Шағирҙың күңел көҙгөһө10.04.2013
Шағирҙың күңел көҙгөһөБашҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың ике китаптан торған “Көндәлектәр”е тураһында гәзитебеҙҙә хәбәр иткәйнек инде. Күптән түгел Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһында “Көндәлек”тәрҙең исем туйы булды. Шағирҙың күңел көҙгөһөнә бағырға теләүселәр залға һыйманы хатта.
Күңел көҙгөһө! Ысынлап та, был китаптарҙа тормошобоҙҙоң дүрт тиҫтәнән ашыу осоро сағылыш тапҡан. Ләкин шағир күңеленең көҙгөһө салыш түгел, донъяның ҡиәфәтен нисек бар шулай сағылдыра. Көнөндә, мәлендә булған ваҡиғалар, кисерештәр йылылай ғына ҡағыҙ битенә теркәлә барған, мәңгеләштерелгән.
Исем туйына килгән шағирҙың дуҫтары, ҡәләмдәштәре, әҙәбиәт һөйөүселәр “Көндәлектәр”гә ҡарата фекерен белдерҙе. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, күренекле шағир Хәсән Назарҙың сығышы кисәлә әйтелгән фекерҙәрҙең барыһын да үҙ эсенә алды тип әйтергә була. Уның сығышын һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.

Рауил Бикбаевтың көндәлектәре ҡарамаҡҡа уҡ хайран ҡалдырып, ҡалын-ҡалын баҫмалар булып донъяға сыҡты. Ике китап. Һәр береһе эпопеялар ҡалынлығында. Тауҙай хеҙмәт.
Шағирҙың ҡаҙаныштары әҙәбиәтебеҙ, халҡыбыҙ өсөн былай ҙа шөкөр итерлек. Үҙәктә, әлбиттә, әҫәрҙәренең биш томлығы. Уларға өҫтәп “Рәми” тигән тос китабын, Шәйехзада Бабич тураһындағы монографияһын, башҡа хеҙмәттәрен дә әйтһәк, “Көндәлектәр” тигән был баҫмалар шәхестең ҡеүәтен тағы нығыраҡ асыҡлап ебәрә.
Шәхестең, тинем. Көндәлектәрҙең йәне-тәне ул, әлбиттә, Рауил Бикбаев шәхесе, уның яҙмышы. Был — тәбиғи.
Шағирҙың, ғилем эйәһенең тормош һабаҡтарын, ижад тәжрибәһен, шәхси һәм ижтимағи асылын, психологик профилен ябай, тимәк, тәбиғи стилдә сағылдыра көндәлектәр. Уларҙағы төрлө һәм төплө мәғлүмәттәрҙең, хәтирәләрҙең баһаһы артабан арта ғына барасаҡ. Тарихсылар, әҙәбиәт белгестәре өсөн үҙе бер сығанаҡ буласаҡ. Мәҡәләләре, юлъяҙмалары, ғилми хеҙмәттәре, шиғриәте өсөн башланғыс маяның ошо көндәлектәрҙә ятыуы ла ижадсылар өсөн фәһем булырлыҡ.
Рифмалап, мәғәнәле итеп һүҙҙәрҙе сәсәндәрсә уйнатыумы, афоризм булырлыҡ фекерҙәрҙе теркәп ҡуйыумы — был осраҡтар, был сатҡылар ике китапта ла ифрат мул, теләһәң, айырым бер йыйынтыҡ төҙөрлөк.
Шуныһы мөһим: бер шәхес яҙмышында ғына ла заман һулышы, дәүеребеҙ рухы бөркөлөп тора. Мостай Кәрим менән Рәми Ғарипов көндәлектәренең ҡиммәте һәм һиммәте лә шунда бит.
