Асыштары менән һөйөндөрөп йәшәй10.04.2013
Һәр дәүерҙә һәр халыҡтың ижтимағи тормошоноң теге йәки был өлкәһендә тәрән эҙ ҡалдырған шәхестәре була. Башҡорт халҡының ХХ быуаттағы гуманитар фәне һәм әҙәбиәте тарихында, мәҫәлән, академик, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйеновтың күп яҡлы ижади эшмәкәрлеге үҙе бер феноменаль күренеш булып тора.

Уның ижад емештәре менән танышҡанда халҡыбыҙ рухи биографияһының быуаттар төпкөлөнә киткән тамырҙары ла, Көнсығыш һәм Көнбайыш мәҙәни мөхитенә барып тоташҡан бәйләнеш ептәре лә, милли ерлектәге үҫеш-үҙгәреш тәбиғәте лә, һүҙ сәнғәтебеҙҙең һәм гуманитар фәнебеҙҙең бөгөнгө бейеклектәре һәм киләсәккә ынтылыштары ла күҙ алдына баҫа, уйландыра, илһамландыра. Ысын мәғәнәһендә төплө һәм бөйөк зиһен, юғары эстетик зауыҡ тупланмаһы булған ғәжәп күп яҡлы һәм күләмле ғилми байлыҡты тыуҙырған ижадсыны заманыбыҙҙың олуғ энциклопедист ғалимы тип әйтмәү мөмкин түгел. Бер үҙе унлаған ғалим эштәренә торош ғилми хеҙмәттәр яҙған был талант эйәһе ғүмер юлының туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлауға ҡарамаҫтан, гуманитар фәнебеҙҙең авангардында барыуын, киң ҡатлам уҡыусыларын әленән-әле яңы асыштары менән һөйөндөрөүен дауам итә.
Ғ.Б. Хөсәйенов айырыуса башҡорт әҙәбиәте ғилемен бығаса булмаған юғарылыҡҡа күтәрҙе, был өлкәлә үҙенең фәнни мәктәбен барлыҡҡа килтерҙе. XX быуаттың 50-се йылдарынан алып бөгөнгө көндәргә тиклем осорҙа ул әҙәбиәт тарихы һәм теорияһы, әҙәби тәнҡит кеүек тармаҡтарының «алҡынып-ташып» киң үҙәнгә сығыуына ғәйәт ҙур өлөш индерҙе, башҡорт әҙәбиәт ғилеменең текстология, айырыуса археография ише тармаҡтарына фәнни нигеҙ һалыусы, биобиблиография тармағын үҫтереүгә ҙур иғтибар биреүсе лә ул булды. Фольклористика өлкәһендә лә ғалим күп хеҙмәт күрһәтте. Фән донъяһына килеүенең тәүге йылдарында уҡ әҙәбиәт теорияһы һәм тарихы, уларҙы уҡытыу, фәнни тикшеренеү методологияһы һәм методикаһы мәсьәләләре буйынса башҡорт әҙәбиәт ғилеме донъяһында яңы һүҙ булып яңғыраған, ғилми-педагогик йәмәғәтселектең иғтибарын биләп алған проблемалы мәҡәләләр менән сығыш яһай. Уларҙың исемдәренә күҙ һалыу ғына ла йәш ғалимдың эҙләнеү офоҡтары ниндәй киң булыуын күрһәтә: «Әҙәби оҫталыҡтың ҡайһы бер мәсьәләләре», «Поэзияның лирик жанрҙары хаҡында», «Мәжит Ғафуриҙың поэтик оҫталығы», «Башҡорт әҙәбиәтендә жанрҙар мәсьәләһе», «Башҡорт шиғыр төҙөлөшө мәсьәләләренә ҡарата», «Башҡорт әҙәбиәтендә поэмалар», «Башҡорт поэзияһында Владимир Маяковский традициялары», «IX класта Дауыт Юлтыйҙың ижадын өйрәнеү», «Псевдонимдар тураһында», «Принципиаль тәнҡит өсөн», «Хәҙерге заман темаһын — иғтибар үҙәгенә», «Бөгөнгө поэзиябыҙ тураһында уйланыуҙар», «Яҙыусы һәм тормош» һ.б.
