Асыштары менән һөйөндөрөп йәшәй11.04.2013
Китабында ғалим халыҡ хикәйәттәрен һәм риүәйәттәрен, ҡарһүҙҙәрен һәм хикмәттәрен әйтер уй-фекерҙәренә серле бер «инеш», «пролог» һымаҡ итеп тә, уларҙың «сиселеше» йә «дөйөмләштерелеше» рәүешендә лә, үҙенсәлекле «эпилогы» формаһында ла уңышлы ҡуллана. Уларға ҡушылып, үҙе лә «тәрәндән әйләндереп һүҙ ҡуҙғатыуға», фәлсәфәүи, сәйәси фекерләүгә төшөп киткеләй, ғилми анализды образлы фекерләү менән бергә үреп, синтезлап ебәргеләй. Быларҙың бөтәһе лә хеҙмәттең аһәңле, уҡымлы булыуына булышлыҡ итә. Ә унда концептуаль әһәмиәткә эйә ҡараш-фекерҙәр, күҙәтеүҙәр һәм дөйөмләштереүҙәр күп. Мостай Кәримдең әҙәбиәт донъяһына килеү үҙенсәлектәрен, поэтик ижадының социаль һәм идея-эстетик ерлеген асып биреү — шуларҙың береһе һәм мөһиме. Һәләтле үҫмер күңелендә тыуған шиғри хис-тойғоларҙың тәрән тамырҙары тормошта, заман һулышында, ысынбарлыҡта булыуына айырыуса баҫым яһай ғалим. Бер халыҡ хикәйәтенә мөрәжәғәт итеп, ул йырсының йыры игенсегә лә, яугиргә лә яҡын, илһамландырғыс булһын тиһәң, уның улар хеҙмәтенең асылын һәм ҡәҙерен яҡшы белеүе шарт, тигән фәһемле һығымта яһай. Тәбиғәт биргән талант бары тормош, ысынбарлыҡ менән тығыҙ береккәндә, хеҙмәткә һәм тәжрибәгә ҡушылғанда ғына тулыһынса асылып китә, ысын сәнғәт гәүһәрҙәрен тыуҙыра, тигән идея бөтә хеҙмәт буйынса ҡыҙыл еп булып үтә. Дөйөм методологик әһәмиәткә эйә булған «тормош — заман — шағир — шиғриәт», «ижад һәм әҙәби процесс» юҫығындағы күҙәтеүҙәр ғалим хеҙмәтенең умыртҡа бағанаһын тәшкил итә. Ғ. Хөсәйенов был күренештәр араһындағы үҙ-ара бәйләнештәрҙең ҡатмарлы тәбиғәтен, ниндәйерәк йүнәлештә үҫеш-үҙгәреш кисереүен нескә тотоп ала, төплө аңлата.
Әйткәндәй, әҙәби процесты даими күҙәтеп барған ғалим 90-сы йылдарҙа халыҡ шағиры тураһындағы хеҙмәтенә яңынан әйләнеп ҡайта. Һөҙөмтәлә 1994 йылда уның «Мостай Кәрим. Шәхес. Шағир. Драматург. Прозаик» исемле ҙур күләмле монографияһы донъя күрә. Унда авторҙың энциклопедик тәбиғәтле аҡыл эйәһе, эпик ҡоласлы образлы һәм ритмлы фекерләү көсөнә эйә һүҙ оҫтаһы булыуы тағы ла сағыуыраҡ күренә. Иркен ритмикалы, бай тасуири, аһәңле тел менән ғалим башҡорт әҙәбиәт ғилеме тарихында беренсе тапҡыр оло талант эйәһенең төрлө әҙәби методтарға, төрҙәргә, жанрҙарға ҡараған бай ижадын бер бөтөн идея-эстетик система рәүешендә бөтә тулылығында күрһәтеп биреүгә өлгәшә. Унда Мостай Кәрим ижадындағы төп идея-эстетик йүнәлештәрҙең формалашыу һәм үҫеү юлдары ла, әҙәби процестың уға һәм, киреһенсә, йылдар үтеү һәм тәжрибәләр артыу менән уның үҙенең әҙәби процесҡа көслө йоғонто яһауы ла, был ижадтың эске үҫеш-үҙгәреш законлылыҡтары ла, ундағы миллилек һәм интернационаллек, традиционлыҡ һәм новаторлыҡ, концепция бөтөнлөгө һәм жанрҙар байлығы, дискуссиялылыҡ һәм ихласлыҡ, социаль үткерлек һәм стилистик зауыҡлыҡ, шымалыҡ һәм нәфислек күренештәре лә бай миҫалдар аша дәлилле яҡтыртыла, ҙур әҙиптең башҡорт һүҙ сәнғәтенең алтын сәхифәләрен тәшкил итерҙәй төп әҫәрҙәре монографик планда үҙаллы, тулайым анализлана.