Университеттан һуң Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми өлкәлә сынығыу, нисәмә йыл буйы үҙе етәкселек иткән Яҙыусылар союзы мөхите, төрлө илдәргә сәфәрҙәргә сығыу, Ырымбур, Мәскәү, Ҡазан һәм башҡа тарафтарҙың юлдары, республикабыҙҙың иңен иңләп, буйын буйлап йөрөүҙәр — күргән-белгәндәр, уйланыуҙар асылда шуларға бәйле. Ҡазан тигәндән, татар менән башҡорт, башҡорт менән татар мөнәсәбәттәренә, туғандашлыҡ мәнфәғәттәренә ҡағылышлы фекерҙәр әленән-әле ҡабатланып килгеләй.
Ә бит, бер яҡтан, ғаилә тормошо ла бар. Ул үҙе бер донъя. Аҙмы ни тормош-көнкүреш мәшәҡәттәре! Әммә, үҙе улай булмаһа ла, авторҙың ҡәләме донъя ваҡлыҡтарынан өҫтөн.
Ҡатын ҡосағында йәшәмәнек,
Халыҡ ҡосағында йәшәнек, —
тип әйтерлек тә шул. Шулай ҙа күккә ашҡанында ла, утта янғанында ла хәләл ефете һәр ваҡыт уның янында.
“Көндәлектәр”ҙән күренеүенсә, шағир төндә лә, таңда ла тороп төп миссияһына тотона — яҙа, уҡый, яҙа... Нишләмәк, бына шундай инде ул әҙип яҙмышы. Баҡса эше шағир эше түгел, ахыры, тип ҡуйған мәле лә барҙыр.
Һәр хәлдә, шағирҙың артабанғы көндәлектәре, моғайын, асылда уның дәүләт эшмәкәрлегенә һәм, әлбиттә, ижадҡа бәйле булыр, тип фараз итергә генә ҡала. Тик әле һүҙ — донъя күргән китаптары хаҡында.
“Көндәлектәр”ҙә вазифаһы, күңеле ҡушҡанса күрелгән хәстәрлектәр ҙә, фәлсәфә лә, лирика ла, сәйәсәт тә етерлек. Улар, төрлө хәбәр-хәтерҙәр, һығымталар менән бергә үрелеп, бөтөн бер туҡыманы хасил итә. Шуға ла һәр бите икенсеһенә әйҙәп кенә тора.
Тиҫтәләгән йылдар буйы алып барылған көндәлектәрҙең егерме йыл арауығы китаптарҙа (1968—1999; 2000—2009). Миҫалдар тиһәң, барлыҡ йөкмәткене килтерергә кәрәк булыр ине. Шигем юҡ, улар һәр даирәлә, һәр ҡатламда резонанс аласаҡ.
Вазифалар, мөнбәрҙәр дипломатияға өйрәтмәй ҡалмайҙыр. Ләкин көндәлектәрҙә авторҙың үҙ-үҙенә йөрәге асыҡ, күңеле аяҙ. Вайымһыҙлыҡ та, кемдәргәлер ярарға, баҙар ҡомағайлығына, глобализацияға яраҡлашырға тырышыу ҙа юҡ. Әммә һәр кемдә була торған йәшерен серҙәрҙе, йәшлектәге мауығыуҙарҙы сисеп барырға ла бер кем дә асығауыҙ малай түгел. Хатта үҙ-үҙенә лә. Пушкин һынлы Пушкин да көндәлектәрендә быны кәрәк тип тапмаған бит.
Рауил Бикбаевтың “Көндәлектәр”ен уҡып, үҙебеҙҙең мөхиттәге ҡайһы берәүҙәрҙең тура һүҙҙән, субъектив фекерҙән сикәһе ҡыҫылып ҡуйыуы ла ихтимал. Донъяһы шундай — һәр саҡ арҡанан ҡағышып ҡына, һин дә шәп, мин дә шәп тип кенә йәшәүҙәре мөмкин түгел.
Мөхит менән тәхет урталығында ижад кешеһенә айырыуса еңел түгелдер. Бигерәк тә төрлөһө төрлө кимәлдәге сыбар мөхиттә һеркәһе һыу күтәрмәҫ әҙәмдәр ҙә, терәпестәр ҙә, хаҡлыҡты алға үткәрмәҫ терһәклеләр ҙә, улай ғынамы, йөрәкте яраларлыҡ рәнйеүҙәр ҙә бар. Кисерә белеүгә, ҡайтымһаҡлыҡҡа ғына урын тар. Халҡыбыҙҙың, ике туған яғалаша, атҡа менһә яраша, тигән һүҙҙәре онотолмаһын ине лә бит. Шағир көндәлектәре ошо хаҡта ла уйландыра. Ә ул, Рауил Бикбаев, тотош яҙмалары аша атҡа менгән, бәйгеләргә сыҡҡан уҙаман булып һынлана.
