Ваҡыт10.04.2013
(Парса)

Сәсәндәр араһындағы бер һүҙ ярышында өлкәнерәк сәсән шундай һорау ҡуйған:
“Донъяла үҙе иң оҙон, үҙе иң ҡыҫҡа, үҙе иң тиҙ, үҙе иң сикле, үҙе икһеҙ-сикһеҙ, үҙе иң ҡәҙерле йә иң ҡәҙерһеҙ, үҙе зарыҡтырғыс, үҙе үкенес, үҙе фани, үҙе мәңге баҡый бер нәмә бар. Ни булыр шул?”

Быға төрлө сәсән төрлөсә яуап биреп ҡараған. Береһе — Ер, икенсеһе — Уй-фекер, өсөнсөһө — Бәхет, тигән. Тик һорау биргән сәсәнде был яуаптарҙың береһе лә ҡәнәғәтләндермәгән.
Араларынан Ерәнсә сәсән уға “Ваҡыт” тип яуап биргән. “Донъяла ваҡыттан да оҙон нәмә юҡ, ни өсөн тигәндә, ул мәңге, — тигән сәсән. — Ваҡыттан ҡыҫҡа нәмә юҡ, сөнки кешенең был фани ғүмерендә бары бер мәл ул. Кеше ғүмере өсөн ваҡыт сикле икән, ғаләм өсөн ул икһеҙ-сикһеҙ. Көткәнгә — көтөүҙән дә оҙағы, рәхәтләнгәнгә рәхәттән дә аҙы юҡ. Зарыҡтырған да ваҡыт, үкендергән дә ваҡыт. Хәтерҙә юҡ-барын оноттороп, ҡәҙерлеләрен һаҡлаған да шул ваҡыт...”
Ваҡыт!
Нимә һуң ул ваҡыт?
Етмәһә, үҙе сикле лә, сикһеҙ ҙә, оҙон да, ҡыҫҡа ла, ҡәҙерле лә, ҡәҙерһеҙ ҙә, фани ҙа, баҡый ҙа...
Ниндәйҙәре генә юҡ ул ваҡыттың: космологик, геологик ваҡыт, тарихи, социаль ваҡыт... Тәүгеләренең хисабы һандар етмәҫ ғаләм йылдары менән. Унда ла уның, үлсәме булһа ла, барыбер сиге юҡ.
Ваҡыттың иң кескәй үлсәм берәмеге — йөрәк тибешендә тиңәлер секундтар — минутты, минуттар — сәғәтте, сәғәттәр — тәүлекте, тәүлектәр — айҙы, айҙар — йылды, йылдар быуатты йыя. Кеше ғүмере бер быуаттың эсенә үк һыйып бөтә.
Ваҡыттың шәйләргә — яйы, тоторға ялы юҡ: үтте — китте.
“Һин, ваҡыт үтә, тиһең. Аңһыҙ, ваҡыт үтмәй, һин үҙең үтәһең. Ваҡыт — мәңгелек”, — ти боронғо бер китап.
Беҙ быуаттың бөйөк ғалимы, сағыштырмалыҡ теорияһын асҡан Альберт Эйнштейн, ғаләмде өс ҡырлы ара тип тойоп, уның күләме үҙгәрһә лә, Ваҡыт үҙгәрешһеҙ ҡала, тип һанаған.
Ваҡыт үтеүе, күрәһең, сағыштырма күренеш. Ваҡыт уҙыу менән, донъя үҙгәрә, һыуҙар ташып кәмей, тәбиғәт төрлө төҫкә, төрлө хәлгә дүнә, кеше, тыуып, үлә. Ваҡыт ҡомдо — ташҡа, ташты ҡомға әйләндерә. Үҙе күҙгә лә күренмәй, эшеңә лә тығылмай былай.
Килешмәй сара юҡ: ваҡыт менән үҙебеҙ үтәбеҙ!
Ваҡыттың һәр үткән сәғәте — ғүмерҙең ҡыҫҡарыу сәғәте.
Ваҡыттың баһаһы алтындан ҡиммәт. Ваҡыт менән яҡут табылһа ла, яҡут менән ваҡыт табылмаҫ.
Уйланһаң, уйылып китерлек шул: ваҡыт ҡайтарып ала торған да, һатып ала торған да нәмә түгел. Уға баһа юҡ.
Үткәндән хәҙергеһе ҡәҙерлерәк. Шуға бөгөнгөнөң бер сәғәте кисәгенең ике сәғәтенә тиң булыр.
Ваҡыттың ҡәҙере лә, үтер сәғәттәр һанына ҡарағанда, шул сәғәттәр эсендә эшләнер эштәреңдең ҡиммәте менән баһаланыр.
Файҙалы үткәрһәң, ваҡытҡа үҙең хужа, заяға үткәрһәң, ваҡыт хужа.
Ярһыу аттарҙы теҙгенләр ир-егет кеүек, кеше лә ваҡытты үҙ ҡулында тотор булһын. Быуаттар буйы торор таш пулаттар, зиннәтле биналар һалыу, гүзәл сәнғәт әҫәрҙәре ижад итеү баш бирмәҫ ваҡыт һынлы ваҡытта күпмелер еңеү ҙә түгелме ни? Ваҡыттың мәңге хәрәкәттәге төҫө, хисе булып ҡағыҙға төшкән шиғыр, биҙәк, нота мәлде үҙенсә мәңгегә ҡатырып ҡалдырырға тиң булмаҫлыҡмы? Мәлде шулай мәңгеләштереүҙе мин сабып барған атты шып туҡтатыр ир-егеттең ғәйрәтенә тиңләштерер инем.
Мәңгелек Ваҡыт, мең мәлдәреңде булһа ла мәңгеләштереп, үҙеңде күпмелер еңергә ине. Кешенең бөйөк зат икәнен, аҡыл көсөн, ғәйрәтен дә таныр инең, бәлки, Мәңгелек!


Вернуться назад