Ғайса Батыргәрәй улының башҡорт әҙәбиәт ғилеме өлкәһендәге фәнни эҙләнеүҙәре хаҡында һүҙ алып барғанда, уның әҙиптәребеҙҙең тормошо һәм ижады тураһында ҡыҫҡаса системалы, тулайым фәнни-практик мәғлүмәт биреүсе биобиблиография тармағын үҫтереүгә тос өлөш индереүен билдәләп үтмәй булмай. 1967 йылда ул әҙәбиәт белгесе М.Ф. Ғәйнуллин менән берлектә 101 башҡорт яҙыусыһы хаҡында «Башҡорт совет яҙыусылары» тигән биобиблиографик белешмә баҫтырып сығара. Егерме йылдан һуң был китапҡа улар заманға ярашлы төҙәтмәләр һәм өҫтәмәләр индерә. Һөҙөмтәлә 1988 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзының 213 ағзаһы тормошо һәм ижады хаҡында төплө мәғлүмәттәр туплаған бик кәрәкле белешмә донъя күрә. Бөгөнгө көндә лә ул әҙәбиәт белгестәренең, вуз һәм мәктәп уҡытыусыларының, аспиранттарҙың, ғөмүмән, башҡорт әҙәбиәте менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың «юл күрһәткесе», өҫтәл китабы булып ҡала килә.
Бында шуны һыҙыҡ өҫтөнә алмайынса булмай: Ғайса Хөсәйеновтың хеҙмәттәре башҡорт әҙәбиәте һәм уның тураһындағы фән вульгар социология һәм конфликтһыҙлыҡ теорияһы ҡыҫаһынан арына барып, дәррәү күтәрелеш кисерә башлаған үткән быуаттың 50-се йылдарының икенсе яртыһынан алып бөгөнгәсә фәнни-әҙәби процестың үҙәгендә булды, уның иң ныҡлы тағандарын тәшкил итте. Был йәһәттән әҙәбиәт белгесенең «Башҡорт совет поэзияһының үҫеү юлдары» (1968) тигән монографияһы айырым бер урынды алып тора. Башҡорт шиғриәтенең 1917 йылдан һуңғы осорҙағы илле йыллыҡ идея-эстетик тәжрибә туплау тарихын замандың социаль-иҡтисади, сәйәси һәм мәҙәни һулышы менән тығыҙ бәйләнештә, тарихилыҡ принцибы нигеҙендә киң планда эҙмә-эҙлекле яҡтыртҡан был фундаменталь хеҙмәт ғалимдың үҙенең фәнни эҙләнеү һәм фекерләү офоҡтары киңәйә, тикшеренеү оҫталығы үҫә барыуын ғына түгел, бәлки бөтә башҡорт әҙәбиәт ғилеменең бик етди проблемаларҙы өйрәнерҙәй тәжрибә туплап, янынан-яңы юғарылыҡҡа күтәрелә барыуын да асыҡ күрһәтте. Унда күтәрелгән тарихи-теоретик мәсьәләләрҙең муллығы, етдилеге һәм бер ҙур осорҙоң бер бөтөн идея-эстетик системаһы рәүешендә үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә яҡтыртылыуы үҙе үк күп нәмә хаҡында һөйләй. Асылда был монография башҡорт әҙәбиәт ғилеме тарихында үҙе бер этапты тәшкил иткән, ғилми-әҙәби фекерләүҙең офоҡтарын киңәйтеүгә ифрат көслө этәргес биргән мөһим күренеш булды. Тикмәгә генә ул ғалимдың 1970 йылда Алма-Атала уңышлы яҡланған докторлыҡ диссертацияһының нигеҙен тәшкил итмәне.