Беҙ беләбеҙ, тәкәбберлекте лә, байғошлоҡто ла халыҡ яратмай. Ә уның үҙенә мөнәсәбәт һуң? Ҡаҙаҡтың бөйөк улы Абайҙың “Нәсихәт һүҙҙәре”н уҡығас, шағирыбыҙ көндәлегенә былай тип яҙып ҡуя: “Туған халҡың менән бөгөн нәҡ бына шулай һөйләшергә кәрәк. Уны нисек тә идеаллаштырырға, ерҙәге кешелек тарихын башлап ебәреүсе итергә тырышып, күккә күтәрергә түгел, уның бөгөнгө оло бурыстары һәм үтә ваҡ ҡылыҡтары тураһында шулай ирҙәрсә, дөрөҫлөктөң күҙенә ҡарап һөйләшергә кәрәк”.
Шағир шулай ғүмере буйы илһамлы ғазап эсендә өҙгөләнә, ул фиҙакәрлекте талап иткән яңғыҙлыҡҡа дусар. Бергә йәшәһә лә, әҫәрҙәрен халҡы менән бергә яҙмай бит. Йөрәге яраланған саҡтарҙа ла халҡы йүгереп килеп етмәй.
Рауил Бикбаевтың көндәлектәрҙәге уйланыуҙарында, хатта мәғлүмәттәрендә беҙ халҡын да, ҡәләмдәштәрен дә, башҡа күп кешене лә күрәбеҙ, ҡыуаныстарын, әрнеүҙәрен бергә кисерәбеҙ. Быныһы, бәлки, китаптарҙың әһәмиәтен нығыраҡ та күтәрәлер. Бер ҡаҙанда ҡайнап йәшәгән замандаштары, ҡорҙаштары иғтибар һәм ихтирам өсөн авторҙың ҡулын ҡыҫҡандай булыр, арабыҙҙан киткән остаздарҙың һәм дуҫтарҙың ҡәҙерле йөҙ-һыны әле үҙҙәре иҫән саҡта аҙмы-күпме һүрәтләнеп ҡалған икән, тип тә иҫтәлектәрен яңыртыр. Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Сыңғыҙ Айытматов, Назар Нәжми, Рәсүл Ғамзатов, Әхиәр Хәким, Әнүр Вахитов, Рәшит Солтангәрәев, Зиннур Ураҡсин, Муса Ғәли, Рафаэль Сафин, Булат Рафиҡов, Рәшит Назаров, Динис Бүләков, Рәйес Түләк... Көндәлектәрҙә, әлбиттә, айырым бер штрихтарҙан, деталдәрҙән ары китеп булмай. Ләкин улар ҙа хәҙер факттарҙың, ысынбарлыҡтың тере бер һулышы булып ҡаласаҡ. Затлы, зыялы, зауыҡлы заттарыбыҙҙың исемен генә телгә алыу ҙа мираҫты, аманатты теремек итә төҫлө.
Ошо юлдарҙы яҙғандан һуң уларға ҡапма-ҡаршы тигәндәй, бүтәнсәрәк уй-фекер ҡуҙғып үтте. Бына бер тоҡомданмы — бал ҡорто бар, иңкеш бар, һағыҙаҡ бар. Тәүге икәүһе бал йыя. Һуңғыһы — әрәмтамаҡ. Бал йыйғандарының да ҡото-бәрәкәте бер сама түгел. Иңкештеке, әгәр аҡланда тап булһаң, бер-ике балғалаҡлыҡ. Барыһы ла тәбиғәттең йән эйәһе, барыһы ла йәшәүгә хаҡлы. Ҡайһы берҙәре, айырыуса һағыҙаҡтар, күҙеңде астырмаҫтан сағырға әҙер. Кешеләр араһында ла шулай түгелме ни?! Әйтеп үткән аҫыл заттар, бөгөнгө талантлы әҙиптәр, гүйә, бал ҡорттары улар. Остазыбыҙ Рәми Ғарипов һүҙҙәренсә:
Мин халҡымдың сәскә күңеленән
Бал ҡортондай ынйы йыямын.
