Тылсымлы изге көстәй20.12.2011
Яҙыусы, ғалим Тимерғәле Килмөхәмәтовҡа
Тимерғәле — иң затлыһы
Тутыҡмаусы тимерҙең.
Заяға осормай ғына
Минуттарын ғүмерҙең,
Ҡая ташлы тип тормайса,
Фән тауҙарына үрләй.
Ҡарлы-боҙло ҡойонда ла,
Өйөрмәле дауылда ла
Туҡталып тора белмәй.
Иленең егет-ҡыҙҙарын
Фән һарайына инергә,
Уның яҡтыһын күрергә
Димләй һәм белем әйҙәй.
Тәрәнлектәр ҙә өркөтмәй,
Диңгеҙ төбөнә төшә.
Диңгеҙ төбөнә төшә лә,
Тапҡан ынйы бөртөктәрен
Үҙ халҡына өләшә.
Тыуған яғын һис онотмай,
Хәлен белә һәр өйҙөң.
Күреп тора бүлмәләрҙә
Нисек янғанын шәмдең.
Шәмдәр һүрәнерәк янһа,
Йәһәт кенә май өҫтәй.
Әгәр шәмдәр һүнеп барһа,
Уларҙы дөрләтә белә
Тылсымлы изге көстәй.
Файыҡ МӨХӘМӘТЙӘНОВ.