Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай ауылында йәшәүсе күп балалы һәм татыу ғаиләләрҙең береһе — Рәхимә һәм Сәфәрғәле Хәсәновтар, “Башҡортостан” гәзите иғлан иткән акцияға ҡушылып, нәҫеле менән баҫмаға яҙылған. Өлгөлө ғаилә менән беҙ ҙә танышып ҡайттыҡ.
Иңгә-иң терәшеп, бер-береһен ихтирам итеп, 62 йыл татыу ғүмер кисергән Рәхимә Сәйфулла ҡыҙы менән Сәфәрғәле Рәхимйән улы Хәсәновтарҙы районда ғына түгел, республикала белмәгәндәр һирәктер. Бөтә Рәсәй “Берҙәм ғаилә” телевизион конкурсы еңеүселәренең (1982 йылда), Башҡортостандың “Ғаилә биҙәге” республика фестивале лауреаттарының (1998 йылда) 11 балаһын, кейәү-килендәрен, ейән-ейәнсәрҙәрен, бүлә-бүләсәләрен бергә йыйғанда, йөҙгә яҡын кеше иҫәпләнә. Ә нәҫелдәре яғынан туғандарын да ҡушып ебәрһәң, тотош бер ауылды хасил итерлек. Шулай ҙа ғаиләнең иң ҙур еңеүе — 2008 йылда Мәскәүҙә үткән III Бөтә Рәсәй “Рәсәй ғаиләһе” ғаилә ижады фестивалендә ҡатнашып, “Рәсәй ғаиләһе” тигән исемгә лайыҡ булыуы. Иҫ киткес һоҡланғыс, талантлы һәм сағыу ғаилә ансамбленең сығыштары күптәрҙе әсир иткәйне ул саҡта. Ғөмүмән, Хәсәновтарҙың ғаилә ансамбле районда ғына түгел, республикала ла берҙән-бер халыҡ ғаилә ансамбле исемен йөрөтә. Балаларында халҡыбыҙҙың моңло йырҙарына һәм мәшһүр бейеүҙәренә, сәсәндәр ижадына, боронғо йолаларға ҡарата тоғролоҡ һәм ҡыҙыҡһыныу уята алыуҙары менән бәхетле Рәхимә инәй менән Сәфәрғәле олатай. Шулай булмаһа, балалары сәнғәт, мәҙәниәт, мәғариф өлкәһендә халыҡ һөйөүен яулай алыр инеме ни?! Юҡтыр, үҙең йыр-моң яратмай тороп, бала күңеленә юл табыуы еңел түгел ул.
— Беҙ иҫ киткес серле һәм әкиәти донъяла тәрбиәләнгәнбеҙ, — тип хәтерләй балалары. — Атайыбыҙ ғүмер буйы көтөүсе булды, әсәйебеҙ беҙҙе баҡты. Оҙон көн буйына ҡырҙа мал көткән сағында ҡурай тартып, төрлө көйҙәр өйрәнгән атай әкренләп был һөнәрен беҙгә тапшырҙы. Әсәйебеҙ таҡмаҡ сығарырға һәләк маһир, әле лә бергәләшеп йыйылған саҡта үҙ-ара таҡмаҡ әйтешеп алабыҙ. Ҡәҙерлеләребеҙҙең бер-береһенә ҡарата йылы мөнәсәбәте, үҙ-ара шул тиклем татыу булыуы һоҡландыра. Улар янына ҡанатланып ҡайтабыҙ, йылылыҡ һәм дәрт алып китәбеҙ.
Ысынлап та, һикһән ике йәштәрен теүәлләгән Хәсәновтар күптәргә өлгө булырлыҡ. Әле булһа йылҡы малы аҫрайҙар. Ат йәнле Сәфәрғәле олатай матурҡайҙарынан айырыла алмай. Һәр саҡ хәрәкәттә булғанғалыр, беҙ барған көндө лә, балаларынан бер ҙә ҡалышмай, рәхәтләнеп бейеп алды! Абруйлы атай, өлгөлө ғаилә башлығы әйтеүенсә, уның Мәскәү, Өфө сәхнәләрен дер һелкеткән саҡтары ла булған. Әммә бөгөн ул Ҡыш бабайҙан күңелендә күптән йөрөгән хыялының тормошҡа ашыуын түҙемһеҙләнеп көтә — Сәфәрғәле олатай Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән күрешеүгә өмөтләнә. Кем белә, бәлки, Сәфәрғәле Хәсәновҡа Президент менән осрашыу бәхете тейер ҙә, улдары уйнаған ҡурай моңо аҫтында дер һелкетеп бейеп тә ебәрер әле?!
Күңелдәре менән йәш, балалары менән бәхетле, сәнғәтте яратыуҙары менән нурлы ғаилә хужаларының тағы ла бер сифатын һеҙгә еткерге килә. Өлкән йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, Рәхимә инәй менән Сәфәрғәле олатай матбуғаттан айырылмай: республика һәм район гәзиттәрен алдырып, бер-береһен донъя яңылыҡтары, илдә һәм республикала барған хәлдәр менән таныштырып, уҡып баралар. Ун бер балаһына ла юғары белем биреүгә өлгәшкән Хәсәновтарға ҡарап, бәхетле ҡартлыҡ кисереүҙәрен тойорға мөмкин. Халҡыбыҙ моңона булған һөйөү, бер-береһенә ҡарата ихтирам һәм иғтибар, туғанлыҡ ептәренең тәрән, үҙ-ара татыу һәм берҙәм булыуы һөҙөмтәһендә әллә күпме уңыштарға өлгәшкән Хәсәновтар. Бөгөн улар үҙҙәренең рухлы, сәмле, дәртле һәм белемле булыуҙарын тағы бер ҡат иҫбатланы — бар нәҫел-нәсәбе менән “Башҡортостан”ға яҙылды.
— “Башҡортостан” гәзите менән бергә үҫтек, — ти Хәсәновтарҙың Сибай ҡалаһында йәшәүсе ҡыҙҙары Рәүилә. — Һәр кис һайын урындыҡҡа теҙелешеп, бер-беребеҙҙән уҙышып гәзит-журналдар уҡыған иҫтә. Етеш йәшәмәһәк тә, атай-әсәйебеҙ балаларын рухи аҙыҡтан бер ваҡытта ла мәхрүм итмәне, шуғалыр ҙа һәр беребеҙ әҙәбиәткә, мәҙәниәткә ғашиҡ булып үҫтек, әле лә ваҡытлы матбуғаттан айырылғаныбыҙ юҡ. Тап “Башҡортостан” беҙҙең ғаилә гәзитенә әүерелеүенә, атай-әсәйебеҙгә балалар тәрбиәләүҙә ҙур ярҙамсы булыуына сикһеҙ шатмын.
Баймаҡ, Сибай, Әбйәлил яҡтарында йәшәүсе Хәсәновтарҙың ун бер балаһының, шулай уҡ туғандарының һәм ейән-ейәнсәрҙәренең ғаиләләре Яңы йылды “Башҡортостан” менән ҡаршы аласаҡ. Татыу ғаилә матур уйҙары һәм күптәргә фәһем булырлыҡ аҙымы менән йәнә өлгө күрһәтте. Иманым камил, республикала Хәсәновтарҙың өлгөһөнә эйәрерлек ғаиләләр күп. Матур башланғысты юғалтмаһаҡ ине!
Кәримә УСМАНОВА
Баймаҡ районы.