Шағир нәсихәттәре мәңгелек17.12.2011
Бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 180 йыл тулыу уңайынан ойошторолған төп сараларҙың береһе – "Мәҙәниәттә һәм мәғарифта мәғрифәтселәрҙең гуманистик нәсихәттәре" тигән Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда үтте.
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин белдереүенсә, сарала донъяның алдынғы юғары уҡыу йорттарынан атаҡлы ғалимдарҙың күпләп ҡатнашыуы Аҡмулла шәхесе менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың, уның иҫ киткес бай ижадын өйрәнеүселәрҙең артыуын аңлата.
Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитовтың ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендияға лайыҡ булған студенттарға дипломдар тапшырҙы.
Силәбе өлкәһе "Башҡорт ҡоролтайы" йәмәғәт ойошмаларының башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Флүзә Ғайсинаның һүҙҙәренә ҡарағанда, Аҡмулланы һәм уның ижадын өйрәнеүгә бағышланған саралар тотош өлкәлә февралдә үк башланған. Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт-татар китапханаһында уҙған әҙәби кисәләр, әҙиптәрҙең китап һөйөүселәр менән осрашыуы, "түңәрәк өҫтәл"дәр шуға асыҡ миҫал. "Яратҡан шағирыбыҙҙың исемен йөрөткән әҙәби берләшмә – ҡәләм тирбәтеүселәрҙең мәккәһе. Мейәстәге Аҡмулланың ҡәбере тәрбиәләнә, был урындан халыҡ өҙөлмәй, яҡташыбыҙҙың рухы тыныс", – тине ул.
"Юғары уҡыу йортона Аҡмулланың исемен биреүҙә минең дә өлөшөм бар, – ти С. Байышев исемендәге Аҡтүбә университеты профессоры Бекежан Ахан. – Әле ошо сарала ҡатнашыуыма ҡыуанысым сикһеҙ. "Кем ул Аҡмулла?" – тип һорайҙар йыш ҡына минән. Халыҡтарҙы бергә туплаусы, әҙәм балаларын уҡырға өндәүсе изге йән, тим. Һоҡланғыс, ул — заманында башҡорт, татар һәм ҡаҙаҡ телдәрендә шиғыр яҙған берҙән-бер шағир. Беҙҙә "Аҡмулла уҡыуҙары" булды, шуға ла Башҡортостандағыһын шуның дауамы тип ҡарайым”.
Фойела З. Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты китап һатыу ойошторҙо.
Көндөң икенсе яртыһында М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында эш секцияларҙа дауам итте. Кис ҡунаҡтар өсөн "Башҡортостан – дуҫлыҡ бишеге" тигән фольклор байрамы күрһәтелде.
Илдар АҠЪЮЛОВ


Вернуться назад