Дәүерҙең лайыҡлы улы10.04.2013
Дәүерҙең лайыҡлы улыҺәр халыҡтың рухи-мәҙәни тормошонда кисерелгән осорҙарҙы билдәләр шәхестәре була. Башҡорт әҙәбиәте быға үҙе шаһит. Ул был йәһәттән урта быуаттар вәкиле Ҡол Ғәлиҙән алып ХII быуаттың тәүге сиреген үҙ эсенә индергән дәүерҙәрҙәге исемдәргә һылтана ала. Тап бына улар, бер заманды икенсеһенә ялғап, башҡорт әҙәбиәте тарихының өҙлөкһөҙ сылбырын хасил итә лә. Беҙ бөгөн рухи тормошобоҙҙоң хәҙерге донъя цивилизацияһында үҙ урынын таба алғаны өсөн халҡыбыҙҙың шундай шәхестәре булыуы менән ғорурланырға хаҡлыбыҙ.

Башҡорт әҙәбиәте тарихының совет әҙәбиәте осоро үткәненә мөнәсәбәттә әҙәби мираҫҡа ҡарата үҙ дәүерен ҡаты һынауҙарға дусар итте. Быға уның үҙенә ҡәҙәрге рухи ҡиммәттәрҙән баш тартыуы сәбәпсе булды. Шуның менән ул алмашҡа килгән үткәнде оҙаҡ ҡына онотоп торорға мәжбүр итте. Был шул оҙайлы дәүерҙең һәр осорона билдәһен һалып ҡалдырған зиһен эйәләрен халҡы тарихынан күрәләтә ситләштереүгә тиң булды. Шуның өҫтөнә совет осоро әҙәбиәтенең үҙенә ҡәҙәрге әҙәбиәте тарихын үгәйһетеп ҡарауына 37-се йыл ваҡиғаларының килеп ҡушылыуы үткән мираҫҡа булған кире ҡарашты тағы ла тәрәнәйтә, ҡатмарландыра төштө. Дәүерҙең лайыҡлы улыХәҙер инде ошо яңы әҙәбиәттең төп йүнәлешен билдәләүсе әҙиптәр уның тарихынан сығарып ташланып, уға алмашҡа яңы әҙәбиәт килә тигән ҡараш үткәрелде.
Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһының 1937 йыл баштарында уҙған бер йыйылышында, “Ҡасан да булһа тарихсылар башҡорт әҙәбиәтенең тарихын яҙыр... Моғайын, беҙ бынан һуң башҡорт әҙәбиәте тарихын ошо пленумға ҡәҙәрге һәм ошо пленумдан һуңғы осорҙарға бүлеп йөрөтөрбөҙ”, тигән фекер яңғырауы бушҡа ғына түгел инде. Был ғәмәлдә башҡорт әҙәбиәте тарихының совет әҙәбиәтенә ҡәҙәрге мәлен генә түгел, совет әҙәбиәте осороноң үҙенең дә 37-се йылдарға тиклемге осорон танымауға килтерҙе. Һөҙөмтәлә республикабыҙ йәмәғәтселегендә быуаттар төпкөлөнән килгән әҙәбиәтебеҙ тарихына 50-се йылдар аҙағына — 60-сы йылдар башына тиклем ошондай ҡараш өҫтөнлөк итеп килде. Башҡорт әҙәбиәте тарихы үҙен ошо рухи көрсөктән алып сығыр кемдер берәүҙең һүҙ әйтеүен көттө. Бындай берәү йәш ғалим Ғайса Хөсәйенов булды. Әҙәби мираҫҡа мөнәсәбәттә, ғөмүмән, башҡорт әҙәбиәте тарихына ҡарата әҙәби фекер үҫешенең яңы осорға инеүе ине был.