Ынйы тигәндән, Паустовскийҙың “Алтын роза” тигән әҫәре иҫкә төшә. Ундағы Жан Шамет, ювелирҙарҙан ҡалған саңдай бөрсөктәрҙе йыйып, алтын сәскәне нисек ҡойоп ҡуйһа, шағир образы өсөн дә мәлдәр һәм ошо “Көндәлектәр” шуға бәрәбәр. Бының өсөн төнгө һәм таңғы сәғәттәрҙә күпме ихтыяр көсө сарыф ителгән! Их, шул көс миндә лә булһасы, тип уйлап ҡуйырлыҡ ирекһеҙҙән. Юҡ, был көс, был таһыл һәр кемгә лә бирелмәйҙер шул. Юҡһа, милләттең, әҙәбиәттең китап кәштәһе әллә ҡасан әллә күпмегә тағы байыға төшөр ине.
Ихтыярҙы иң элек маҡсат билдәләй. Бына көндәлектәрҙән тетрәндергес бер өҙөк: “Илле менән алтмыш араһында мине ҡайғылар ныҡ сыныҡтырҙы, ныҡ һелкетте, күп һынаны. Айҙарҙы юғалттым... Мөхәббәт кисерештәре, юғалтыу, табыу, ҡанатланыу... Был кисереш, был өҙгөләнеүҙәргә тиклем мин күп мәсьәләләрҙә бер ҡатлы романтик булғанмын. Хәҙер инде мин башҡасараҡ. Союзда эшләү күп нәмәгә күҙҙәремде асты, кешеләрҙе ҡәҙерләргә, сәйәсәттең яман асылын нығыраҡ аңларға, үҙемә яҙмыш тарафынан һалынған яуаплылыҡтың ни тиклем оло һәм ауыр икәнлеген тулыраҡ белергә өйрәтте.
Бәлки, киләһе ун йыллыҡ ғүмеремдең иң удар, иң эшмәкәр, иң етди осоро булырға тейештер. Аллаһы Тәғәлә ошо ун йылымды иҫән-һау йәшәргә генә насип итһен ине.
Мөғжизә булып, йәшлегеңә ҡайтыр инеңме тиһәләр, мин йәшлеккә кире ҡайтмаҫ инем. Ундағы фәҡирлек, иҙелеү-ҡыҫылыу, хистәрҙең алданыуы, буш мауығыуҙар һ.б. — кәрәкмәй улар. Әй тәңрем, йәшлегемдең ҡайтмаҫын беләм, көс бир миңә, ғүмер бир миңә, уйҙарымды халҡыма еткерерлек зиһен-хәтер, дәрт-илһамдар бир миңә, инаныу-имандар бир миңә! Насип булып, ғүмерҙәрем һикһәнгә етһә лә, алтмыш менән етмеш араһындағы һымаҡ ун йыллыҡ булмаясаҡ миңә! Шуларҙың ҡәҙерен белеп ҡалырға ине!”
Шулай ти ҙә шағир үҙенә аныҡ бурыстар ҡуя. 1999 йылдың 15 апрелендәге был яҙмала ҡуйылған ул бурыстар, ил-ҡәүемебеҙ күреп-белеп тора, артығы менән ғәмәлгә аша килә.
Халыҡ шағиры, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре, бөгөнгө ҙур шәхестәребеҙҙең береһе Рауил Бикбаев, шөкөр, көндәлектәр жанрындағы ошо бик тә һәлмәк, бик тә мәртәбәле китаптары менән дә үҙенең быйыл билдәләнәсәк 75 йәшен ир-арыҫландарса ҡаршылар.


Вернуться назад