Уҡыусыларға бүләк09.04.2013
Уҡыусыларға бүләкЗәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә "Һаҡмарбаш" исемле китап нәшерләүгә әҙерләнә.

Фәйләсүф әйтмешләй, һәр яңылыҡ — ул иҫкенең ҡабаттан асылыуы, билдәле хәҡиҡәттең яңыртылыуы. Ысынлап та, мин дә яңылыҡ асам, шуны уҡыусыға еткерәм: Иҙрис Ноғманов йондоҙлоғо...
Иҫке тигәндән, Иҙрис Ноғмановтың әҫәрҙәре "Аманат", "Һәнәк", "Шоңҡар", "Ағиҙел" журналдарында, "Башҡортостан", "Йәшлек", "Киске Өфө" һәм район гәзиттәрендә баҫылды, автор үҙе "Аманат" журналы, "Йәшлек" гәзите редакцияларының лауреаты булды.
Уның сәсмә әҫәрҙәрен уҡып шуға инанаһың: халҡыбыҙҙың ижад ҡеүәһе, уның бөтмәҫ-төкәнмәҫ рухи көсө иҫте китәрә. Бар бит, бар, Хоҙай Тәғәлә биргән беҙҙең ҡәүемгә байлыҡты — һөйөнәйек, ҡыуанайыҡ. Иҙрис Ноғманов — әҙәбиәтебеҙҙең яҡты өмөтө!
Иҙрис кесе йәштән ижадҡа тартыла, нәҫерҙәр, уймаҡ хикмәттәр, хикәйәләр яҙа, һуңынан повестарға, романдарға тотона, әҫәрҙәре абруйлы баҫмаларҙа донъя күрә. "Ауыл хикәйәләре" (2007), "Әсәйгә бүләк" (2008), "Ғүмерлек һағыш" (2009) кеүек китаптары баҫыла. "Һаҡмарбаш" исемле тарихи романы айырыуса ныҡ танылды.
Ғөмүмән, уның "Яҙлыҡҡан яҙмыштар", "Ғүмерлек һағыш", "Ир иткән дә, ер иткән дә...", "Сыбай ҡашҡа", "Күк Ирәндек ҡуйынында", "Аждаһа эҙенән", "Ҡаҙаҡҡар" атамалы ҙур күләмле әҫәрҙәре бар. Улар ҙа киләсәктә баҫылырға, китап булып сығырға сират көтә. Яҙыусы булараҡ Иҙрис Ноғманов — киң һулышлы прозаик, башҡорт һүҙ сәнғәтенең оло традицияларын лайыҡлы рәүештә дауам итерҙәй ижадсы. Минеңсә, киләсәктә лә уҡыусыларының өмөтөн аҡлар. Әле үк ул — әллә күпме конкурс, премиялар лауреаты, тыуған яғының данлы үткәне, халҡы тарихы менән ҡыҙыҡһына. Уға артабанғы ижадында уңыштар, аҡ юл теләге килә. Өмөттәрең ҙур, Хоҙайҙың тәҡдире киң, осраҡлыҡтар етерлек, әммә бәхеттәрең ысын булһын, әҙип!


Вернуться назад