Бөгөн башҡорт әҙәбиәте ғилеме һәр йәһәттән үҙ заманы юғарылығындағы үрҙәргә сыҡты. Ул әҙәбиәт тарихының иң төпкөлдәренә үтеп инеп, ҡасандыр хыял да итмәгән асыштарға юлыҡты. Быларҙың барыһы ла, бер уйлағанда, йәш ғалим Ғайса Хөсәйеновтың “Сәйфи Ҡудаш” һәм “Дауыт Юлтый” исемле монографияларында тәү башлап ошо ике яҙыусы ижады күҙлегенән әҙәбиәтебеҙҙең революцияға ҡәҙәрге ҡайһы бер үҙенсәлекле күренештәренә күҙ һалыуҙан башланды. Был үҙе үк башҡорт әҙәбиәтенең 37-се йылға тиклем генә түгел, ә ул “башҡорт совет әҙәбиәте” исеме аҫтында тарих сәхнәһенә аяҡ баҫҡанға ҡәҙәр байтаҡ алда үҙ халҡына хеҙмәт итеп килеүен таныу менән бер ине. Йәш ғалимдың әҙәби мираҫҡа ҡағылышлы яһаған тәүге аҙымы уның ижадының төп йүнәлештәренең береһенә әүерелде, башҡорт әҙәбиәте ғилеменең йөҙөн һәм асылын билдәләне.
Дәүерҙең лайыҡлы улыӘле беҙ Ғайса Хөсәйеновты бер үк ваҡытта “Алдар батыр ҡиссаһы”, “Пугачев фельдмаршалы”, “Рудасы Исмәғил Тасим улы” һымаҡ тарихи-документаль повестар, “Батырша”, “Ҡанлы илле биш” романдары, шулай уҡ Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, Әхмәтзәки Вәлиди кеүек күренекле шәхестәргә арналған китаптар авторы булараҡ күҙ алдында тотҡан хәлдә, башлыса уның башҡорт әҙәбиәте ғилеме өлкәһендәге эшмәкәрлеге хаҡында һүҙ алып барабыҙ. Беҙ уны бер мәҡәләбеҙҙә “Әҙәбиәтебеҙ ғилеме башы” тип атағайныҡ. Әле лә ошо һүҙҙәрҙе нисәмә тапҡыр ҡабатларға әҙербеҙ. Ул үҙенең күп яҡлы таланты, иҫ китерлек титаник хеҙмәте менән хайран итә, һоҡландыра, фәнгә хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Ул халҡыбыҙҙың рухи-мәҙәни тормошонда октябрь инҡилабы шаршауы артында ҡалып хасил булған традициялар өҙөклөгөнә күҙ йомоп, уның аша ҡыйыу атлап үткән берәүҙәрҙән булды. Ваҡытында йәш ғалимдың был ҡыйыу ынтылышы оло быуын ғалимдарының теләктәшлеген тапты. Ә. Харисовтың “Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы” һәм К.Мәргәндең ҡайһы бер мәҡәләләрендәге күҙәтеүҙәр Ғайса Хөсәйеновтың әҙәби мираҫҡа ҡарата дөрөҫ юлда торғанын күрһәтте. Ә бер аҙ һуңғараҡ уның “Заман. Әҙәбиәт. Әҙип” исемле китабының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булыуын 30-сы йылдарҙың талантлы ғалимы һәм шағиры Ғабдулла Амантайҙың ҡайтанан башҡорт әҙәбиәте ғилеменә ҡайтарып бирелеүе факты рәүешендә лә ҡабул итергә булалыр. Белеүебеҙсә, ул “Милли әҙәбиәтте билдәләү принциптары” исемле хеҙмәтендә башҡорт әҙәбиәтенең революцияға ҡәҙәр үк әле күп быуатлыҡ тарихы булыуын нигеҙләп, шул ҡарашты ҡыйыу яҡлағаны өсөн репрессияға дусар ителде, һәм уның исеме күп йылдар онотолоп торҙо. Ғайса Хөсәйеновтың “Заман. Әҙәбиәт. Әҙип” исемле китабы 30-сы йылдарҙа дәүләт ихтыяры менән ябып ҡуйылған теманы быуаттар төпкөлөнән байҡап, әҙәбиәт ғилеменә күп яҡлы итеп ҡайтарып бирә ине. Унда ғалим, тәү тапҡыр үҙ фәнен осорҙарға (периодизациялау) бүлеп өйрәнеү мәсьәләһен ҡуҙғатып, уны һәр йәһәттән нигеҙләне һәм шуның менән башҡорт әҙәбиәте тарихын быға ҡәҙәр өҫтөнлөк алып килгән ялған ҡараштарҙан азат итеүгә юл асты.
