Ғүмер кәсәһе мөлдөрәмә тулы10.04.2013
Ғүмер кәсәһе мөлдөрәмә тулыДәрт-дарманы, ижади ҡомары ташып торған, фиҙакәрлеге, даланлы хеҙмәте менән күптәрҙе һоҡландырған арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ арабыҙҙа күп, шөкөр. Билдәле тележурналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, З. Биишева исемендәге премия лауреаты Луиза Фархшатова – тап шундайҙарҙан.
Ғаләмде шаулатып, нурға һәм йылыға сорнап килгән яҙҙа донъяға килгән ул. Быйыл иһә наҙлы миҙгел ижадсы өсөн бигерәк тә иҫтәлекле – Луиза Азамат ҡыҙы күркәм юбилейын билдәләне. Ошо айҡанлы Конгресс-холда уның ижад кисәһе булды.

“Минән алда өс ҡыҙ тыуғанға күрә, дүртенсегә атайым малай көткән. Холҡомдағы ҡыйыулыҡ, саялыҡ, бәлки, шунандыр”, – ти уйынлы-ысынлы Луиза Азамат ҡыҙы. Әйткәндәй, уның ата-әсәһе лә – замандың абруйлы шәхестәре. Азамат Әхмәҙиев – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, һуғыштан һуң ғүмер буйы Учалы районының Яңы Байрамғол ауылында балаларға белем биргән, күптәргә тормош йүнәлеше күрһәткән мәғариф алдынғыһы булған (вафатына тиҫтә йыл самаһы). Фәриҙә Хәлфетдин ҡыҙы ла – уҡытыусы, күптән инде хаҡлы ялда. Бөгөн төплө аҡыллы, оло йөрәкле, сабыр холоҡло ағинәй – ауылдың йәме һәм ҡото.
Дәрт-дарманы менән һис тә егеттәрҙән ҡалышмаған, хатта ҡайһы бер ваҡыт уларҙан уҙҙырып та ебәргән Луиза Азамат ҡыҙын уҡытыусылары ла, яҡындары ла спортсы булыр, тип күҙаллай. Әммә яҙмыштың үҙ ҡанундары – ул Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә, студент саҡта уҡ әүҙемлеге, булдыҡлылығы менән айырылып тора.
Радиола хеҙмәт юлын башлаған журналистың тәүге ижад емеше – 1989 йылда ойошторолған “Иләү” тапшырыуы. Радиокиңлекте яулағандан һуң ижади дәрт телевидение юҫығына йүнәлтелә: 1992 йылда балалар өсөн “Сәңгелдәк” тапшырыуы ойошторола… ”Тамыр” студияһының (хәҙер – телеканалының) барлыҡҡа килеүе тап ошонан башлана.
Эйе, Луиза Азамат ҡыҙын күптәр бынан ике тиҫтә йыл самаһы элек “Тамыр” студияһын ойошторған етәксе итеп белә. Ә бит был эш ниндәй кәртәләр, ҡаршылыҡтар, һынауҙар аша тормошҡа ашырылды… Мәгәр, ижадсының башланғысы, һис шикһеҙ, ҡотло һәм ырыҫлы булды: бөгөн “Тамыр” телеканалы йәмғиәтебеҙҙә үҙ урынын тапҡан, заман менән бергә атлаған, милли мәҙәниәтебеҙгә, рухиәтебеҙгә йән өргән үҙенсәлекле күренештәрҙең береһе булып тора, телеканал коллективы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ике тиҫтәнән ашыу тапшырыу әҙерләй. Әйтәһе лә түгел: республиканың мәҙәниәт, сәнғәт, мәғариф һәм башҡа тармаҡтарында “Тамыр” тәрбиәһен алған, уның ярҙамында күңелдәренә туған халҡына, теленә ҡарата һүнмәҫлек һөйөү һалынған нисә быуын вәкиле фиҙакәр хеҙмәт итә, уңыштары менән һөйөндөрә. Әйткәндәй, юбилей кисәһен уларҙың сағыу сығышы йәмләне, тамашасылар ҡасандыр телеэкранда бала ғына килеш күргән, хәҙер иһә егет һәм ҡыҙ ҡорона ингән һәләтле милләттәштәребеҙ менән һоҡланып ултырҙы.
Шулай ҙа тележурналистың эшмәкәрлеген балалар өсөн тәғәйенләнгән ижад менән генә сикләү дөрөҫ булмаҫ ине. Луиза Азамат ҡыҙы бихисап телефильмдар авторы һәм режиссеры булараҡ та билдәле. Уның арҙаҡлы шәхестәребеҙ Зәйнәб Биишева, Нинель Юлтыева, Талха Ғиниәтуллин, Арыҫлан Мөбәрәков тураһындағы телефильмдары алтын фондҡа ингән, “Ҡыҙыл түбәтәй”, “Таныш түгел таныштар”, “Мир. Труд. Май” кеүек музыкаль фильмдары ла тамашасы һөйөүен яулаған.
Һәләтле ижадсының ҡәләме лә үткер: республика матбуғатында йәмғиәтебеҙҙең төрлө күренештәрен, көнүҙәк проблемаларын яҡтыртҡан, рухиәтте байытҡан мәҡәләләре донъя күрһә, балалар өсөн яҙылған “Йәшәмеш” йыйынтығы кескәйҙәр өсөн матур күренеш булды.
…Ижадсының юбилей кисәһе, уның бар булмышы төҫлө, ихлас, сағыу үтте. “Ғүмер кәсәһе” тип аталған, исеменә тәрән мәғәнә һалынған сарала Луиза Азамат ҡыҙының ғүмер кәсәһенә хеҙмәттәштәре, ижадташтары, дуҫтары, хөрмәтен һәм ихтирамын белдереп, күңел нурын һипте, сараны матур сығыштары менән биҙәне. Яҡташтары, билдәле шәхестәр Флүрә Килдейәрова, Айгөл Һағынбаева, Салауат Низаметдинов, Вилдан Яруллин, Әлим Ҡәйүмов, Илшат Яхин, шулай уҡ Гөлсөм Бикбулатова, Ильяс Ҡарабулатов, Диләрә Иҙрисова, “Тамыр” телеканалының йәш йондоҙҙары сәхнә түренә йәм өҫтәне.
…Ғөмүмән, тура һүҙле, ҡыйыу йөрәкле, тормошто бар төрлөлөгөндә ярата белгән, һәләтле, сағыу шәхес дәрт-дарманы, әүҙемлеге, көслө рухлы булыуы менән күптәргә өлгө. Әйткәндәй, әсәһенең эшен ҡыҙы ла дауам итә: Флүзә Фархшатова – халыҡ-ара фестивалдәрҙә танылыу яулаған, үҙәк каналдарҙың тамашасылары яратып ҡараған фильмдар һәм сериалдар төшөргән йәш, талантлы режиссер, Мәскәүҙә йәшәй һәм ижад итә. Иң яҡын кешеһен ҡотларға ул да, йыраҡ араны яҡын итеп, ҡайтып еткәйне.
…Һис шикһеҙ, Луиза Фархшатованың ғүмер кәсәһе мөлдөрәмә тулы: унда һөнәри таһыллыҡ, ижади фиҙакәрлек, ҡатын-ҡыҙ һәм әсәлек бәхете лә һыйған. Ошо бөтөнлөктөң сайпылмауын теләйек.


Вернуться назад