Майҙанда — халыҡ театрҙары09.04.2013
Кушнаренко районында халыҡ театрҙарының республика фестивале булды. Унда беренселек өсөн ун бер һәүәҫкәр ижади коллектив үҙ көсөн һынаны.

Район хакимиәте Башҡортостандың Театр эшмәкәрҙәре союзы менән берлектә ойошторған сара ике көн барҙы. Әҫәрҙәрҙе ҡарауҙан тыш, республикабыҙҙың төрлө төбәгенән килгән режиссерҙарға оҫталыҡ дәрестәре бирелде, үҙешмәкәр театрҙарҙы йәнләндереү мәсьәләһе буйынса фекер алышыу булды.
Ижади бәйге еңеүселәрен билдәләү иң тулҡынландырғыс мәлдәрҙең береһе ине. Шулай итеп, А. Ғиләжевтең "Яра" драмаһы менән (режиссеры — Р. Ямалетдинов) Дүртөйлө татар халыҡ театры беренсе урынды алды. Ейәнсура районының "Үҫәргән" халыҡ театры С. Әбүзәрҙең "Байраҡ аҫтында" (режиссеры — Р. Дәүләтбәков) комедияһын сәхнәләштереп, икенсе урынды яуланы. Үрге Тәтешленең ижади коллективы Д. Сәлиховтың "Ҡыҙҙар ҡапҡаны" әҫәре менән (режиссеры — В. Нуриханов) өсөнсө урынға лайыҡ тип табылды. Фестивалдең төп бүләге — сәхнә хужаларында. Кушнаренко районының "Миҙгелдәр" халыҡ театры тамашасыларға Т. Зәйнәшеваның "Ғәйфи бабай, өйлән давай!" (режиссеры — Э. Ғималетдинова) комедияһын тәҡдим иткәйне.


Вернуться назад