Әйтергә кәрәк, Ғайса Хөсәйенов башҡорт әҙәбиәте тарихын осорҙарға бүлеүҙе, үҙенең “Быуаттар тауышы” исемле китабында тағы ла аныҡлай төшөп, киңерәк итеп күҙаллай, яңы терминдар (төшөнсәләр) индерә. Унда ғалим тарафынан ентекләп тикшерелгән “Ҡиссаи Йософ” әҫәре, тәүарихтар, дастандар, шәжәрәләр, йырауҙар, сәсәндәр ижады, әҙәбиәт теорияһына бәйле нөсхәләр — барыһы ла әҙәбиәтебеҙҙең үткәненә бәйле булыу менән бергә алдағы көнгә төбәлгән ғилми ҡараштар булды.
Ғайса Хөсәйенов ошо китабында әҙәбиәт тарихын осорҙарға бүлеп өйрәнеүгә бәйле боронғо ҡулъяҙма әҙәбиәт һәм уның теле хаҡында бик ҡыҙыҡлы һәм үтә фәһемле бер фекергә килә. Ул башҡорт әҙәбиәтенең ХVIII быуат аҙағына тиклемге боронғо һәм урта быуаттар осорондағы ҡулъяҙма әҙәбиәтенең яҙма тел вариантын башҡорт әҙәби теле тарихына мөнәсәбәттә иҫке башҡорт яҙма әҙәби теле тип атарға мөмкин тип һанай. Аңлашылыуынса, ғалим әҙәби телдең ике формала йәшәп килеүен күҙ уңында тотоп шундай фекергә килгән булырға тейештер. Ғәмәлдә ҡулъяҙма әҙәбиәт теле китап теленән һөйләш теленең ҡағыҙға төшөрөлгән күсермәһе булыуы менән айырыла. Был йәһәттән ул әҙәби телдең бер варианты сифатында ҡаралырға хаҡлылыр.
“Башҡорт әҙәбиәте антологияһы”ның ике томлығына бирелгән баш һүҙендә лә Ғайса Хөсәйенов ҡыпсаҡ һәм Рәсәй осорҙарындағы башҡорт әҙәбиәте тарихына ла шундай уҡ күренеш хас булыуын, әҙәби әҫәрҙәрҙең ике формала ижад ителеүен һәм йәшәүен билдәләй. Ул шунан әҙәби мираҫыбыҙҙың ике төрлө йәшәү формаһы булыуы хаҡында һығымта яһай. Уның береһе халыҡтың һөйләү теленә ҡоролған әҙәби телгә нигеҙләнһә, икенсеһе яҙма төрки телендә йәшәп килә. Әҙәби телдең ике формаһындағы әҙәби мираҫ та бер үк дәрәжәле милли ҡаҙаныш итеп ҡаралырға хаҡлы. Шулай ҙа һуңғыһының әҙәбиәт тарихында үҙ урыны бар, сөнки уның һәр осороноң унан да ышаныслыраҡ шаһиты юҡ.
Ғайса Хөсәйеновтың үҙе өсөн генә түгел, бөтә республика йәмәғәтселеге өсөн иҫтәлекле был көндә уға торошло һүҙ әйтеүе еңелдән түгел. Ғалим, бәлки, быға мохтаж да түгелдер. Шулай ҙа уның юбилейын Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, шуның өҫтөнә Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы, үҙ ғилеменең аҡһаҡалы, заманына тиң шәхес булып ҡаршылауын иҫенә төшөрөп, бөтә йөрәктән тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ, киләсәктә лә шулай хөрмәт һәм данға күмелеп йәшәүен теләйбеҙ.


Вернуться назад