Район үҙәгендә, Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең музейы бинаһында, ҡул эштәре күргәҙмәһе асылды. Әйткәндәй, бындай саралар Үрге Йәркәйҙә һуңғы дүрт-биш йылда даими уҙғарыла.
“Һөйгәндәрен, туғандарын, дуҫтарын ҡотларға теләүселәр өсөн был күргәҙмәлә ҡул эшенә маһир ағайҙар һәм апайҙар күңел йылыһын ҡушып яһаған әйберҙәрҙе бүләккә һатып алыу мөмкинлеге бар”, — ти музей директоры Рәйес Хәбиров.
Матурлыҡтан күҙҙәр ҡамаша. Нәфис һауыттарҙағы ап-аҡ, алһыу, ҡыҙыл рауза сәскәләрен һис кенә лә ырғаҡ менән бәйләнгән тимәҫһең – тере кеүек улар. Текләберәк ҡарап, нескә ялтырауыҡ ептәр ҡушылғанлығын төҫмөрләгәс кенә яһалмалығын аңғараһың. Сағыу сәскәләр – хаҡлы ялдағы Вера Шуткованың ижад өлгөләре. Эргәлә теҙелгән нәзәкәтле түңәрәк салфеткаларҙы хеҙмәт ветераны Фәнисә Ғәлиева бәйләгән. Көндәлек ҡулланыуға түгел, ә йыһаздарға, йорт эсенә йәм биреү өсөн тәғәйенләнгән улар.
Китапханасы Әнисә Саттарованың төрлө ҙурлыҡтағы ағас рамдарға беркетелгән һүрәттәренең һәр ҡайһыһы — сәнғәт әҫәре. Гөлләмәләре оҙайлы, ентекле, эҙмә-эҙлекле һәм иҫ китмәле сабырлыҡ менән башҡарылған. Йәйге миҙгелдә сәскә таждарын йыйып, киптереп, һуңыраҡ уларҙы үтекләп, һәр ҡайһыһын айырым ҡаты ҡағыҙ битенә йәбештереп эшләгән. Тәү күреүҙә алда ниндәйҙер рәссамдың майлы буяу менән буҫтауға төшөргән картиналары эленгән икән тип тораһың. Баҡтиһәң, Әнисә ханым көн һайын кәмендә өс сәғәт ваҡытын ошо мөғжизәле гүзәллекте тыуҙырыуға бағышлай.
Үрге Йәркәйҙәге махсус коррекция мәктәбендә балалар уҡытыусылары Әнфисә Миңлеғәлиева етәкселегендә аҡ балсыҡтан ижад иткән йәнлектәр, ҡала магазинында һатылған сувенирҙан һис кенә лә ҡайтыш түгел. Төрлө ҙурлыҡтағы һәм төҫтәге мәрйендәрҙән дә тылсым донъяһы – ҙур булмаған гөлләмәләр, биҙәнеү әйберҙәре яһаусылар бар икән. Йәшел, көрән малахит ҡумталар еренә еткереп эшләнгән, улары кәрәкле ҡағыҙ-фәләнде йә иһә биҙәнеү-төҙәнеү әйберҙәрен һаҡлау өсөн ҡулайлы. Ифрат зауыҡлы итеп бәйләнгән кейем-һалым, шәл-яулыҡтарға сауҙа үҙәктәрендәгегә ҡарағанда түбәнерәк хаҡ ҡуйылған.
Күргәҙмәнән кеше өҙөлмәй. Буш ҡул менән сығып китмәйҙәр – нимә булһа ла һатып алалар. Оҫталар һәм оҫтабикәләр, яңы эштәрен килтереп, экспозицияны тулыландырып тора. Йылына бер тапҡыр ғына уҙғарылғас, өҫтәүенә бер ай ғына эшләгәс, бирелгән ваҡытты һөҙөмтәлерәк файҙаланып ҡалырға ашығалар.
“Йүне барҙың көнө бар”, ти халыҡ мәҡәле. Тормошто яратып йәшәүҙәре, эшһөйәрлектәре менән айырылып торған Илеш халҡы, шулай итеп, күңел күтәреүҙең яңынан-яңы юлдарын таба, йәшәйешенә сағыулыҡ, әүҙемлек өҫтәй.