— Ағай, йырсы булыр өсөн ҡайҙа уҡырға кәрәк?
— Минең шағир булғым килә. Быға ниндәй университетта өйрәтәләр?
Яҙыусылар һәм сәхнә оҫталары менән осрашыуҙарға йөрөгәндә ошондайыраҡ һорауҙарҙы йыш ишетергә тура килә. Әлбиттә, ижадты тәрәндән аңлаған шәхес быға бер нисек тә кәңәш бирмәҫ. Әгәр тәбиғәттән ундай һәләт бирелмәһә, әллә ниндәй шөһрәтле университетты тамамлап та, халыҡ һөйөүен яулап булмай. Миҫал өсөн мәшһүр йырсы Абдулла Солтановты алайыҡ. Ул күп илдәрҙең ҙур сәхнәләрен башҡорт моңо менән сорнаған. Ә инде һоҡланғыс моң эйәһенең махсус музыкаль белеме булмауын, бары тик көтөүсе булып эшләүе хаҡында белгәс, күптәр ышанмаған. Йә иһә башҡорт шиғриәтенең ҡабатланмаҫ йондоҙо Рәшит Назаровты алайыҡ. Ул да шиғриәт серҙәренә төшөнөр өсөн бер ҡайҙа ла уҡымаған. Ә ниндәй аҫыл әҫәрҙәр тыуҙырған! Ижади һәләт кешенең белеменә, дәрәжәһенә ҡарап билдәләнмәй тимәксемен.
Ҡырмыҫҡалы районының мәҙәниәт һарайында эшләгән Фәрит Яҡшығоловтың да сәхнәгә сығыуы көтөлмәгәнсә була. Республика халҡы уны хәҙер йырсы ғына
түгел, һәүәҫкәр композитор булараҡ та белә.
— Еҙнәмдең өҙҙөрөп гармунда уйнауын күреп күҙ ҡыҙыға ине, — ти ул, хәтирәләргә бирелеп. — Өйҙә яңғыҙым булған саҡта үҙемсә гармун төймәләрен баҫҡылап ҡараным, әммә көй сыҡмай. Ә күңел моңға тартыла бит. "Мунсаға инеп уйнаһаң, тиҙ өйрәнерһең", — тип кәңәш бирҙе күршем. Шунан бирле көн дә мунсаға йөрөй башланым. Тәким өйрәндем бит! Шулай итеп, һәр концертта ҡатнаша башланым.
Ауылда мәктәпте тамамлағас, Фәрит Өфөгә килә. Тик һөнәре сәнғәттән бөтөнләй алыҫ булып сыға. Училищела уҡып, токарь һөнәрен ала. Хеҙмәт юлын Өфөнөң машиналар эшләү заводында башлай. Әммә күңелгә ятышлы моң тимер сыңынан көслөрәк булып сыға.
Яҙмыш уны барыбер Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу техникумына илтә. Баян бүлегенә уҡырға ингән егет дәртләнеп ижадҡа сума. Ә инде Ҡырмыҫҡалы мәҙәниәт һарайында эшләй башлағас, тағы ла сәмләнеп, яңынан-яңы йырҙар яҙа. Абдулхаҡ Игебаев, Гөлфиә Юнысова, Ирек Кинйәбулатов, Дилә Булгакова кеүек күренекле әҙиптәрҙең һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы радионан, телевизорҙан йыш ишетәбеҙ.
Йырсы булараҡ Фәрит Яҡшығолов "Юлдаш йыры-2010" республика конкурсында үҙен нығыраҡ танытты. Мәртәбәле бәйгелә ул "Иң яҡшы йыр" номинацияһында билдәләнде.
Ошо көндәрҙә Фәрит Яҡшығолов үҙенең 50 йәшлек юбилейын Ҡырмыҫҡалы мәҙәниәт һарайында билдәләне. "Күңелдә тыуған моңдар" тип аталған концерт программаһында уның ижадташ дуҫтары ла ҡатнашты. Юнир Һағынбаев, Фәриҙә Ғаззалова, Салауат Әйүпов кеүек йырсылар юбилярҙың яҙған йырҙарын башҡарҙы. Ә инде Башҡортостандың халыҡ артисы Римма Амангилдинаның, Красноусолдан Рәмил Ғимраниҙың сығыштары тамашаны бермә-бер йәмләп ебәрҙе. Артур Юлыев менән Руслан Хәлилов та сәхнәне дер һелкетеп, көслө алҡыштарға күмелде. Ижадсыны ҡотлар өсөн ошо районда тыуып үҫкән күренекле шәхестәр — шағир Ирек Кинйәбулатов, ғалим һәм яҙыусы Тимерғәле Килмөхәмәтов, әҙибә Дилә Булгакова, "Тамаша" журналының баш мөхәррире Фәнил Ҡоҙаҡаев та килгәйне.
— Һеҙ Хоҙай биргән талантығыҙ менән моңло йырҙар яҙып, халыҡҡа еткергәнгә сикһеҙ бәхетлеһегеҙ, — тине ҡотлау телмәрендә райондың хакимиәт башлығы урынбаҫары Илмира Ғәлиәхмәтова. — Архангелдә тыуһағыҙ ҙа, беҙҙең районға тоғро хеҙмәт итәһегеҙ. Һеҙ яҙған район гимны ла һәр сараны биҙәй.
Фәрит Яҡшығоловтың әҫәрҙәрен республиканың һәр төбәгендә яратып тыңлайҙар. Шуның менән ул бәхетле лә. Киләсәктә лә Яҡшығолов яҡшы йырҙар яҙып, халыҡты ҡыуандырыр әле.