Автомобиль — Илеш егетенә09.04.2013
Автомобиль — Илеш егетенәЯрты быуатлыҡ тарихы булған Нефтекама ысын мәғәнәһендә республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш төбәгенең мәҙәни үҙәгенә әйләнде. Ҡала сәхнәләре бер көн дә тын торғаны юҡ. 4—6 апрелдә үткән “Дуҫлыҡ моңо” башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың халыҡ-ара фестивале лә тамашасылар өсөн өс көнлөк ҙур байрамға әүерелде. Нефтекама ҡала хакимиәте республиканың Мәҙәниәт министрлығы һәм Халыҡ ижады үҙәге менән берлектә 15-се тапҡыр ойошторған бәйгелә Башҡортостандың алты ҡалаһы һәм 17 районынан — 38, Татарстандың ике ҡала һәм ике районынан — 14, Силәбе өлкәһенән — биш, Пермь крайынан һәм Ырымбур өлкәһенән — өсәр, Ҡырғыҙстандан — ике, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларынан, Свердловск һәм Пенза өлкәләренән, Ҡаҙағстан һәм Төркиәнән берәр йырсы көс һынашты. Улар Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Миләүшә Мортазина рәйеслегендәге абруйлы жюри ағзаларына үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте.

6 апрелдә фестивалдең гала-концерты булды. Сарала Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
— Тиҫтә йылдан ашыу фестиваль Нефтекаманың сағыу визит карточкаһы булып тора, — тине Президент, залда йыйылғандарҙы сәләмләп. — Әйткәндәй, быйыл ҡала үҙенең ярты быуатлыҡ юбилейын билдәләне, һәм был музыкаль форум бар халыҡ өсөн матур бүләк булды. Ә сараға мәшһүр йырсыбыҙ Фәриҙә Ҡудашева исеме бирелеүе — фестиваль тарихындағы мөһим ваҡиғаларҙың береһе. Был арҙаҡлы шәхестең иҫтәлегенә ихтирам һәм Башҡортостандың данлы ҡыҙының исемен мәңгеләштереү генә түгел, ә фестивалдең төп идеяһының сағылышы ла. Фәриҙә апай үҙенең фиҙакәр хеҙмәте менән башҡорт һәм татар халыҡтары мәҙәниәтен яҡынайтыуға күп көс һалды.
Рөстәм Хәмитов фестивалдең йылдан-йыл сиктәрен киңәйтеүен дә билдәләне.
Президент ҡотлауынан һуң еңеүселәрҙең исеме аталды. “Дуҫлыҡ моңо”ноң иң ҙур бүләге — “Лада” автомобиле — Илеш районы егете Илнар Шәрәфетдиновҡа тапшырылды. Беренсе урынды Нефтекаманан Ринат Сәлихйәнов менән Ҡазан ҡалаһынан Фәриҙә Сөнғәтова яуланы.
Конкурсанттарҙың башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыу оҫталыҡтарынан сығып, жюри ағзалары дүрт икенсе һәм биш өсөнсө урынды алыусыны билдәләне. Өфө ҡалаһынан Айгөл Әхмәтшина, Учалынан Илдар Жамалов, Татарстандың Яр Саллы ҡалаһынан Нияз Хаматшин һәм Ҡырғыҙстандан Нурзат Садыҡова фестивалдең II дәрәжәләге лауреаттары булды. Өсөнсө урындарҙы Шаран районынан Марсель Фәтҡуллин һәм Татарстан вәкилдәре Айгөл Ғәрдисламова, Розалия Талибуллина, Лилиә Хөсәйенова һәм Алмас Хәсәновтар бүлеште.


Вернуться назад