Йылдар үткән һайын
Арый белмәй торған ҡулдарыңдан
Тәмле икмәк еҫе аңҡыны.
Яҡҡан усағың да һүнмәне һис,
Көнләшерҙәй ине таң ҡыҙы.
Бер ултырып ялдар иткәнеңде
Күрмәнем мин бала сағымда.
Юҡты бар итте бит сәмселлегең,
Ризыҡ өҙөлмәне табында.
Ирҙәр эшләй алмаҫ эштәрҙе лә
Һин башҡара инең тырышып.
Алтын ҡойолор ине ҡулдарыңдан,
Үҙ сиратын көттө ҡыр эше.
Һинең таһыллыҡҡа, өлгөрлөккә
Өлгөрмәй ҙә ҡалдыҡ өйрәнеп.
Белһәң ине һуңғы сәғәтеңде…
Эй, ғүмерҙәр, ғүмер көйрәне…
Йылдар үткән һайын моңһоуыраҡ
Һинһеҙ ултырыуы табынға.
Етемһерәй күңел, бөтә түҙем,
Ерҙәр аҡ юрғандар ябынған.
Ҡоштар ҙа бит һинһеҙ тынып ҡалған,
Йоҡомһорай өйҙәр, урамдар.
Мин теләйем, әсәй, тыныс төштәр —
Юш килһендәр минең юрауҙар.
Мин ышанам һиңә, Юғары көс
Мин ышанам һиңә, Юғары көс,
Һин бит шундай бөйөк.
Ғәҙеллекте яҡлар теләгең бар,
Йәшәйһеңдер көйөп.
Мин ышанам һиңә, Юғары көс,
Һин батшаһы күктең.
Барын күреп язаланаһыңдыр,
Шуға ҡан-йәш түктең.
Мин ышанам һиңә, Юғары көс,
Һин саф кеше яҡлы.
Тик бер үҙең айыраһың төҫлө
Ҡара менән аҡты.
Йәнем-тәнем менән ышанам мин,
Алдашмаҫһың төҫлө.
Һис кем мине дүндерә лә алмаҫ,
Инаныуым көслө!
* * *
Күпме йылдар үтте, төңөлмәнем
Мөхәббәттән һәм дә хеҙмәттән,
Ошо икәү мине кеше иткән,
Йәшәү мәғәнәһен эҙләткән.
Мөхәббәтте һаҡлай алманым тик,
Өҙгөс булалманым тормошта,
Моң-һағыштан хыялыйһың, тиеп,
Тиңләнеләр мине бер ҡошҡа.
Хеҙмәтемдән дәрт һәм дарман алдым,
Артҡан кеүек булды көс-кәрем,
Илһам менән һөйөү ташламаны,
Нурҙарына сумды хистәрем.
Ап-аҡ дәфтәр, яҙыр ҡәләмем дә
Өмөт менән көтә өҫтәлем,
Янһын йөрәк, күңел талмаһын тип,
Тойғоларға уттар өҫтәнем.
Күпме йылдар үтте, һыуҙар аҡты,
Иңдәремдә артты йөктәрем,
Вайымһыҙлыҡ ҡына биҙрәтмәһен,
Юлдар ябыҡ уға, бикләнем,
Юлдар ябыҡ уға, бикләнем…
Төштәремдән уята
Күңелемде шәлкем яҡтылыҡ та
Ҡотҡарыр ҙа ине бушлыҡтан,
Зарланмайса ғына йәшәр өсөн,
Йәнең биҙмәҫ өсөн ҡышлыҡта…
Әҙ-мәҙ генә йылы ла бит ҡай саҡ
Дөрләр усаҡ кеүек һыуыҡта,
Тик шул йылыны ла йөрәгеңдә
Өҙлөктөрмәй һаҡла, һыуытма.
Күңел яҡтыһына ут өҫтәлһә,
Шомдар һала алмаҫ бушлыҡтар,
Бурандары тулап, дауыл ҡунһа,
Йылыларын һаҡлар ышыҡтар.
Буранлы төн серле төшөм кеүек,
Өнөм дә кеүек ул — илаһи,
Бындай сағым минең — хистәр йыры,
Бушлыҡтар ҙа ҡасһын, илаһын.
Күңелемдә шәлкем нурҙар балҡый,
Һиҫкәндерә лә ул, йыуата,
Изге ғәмәлдәрең ҡылдыңмы, тип
Төштәремдән мине уята…
* * *
Йөрәгемдә йөҙ йәрәхәт
Гел генә һыҙлап тора,
Аңлаусы юҡ, тыңлаусы юҡ,
Аһтарым тынды ҡура.
Был хаяһыҙ заманалар
Йәнен ҡыя бәндәнең,
Аҡса ҡоло, байлыҡ ҡоло
Хөкөм һөрә әлдә лә.
Ҡайҙа табан бара илем —
Һорауҙар бар, яуап юҡ.
Кешеләрҙә — мал ҡайғыһы,
Мәрхәмәт юҡ, сауап юҡ.
Йөрәгемдә йөҙ йәрәхәт
Гел генә һыҙлап тора,
Кемдәр упҡындан ҡотолған,
Шуларҙың хәлен һора…
Ауырлыҡтар еңелә ул
Йүгереп түгел, атлап менәм
Тауҙарым үрҙәренә,
Һәр үләне һарылып килә
Күңелем түрҙәренә.
Һәр сәскәһе сәләм бирә
Нескә билкәйен бөгөп,
Ауырмы һуң, тигән кеүек,
Нисек бараһың түҙеп?!
Тыуған ерҙең үләндәре,
Сәскәләре яғымлы,
Алһыуланып атҡан таңы,
Гөл итә үҙ яғымды.
Ауырлыҡтар еңелә ул
Туҡтауһыҙ атлағанға.
Тауҙарымда хәл алырмын,
Көс-ғәйрәт тапмағанда,
Һөйөүҙе һаҡлағанда.
Нур-биҙәктәр килә өҫтәге
Күңел һаман күкрәүҙәрен көтә,
Әйтерһегеҙ, ошо йәштәме?
Ә бит утһыҙ, хисһеҙ йәшәүҙәр юҡ,
Нур-биҙәктәр килә өҫтәге.
Күңел һаман мөхәббәтле яҙҙай,
Яҡты төҫтәр эҙләй нағыштан,
Нағыштарҙа — бәхет сәскәләре
Баҙрап тора серле һағышта.
Яҙҙа бәхет гел тулышып килә,
Сәңгелдәктәй моңо бәүелтә,
Нурлы күңел мөхәббәтле бит ул,
Йырлы күңел ҡышын йәй итә.