, күңел матурлығынан киләлер, әлбиттә. Ә матурлыҡ, билдәле, иң башта тыуған төйәгеңдең тупрағында бөрөләнә. Был тойғо-хистәр уның шиғриәтендә айырыуса асыҡ сағылыш тапҡан. Ер-һыуының һәр биҙәге, гүзәл кешеләре шағирәнең илһам сығанағы ине.
Яҡташым хаҡындағы яҡты иҫтәлегемде уның шиғыры менән тамамлайым:
Сабый ҙа һин, аҡһаҡал да инең,
Әй, хыялға күңелең бай ине.
Таң ҡалдырған һине ерҙә
— кеше,
Күктә ҡояш менән ай ине...
Эйе, сабый, ябай һәм хыялға бай күңелле ине Фәүзиә апайыбыҙ.
Риф МИФТАХОВ.


Вернуться назад