Сибайҙарҙың “Хикмәтле күл”е10.04.2013
Сибайҙарҙың “Хикмәтле күл”еКүптән түгел Сибай башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә драматург Мөҙәрис Багаевтың әҫәре буйынса ҡуйылған “Хикмәтле күл” спектакленең премьераһы булды. Башҡортостандың, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, режиссер Дамир Ғәлимов сәхнәләштергән спектакль тамашасының зауығын ҡәнәғәтләндерерҙәй тамаша ине. Комедияла барған хәл-ваҡиғалар, артистарҙың үҙ ролдәрен юғары кимәлдә башҡарыуы — бөтәһе бер матур гөлләмәне тәшкил итте.

Премьерала ҡатнашҡан Мөҙәрис ағай Багаев та, бик ҡәнәғәт булып, тамашаға ҡағылышлы уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты:
— Мин бығаса Салауат башҡорт дәүләт драма театры менән эшләнем, һәм улар ҡуйған һәр спектакль, һәр артист менән яҡшы танышмын. Пьесаға тотонғанда ла, персонаждарҙы, ҡайһы бер артистарҙың холоҡ-фиғеленә, башҡарыу алымына ҡарап, уларға тәғәйенләп яҙырға тырыштым һәм шулай отошлораҡ та килеп сыҡты.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бығаса Сибай театрының спектаклдәрен ҡарарға форсат теймәне. Шулай ҙа сибайҙар үҙенсәлекле итеп, матур уйнай тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетә инем, һәм премьераны ла бик тулҡынланып көтөп алдым. Спектакль көткәнгә ҡарағанда ла һәйбәтерәк килеп сыҡты. Уның ҡуйылышы ла, сәхнәнең биҙәлеше лә, артистарының уйыны ла һоҡланғыс булды. Ғөмүмән, сибайҙарҙың уйынын көтөп алған, уларҙы мөкиббән яратып, һоҡланып ҡараған үҙ тамашасыһы бар, һәм уларҙың күпселеген йәш быуын вәкилдәре тәшкил итеүе үтә лә ҡыуаныслы.
Спектаклдә барған хәл-ваҡиғалар бөгөнгө ауылдарыбыҙҙың йәшәйешен, уларҙағы сетерекле мәсьәләләрҙең тамырын асыҡ сағылдыра. Автор әҫәрендә ил-еребеҙҙе күҙ ҡараһылай һаҡларға кәрәклегенә ишара яһай. Спектаклдең быйылғы Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылында ҡуйылыуы ла һәйбәт, сөнки унда туған тәбиғәтебеҙҙең тәләфләнеүе, таланыуы, бысраҡҡа батырылыуы сағылыш таба, һәм былар барыһы ла артистарҙың оҫта сығышы менән тамашасыға еткерелә. Башҡортостандың халыҡ артистары Зифа Баязитова, Рәмилә Хоҙайғолова, Риф Сәйфуллин, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Рәдиф Яныбаев, Юнир Ғәйнуллин, Марс Итбаев, Әлфирә Йосопова, Әлфирә Ғәлләмова, шулай уҡ спектаклдә ҡатнашҡан йәш артистар ҙа үҙҙәренә бирелгән ролде тейешенсә аса алған. Режиссерҙың бай тәжрибәһе, композиторҙың күңелгә ятышлы моңо, артистарҙың оҫталығы күңелгә һеңеп тора һәм шуға ла тамаша еңел ҡабул ителә.
Мөҙәрис Багаев менән Сибай башҡорт дәүләт драма театрының тәүге хеҙмәттәшлеге татлы емеш бирҙе һәм автор ҙа, театр коллективы ла ул һуңғыһы булмаҫ, тигән ышаныс белдерҙе. Шулай булырына өмөт ҙур, сөнки талантлы автор менән коллектив берлеге генә яңы бөйөк үрҙәр яуларға мөмкинлек бирә, театр донъяһын һоҡланғыс әҫәрҙәр менән байыта.


Вернуться назад