Кешене биҙәй эше20.12.2011
Тимерғәле Килмөхәмәтовты белмәгән кеше һирәктер. Ғилми эштәре күптән инде республика сиген сығып, ил кимәлендә танылыу алған. Ләкин был мәҡәләлә ғалим булараҡ түгел, кешелек сифаттарына туҡталғы килә.
Уны ике тиҫтә йыл беләбеҙ. Башҡорт дәүләт университетында белем алып сыҡҡанға ярайһы ваҡыт үтһә лә, аралашып йәшәйбеҙ. Шуныһы: йәш айырмаһы ла һиҙелмәй. Бының сәбәбе бер — ағайҙың ябайлығы. Шул уҡ ваҡытта өлкәндәрсә кәңәш биреүендә, кәрәк саҡта дәртләндереп ебәрә, “семетеп” тә ала белеүендә. Һуңғыһы күңелде һүрелтмәй, киреһенсә, илһамыңа ҡуҙ өҫтәп ебәрә.
Үҙең белгән, яҡын күргән кеше тураһында яҙыуы ҡыйыныраҡ икән — нимәнелер төшөрөп ҡалдырырһың, әйтеп бөтөрмәҫһең кеүек. Беҙҙең халыҡ бит хис-тойғоларын, шарламалай урғылып торһа ла, әйтеп бөтмәй. Күп теләктәре, рәхмәт һүҙҙәре күңелендә ҡала. Бына әле лә, барыһы бергә буталып, ҡайнашып, аҡ ҡағыҙға төшөргә ашыға, ошо сифатын яҙмай ҡалдырҙың бит тигән төҫлө, тынғылыҡ бирмәй. Тағы бер яҡшы сифаты — алдына ҡуйған маҡсатына ирешмәйенсә ҡалмай Тимерғәле ағай. Был турала уның хеҙмәттәре лә күрһәтеп тора. Ошоно уҡ ул башҡаларҙан, тәү сиратта уҡыусыларынан, талап итә. Һис йәшерен-батырыны юҡ: студенттар дәрестәрҙә, фәндең мөһимлегенән тыш, белем биргән кешеһенә лә ҡарап, әҫәрләнеп йөрөй. Килмөхәмәтов был тәңгәлдә бәхетле — уҡыусылары ихтирам итә.
Ағайҙың тағы бер яғын атамаһаҡ, әйтергә теләгәнебеҙ тулы булмаҫ. Ысын мәғәнәһендә ер кешеһе ул. Әле лә, ҡалала ярты быуаттан ашыу ғүмере үтһә лә, тыуған яғын, тыуған ауылын, ауылдаштарын ташламай. Һүҙ менән генә түгел, табандарында ер йылыһын тойоп йәшәй. Ир кеше ул үҫтерергә, ағас ултыртырға, өй һалырға тейеш. Тимерғәле ағай барыһына ла өлгәшкән: халҡына тоғро хеҙмәт иткән юлы бар, нәҫел тамыры ныҡ, ултыртҡан ағастары шаулап үҫә, өйө ауылына йәм биреп тора. Ҡышҡы ялдарҙа, йәйен көтөп, һағынып тороусы тыуған Ибраһимы, Аллаға шөкөр, гөрләп йәшәй.
Тимерғәле Килмөхәмәтов башҡорт халҡының аҫыл улы, ғалим-мәғрифәтсе Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев вариҫтарының береһе генә түгел, уның эшен — йәш быуынға белем биреүҙе — бөгөнгө көндәрҙә дауам иттереүсе лә. Ысын ғалимдың хеҙмәте ҡалын-ҡалын томдарҙа ғына йәшәмәй, ә быуындарҙың күсәгилешлегендә сағыла. Тимерғәле ағайҙың яҙған хеҙмәттәре лә баҫыла, уҡыусылары ла эшен дауам итә.
Рәлис УРАҘҒОЛОВ,
Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ.


Вернуться назад