Театрҙар тураһында закон буласаҡ09.04.2013
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре комитеты ултырышында “Башҡортостан Республикаһында театрҙар һәм театр эшмәкәрлеге тураһында”ғы закон проекты ҡаралды, тип хәбәр иттеләр республика парламентының матбуғат хеҙмәтенән.
Быйыл мартта Өфөлә үткән парламент тыңлауҙарында ошондай законды ғәмәлгә индереү зарурлығы хаҡында һүҙ барғайны. Проект республикалағы театрҙар иҫәбен яйға һалыу маҡсатында реестр төҙөүҙе күҙаллай. Ул мәҙәниәт учреждениеларына дәүләт ярҙамы күрһәтеү, театр хеҙмәттәрен ойоштороуҙа үҙ-ара эш итеү, контроль булдырыу мөмкинлеген бирәсәк. Закон ҡабул ителһә, театр эшмәкәрлеген үҫтереү, уларға булышлыҡ итеүҙең хоҡуҡи гарантиялары барлыҡҡа киләсәк.