Һүрәттәрҙә — булмыш балҡышы09.04.2013
Һүрәттәрҙә — булмыш балҡышыА.Э. Тюлькиндың йорт-музейында Өфө сәнғәт училищеһының икенсе курсында белем алған студенттарҙың ижади эш күргәҙмәһе асылды.

Һынлы сәнғәт серҙәрен уларға училище уҡытыусылары — Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Рәсәйҙең һәм республикабыҙҙың Рәссамдар союзы ағзаһы Рәмил Мәғлиев менән З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлаған Роман Мәғлиев — өйрәткән.
Экспозицияла баш ҡалабыҙ йылдың төрлө миҙгелендә сағылдырылған. Әлеге студенттар ҡасандыр Өфө сәнғәт училищеһындағы живопись бүлегендә ижад юлын башлаған оҫта рәссамдарҙың, скульптор һәм графиктарҙың данлы традицияларын лайыҡлы дауам итә. Анастасия Артамонова, Александра Клих, Ксения Рыбак, Марина Храмова, Әлиә Ғәймәйетдинова, Константин Курсанов, Кирилл Никитиндарҙың литографияларында боронғо ҡала темаһы асыла. "Ихата", "А. Тюлькиндың Һүрәттәрҙә — булмыш балҡышыйорт-музейы", "Һуңғы нур", "Өфө ихатаһы", "Нижегородкала ташҡын", "Покров сиркәүе", "Йәмиғ мәсете алдында" кеүек әҫәрҙәрҙә ҡала урамдары, мәсет, сиркәү көмбәҙҙәре, Өфөнөң тирә-яғы бөтә тулылығында күҙ алдына баҫа. Ябай һәм аңлайышлы композициялар, ҡаланың таныш урындарына тарихи экскурс таштарҙа сағыла. Ҡуйы, сағыу буяуҙар хәтерҙә уйылып ҡалырлыҡ тәьҫораттар тыуҙыра. Асыҡ һауала төшөрөлгән этюдтар шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп итә. Башҡортостандың күренекле пейзажсылары, һынлы сәнғәт оҫталары Борис Домашников, Рәшит Нурмөхәмәтов, Александр Бурзянцев, Геннадий Огородов һәм башҡа рәссамдарҙың шедеврҙары тап пленер эштәрендә тыуған.
"Рәссам күргәнде түгел, ә күңеле кисергәнде төшөрә", — тигән Пабло Пикассо. Тәбиғәттең кәйефен тойоп сағылдыра белеү һынлы сәнғәттә ҙур әһәмиәткә эйә. Шуға күрә Георгий Попов-Львовтың, Анастасия Артамонова менән Александра Клихтың пейзаждарына ҡараһаң, күңел күтәрелә. "Өфөлә төш ваҡыты", "Тәҙрәнән Һүрәттәрҙә — булмыш балҡышыкүренеш", "Ҡояшлы май" әҫәрҙәрендәге сюжеттың үҙенсәлекле декоратив нигеҙен нәҡ төҫтәрҙең сағыулығы, төрлөлөгө тәшкил итә. Һәр пейзаж көндөң ниндәй мәле булыуға, яҡтылыҡ үҙенсәлегенә ҡарап үҙгәрә: йорттарға төшкән күләгә ҡуйыра төшә, ағас япраҡтарында — ҡояш нурҙары, күл өҫтөндә шаян тулҡындар уйнай.
Рафаэль Мәсәлимов, Ләйсән Искәндәрова, Кристина Дмитриева, Наталья Костенко, Марина Храмованың ижади эштәре лирика менән һуғарылған. Боронғо Өфөнөң онотолмаҫ матурлығын һаҡлаған "Гоголь урамындағы йорт күтәрмәһендә", "Киров урамындағы ағас", "Коммунистик урамдағы йорт", "С.Т. Аксаков паркы", "Ҡыҙыл машина", "Аксаков урамы" кеүек сәнғәт әҫәрҙәрендә төҫтәр бер бөтөн композицияны тәшкил итә, кәйефте күтәрә. Александра Клих, Георгий Попов-Львов һәм Ксения Рыбактың сюжеттары тыныслыҡ, аһәң менән башҡарылған. Картиналарҙағы сирен сәскәләре, өй янындағы алмағастар, ҡояш нурҙары, аҡ болоттар яҙ етеүенә, тәбиғәттең яңырыуына ишаралаһа, икенселәрендә — көҙ һулышы. Рафаэль Мәсәлимов менән Ксения Рыбактың эштәрендә кондитер фабрикаһы торбалары, бейек йорттар, кеше һындары ер менән күк араһындағы кескәй генә бер һыҙатта тупланған. Был әҫәрҙәр алыҫ офоҡҡа йүнәлтелгән композицияны тәшкил итә.
Һәр студент донъяны, тормошто үҙенсә сағылдырырға тырышҡан, картиналарҙың барыһы ла ижад ҡомары менән ҡыйыу һуғарылған.


Вернуться назад