1956 йылда донъя күргән мәҡәләләренең береһен Ғ.Б. Хөсәйенов «Тикшереү проблемалары киңерәк булһын» тип атай. Һүҙҙең эштән айырылмауын яҡлаған һәм шуға ынтылған ғалим ошо тезисты ысын мәғәнәһендә үҙенең ижад принцибына әүерелдерә, әленән-әле яңы идеялар һәм проблемалар менән сығыш яһай, яңы башланғыстарға юл яра, үҙен һәләтле әҙәби тәнҡитсе итеп таныта. В.Г. Белинский нисек XIX быуатта урыҫ әҙәби тәнҡитенә нигеҙ һалған булһа, Ғайса Хөсәйенов та башҡорт әҙәбиәт ғилемен, әҙәби тәнҡитен үҫтереүгә, уның нигеҙен нығытыуға ифрат ҙур өлөш индерә. Мәҫәлән, әҙәбиәтебеҙҙең конкрет бер арауыҡтағы идея-эстетик тәбиғәтен, уңыштарын һәм кәмселектәрен, үҫеш-үҙгәреш үҙенсәлектәрен һәм тенденцияларын күҙалларға булышлыҡ иткән рецензиялар, йыллыҡ күҙәтеү мәҡәләләрен яҙыуҙы, билдәле бер осорҙағы һүҙ сәнғәтебеҙҙең йөҙөн билдәләрҙәй күренекле әҙиптәрҙең ижад лабораторияһы серҙәрен төрлө яҡлап яҡтыртыуҙы, уларҙың ерлегендә проблемалы мәҡәләләр өҫтөндә эшләүҙе бер һәйбәт традицияға, системалы фәнни күренешкә әүерелдереп ебәрә. Ғалим әҙәби тәнҡиттең күҙәтеү, әңгәмә, бәхәс, диалог кеүек жанр формаларын да киң ҡуллана, әҙәби портрет жанрына йыш мөрәжәғәт итә. Һөҙөмтәлә уның киң ҡатлам уҡыусыларҙа башҡорт әҙәбиәтенең, айырыуса лирик төрөнөң идея-тематикаһы, поэтик эшләнеше, образдар системаһы, жанр-стиль үҙенсәлектәре, әҙәби традициялары һәм новаторлығы тураһында төшөнсә булдырырҙай «Башҡорт совет поэзияһының ҡайһы бер мәсьәләләре» (1957), «Заман һәм поэзия» (1964), “Хәҙерге әҙәбиәт донъяһында” (1973), “Заман. Әҙәбиәт. Әҙип” (1978) тигән әҙәби тәнҡит китаптары донъя күрә. Ғалимдың ҡайһы бер ижади портреттары күренекле әҙиптәребеҙ хаҡындағы фәнни-популяр китап, монографиялар булып үҫеп китә. Шулай, үткән быуаттың 60-сы йылдарында уҡ Ғ.Б. Хөсәйеновтың бер-бер артлы «Сәйфи Ҡудаш ижады» (1959), «Халыҡ шағиры Ниғмәти» (1960), «Дауыт Юлтый. Тормошо һәм ижады» (1963), «Халыҡ шағиры Мостай Кәрим» (1965) тигән монографиялары һәм тәнҡит-биографик очерктары баҫылып сыға. Был китаптарҙың бөтәһе лә вуз һәм мәктәп уҡытыусылары, студенттар өсөн башҡорт әҙәбиәте тарихын өйрәнеүҙә төп ғилми сығанаҡҡа әүерелә. Әҙәбиәтебеҙ менән ҡыҙыҡһыныусы уҡыусылар ҙа уларҙы ҙур яңылыҡ итеп ихлас ҡабул итә. “Заман. Әҙәбиәт. Әҙип” тигән хеҙмәттең республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булыуы үҙе үк күп нәмә хаҡында һөйләй.
Был күренештең төп сәбәбе шунда: айырым әҙиптәр тураһындағы быға тиклем донъя күргән хеҙмәттәр күҙәтеү йә проблемалы мәҡәләләр, иң яҡшыһы тигәндә лә әҙәби портреттар һәм очерктар кимәленән уҙмай ине, ә Ғ.Б. Хөсәйенов башҡорт әҙәбиәт ғилеме тарихында беренсе тапҡыр, үҙе яҙғанса, “тикшереү проблемалары киңерәк булһын” тигән позициянан тороп, теге йәки был яҙыусының ижад лабораторияһы серҙәрен төрлө яҡлап асырға мөмкинлек биргән тулайым, системалы идея-эстетик анализ принцибын ғәмәлгә ашырыу өлгөләрен бирә, күренекле әҙиптәребеҙ хаҡында ысын мәғәнәһендә тәрән йөкмәткеле, киң ҡоласлы монографиялар серияһын тыуҙыра.
Хәҙер шул хеҙмәттәрҙең береһенә — «Халыҡ шағиры Мостай Кәрим» тигән тәнҡит-биографик очеркына ҡыҫҡаса туҡталып китәйек. Уның тәүге биттәренән үк күңелде ғалимдың артабанғы ижад юлында тағы ла көслөрәк балҡып, сағыу төҫ алған фекер-идеяларҙы, фәнни күҙәтеүҙәрҙе уҡыусы зиһененә аңлайышлы, күңеленә ятышлы итеп биреү маһирлығы, ғилми-академик стилдән тайпыла төшкән «хөсәйеновса» стиле арбап ала.
(Аҙағы бар).


Вернуться назад