Фәнебеҙҙең Ғайсаһы11.04.2013
Мәшһүр ғалим, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйеновтың 85 йәшлек юбилейы уңайынан Өфөлә фәнни-ғәмәли конференция үтте. “Хәҙерге әҙәбиәт ғилемендә һәм әҙәбиәттә, фольклористика һәм археографияла көнүҙәк мәсьәләләр” тип аталған ғилми сарала Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, шулай уҡ Төркиәнән, Азербайжандан, Төркмәнстандан килгән ғалимдар ҡатнашты.

Конференцияның пленар ултырышы М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтте. Унда юбилярҙы төрлө министрлыҡ вәкилдәре, ижадташ дуҫтары һәм шәкерттәре тәбрикләне.
— Ғайса Батыргәрәй улы 60 йылдан ашыу фәнгә тоғро хеҙмәт итә, — тине ҡотлау телмәрендә республикабыҙ Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова. — Һеҙҙең тарафтан ойошторолған ғилми экспедициялар һөҙөмтәһендә бихисап әҙәби ҡомартҡылар табылды, боронғо ҡулъяҙмалар фонды булдырылды. Олуғ замандашыбыҙҙың хеҙмәтен дауам итеү йәһәтенән республика етәкселеге лә байтаҡ эш башҡара, телде һаҡлау йәһәтенән махсус программалар ҡабул итә.
Истанбулдан килгән төрөк ғалимы Исмәт Бинәр, остазын саф башҡорт телендә сәләмләп, “Һеҙҙең тырышлығығыҙ Төркиә ғалимдарына ла үрнәк булып тора”, — тине.
Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияның секция ултырыштары артабан Башҡортостандың Фәндәр академияһында дауам итте.


Вернуться назад