Ғ. Хөсәйенов айырыуса шиғриәтте үҙ итте. Уның «Шағирҙар» (1981) тигән әҙәби портреттар йыйынтығы Мәскәүҙә «Наука» нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан «Башкирская советская поэзия» (1983) исемле монографияһы – быға йәнә бер сағыу дәлил. Тәүге китабында ғалим киң ҡатлам уҡыусыларҙы ХХ быуаттың 20 – 80-се йылдары арауығында шиғриәтебеҙҙең үҫеш юлында үҙҙәренең төрлө-төрлө идея-эстетик, жанр-стиль тәбиғәтле ижадтары менән тәрән эҙ ҡалдырғын, уны үҙҙәренә генә хас поэтик аһәң, «шиғри йәйғор» төҫтәре менән байытҡан ике тиҫтәнән ашыу шағирҙың ижад лабораторияһы менән таныштыра. Икенсе фундаменталь хеҙмәтендә инде ул башҡорт шиғриәтенең 60 йылдан артығыраҡ ваҡыт эсендә тупланған байлығын барлай, уға шул саҡтағы күп милләтле совет һәм донъя әҙәбиәте юғарылығынан тороп баһа бирә, уның милли үҙенсәлектәре, типологик һыҙаттары, ә иң мөһиме, художество ҡаҙаныштары менән Бөтә Союз уҡыусыларын ентекләп таныштырырға, киң йәмәғәтселектә шиғриәтебеҙ хаҡында төшөнсә булдырырға ынтыла.
Академик Ғ. Хөсәйеновтың күңел биреп эшләгән йәнә бер фән өлкәһе бар, ул — башҡорт ғилеме (башкироведение). Был ғилем башҡорт халҡының этногенезын, этнографияһын, фольклорын, тарихын мәҙәниәтен, телен, сәнғәтен, әҙәбиәтен бер бөтөн система рәүешендә өйрәнеүҙән ғибәрәт. Ғалимыбыҙ быға йәнә милли философия, этика, эстетика, культурология аспекттарын да ҡуша. Был өлкәләрҙәге ғилемдең дөйөм концепцияһын булдырыуҙы һәм бер бөтөнлөгөндә өйрәнеүҙе алға һөрә. Уның “Башҡорт халҡының рухи донъяһы” (2003) тигән китабы ошо мәсьәләләрҙе аныҡ ҡуйыуы һәм әлегәсә ныҡлап өйрәнелмәгән аспекттарын яҡтыртыуға йүнәлтелеше менән ҙур фәнни-ғәмәли әһәмиәткә эйә.
Һуңғы йылдарҙа Ғайса Хөсәйенов әҙәбиәт теорияһы мәсьәләләрен өйрәнеүгә ныҡ иғтибар итә. Һөҙөмтәлә уның бер-бер артлы “Башҡорт шиғыры. Шиғриәт һүҙлеге” (2003), “Башҡорт әҙәбиәтенең поэтикаһы. Беренсе киҫәк. Теоретик поэтика” (2006), “Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге” (2006), “Башҡорт әҙәбиәтенең поэтикаһы. Икенсе киҫәк. Тарихи поэтика. Психологик поэтика. Шиғыр поэтикаһы” (2007), “Әҙәбиәт теорияһы” (2010) тигән һәлмәк монографиялары донъя күрҙе. Уларҙа ғалим Ә. Харисов, К. Әхмәтйәнов кеүек әҙәбиәт белгестәренең традицияларын уңышлы үҫтереп, яңы баҫҡысҡа күтәрҙе, ике мәҙәни-әҙәби башланғысты — Көнсығыш һәм Көнбайыш халыҡтарының рухи донъяһындағы ҡаҙаныштарҙы, башҡорт һүҙ сәнғәтенең ике мәҙәни мөхитенең бер-береһенә йоғонто яһашыуы ерлегендә үҫеүен, синтезлашып байығыуын иҫәпкә алып эш итте, ерле халыҡтың ауыҙ-тел ижады һәм яҙма әҙәбиәте, Көнсығыш һәм Көнбайыш әҙәбиәттәре нигеҙҙәрен, үҫеш законлылыҡтарын һәм традицияларын киң яҡтыртты. Ә инде уның поэтика мәсьәләләренә арналған хеҙмәттәре асылда әҙәбиәт ғилемебеҙ тарихында поэтика төшөнсәһен, уның үҙенсәлекле яҡтарын, төрҙәрен, уларҙың тәбиғәтен бай фактик материалдар, башлыса башҡорт әҙәбиәтенән алынған сығанаҡтар ерлегендә билдәле бер системаға һалып яҡтыртҡан яңы бер күренеш булды.
Ғ. Хөсәйеновтың фәнни эшмәкәрлеге тураһында әллә күпме фекер әйтергә, һүҙ алып барырға булыр ине. Әммә бер мәҡәлә сиктәрендә быны башҡарып сығыу ауыр. 60 йыл буйы бөтә һәләтен фәнгә бағышлап мөкиббән эшләгән феноменаль шәхестең башҡорт әҙәбиәт ғилеменең, ғөмүмән, гуманитар фәненең алтын биттәрен тәшкил итерҙәй хеҙмәттәре күптән монографик планда өйрәнелеүгә лайыҡ.
(Аҙағы. Башы 71-се һанда).


Вернуться назад