* * *
Алыҫтағы ай — усаҡ нурылай,
Яҡты ғына булһын киләсәк.
Хыялланған маҡсаттарҙы егеп,
Бар бит әле алға еләсәк.
Әле бына төнгө гүзәллектән
Күңел йылға булып ташҡандай.
Ай нурына ҡойонған йондоҙҙар
Мең-мең сәскә тажын асҡандай.
Әйтерһең, сәскәләрҙән таҡыя
Үреп кейгәнһең дә башыңа,
Мөхәббәттең фәрештәһе булып,
Килеп баҫҡанһың һин ҡаршыма.
Йыһан киңлегенән илһамланып,
Хыялдарға тамам бирелеп
Ултырғанда ярҙа, һиҙмәгәнмен
Таң атып килеүен кирелеп.
Йоҡомһорап Инйәр тулҡындары
Ҡул болғайҙар таңды сәләмләп.
Сер һаҡлаған шағир күңелеләй
Хисле икән таңдар ғәләмәт.
* * *
Һыҙылып таң атҡанда
Йөрәгемә моң тулды,
"Һаумы, ҡояш!" — тинем мин,
Күтәрҙем дә уң ҡулды.
Көн күҙен асыу менән
Сәскәләргә нур ҡунды,
Баҡсалағы ҡоштарҙан
Шатлыҡ йыры урғылды.
Сыйырсыҡ балаһылай
Талпынып ҡуйҙы күңел,
Тәбиғәткә һыйынып
Йәшәүе күпкә еңел.
Умырзая
Ер шарының ҡар-ҡабығын тишеп
Умырзая морон төрткәндә,
Яңы тормош башланыуын тоям
Йылмайыуын күреп иркәмдең.
Умырзая — яҙҙан ергә бүләк,
Ҡош йыры — унан изге теләк.
Йылмая яҙ беҙҙең шатлыҡтарға
Сихри биҙәктәр менән түләп.
Яҙҙар менән тыуыр яңы хистәр,
Хистәр аша — яңы шиғырҙар.
Умырзая — тере шиғыр бит ул,
Елдәр уны һиңә шыбырҙар.
Умырзая — беҙҙең мөхәббәттең
Сафлығын күрһәтер гүзәллек.
Яҙ сәскәһе морон төрткән саҡта
Һайраған ҡош йәнде өҙөрлөк.
Миләш
Тышта ҡыш. Донъям ап-аҡ.
Тик миләш кенә ҡыҙыл,
Ҡыҙыу йәйҙән ҡалдырған
Һүндермәй яна ҡуҙын.
Миләш йылыһын тойоп
Һырышҡандай ҡошсоҡтар,
Былтыр ҙа уның менән
Был мәхлүктәр ҡыш сыҡты.
Турғайҙар — йәнле нота —
Ҡышты ла маҡтап һайрай,
Бары һайыҫҡан ғына
Һыуыҡҡа тешен ҡайрай.
Миләш кенә бер өнһөҙ
Янып тора ҡышын да,
Ҡыҙылына ҡыҙығып
Ҡоштар һайрай осонда,
Йәйҙең бер күренеше
Дауам итә ҡышын да.
* * *
Йыуылғанда күҙең йәшең менән,
Һағыштарҙан күңелең сайҡалһа,
Күк тауҙарға ҡара, шул юлдарҙан
Ҡайтыр мөхәббәтең, ҡайталһа.
Китеүҙәрҙән көтөү ауырыраҡ,
Өмөтөңдән ҡалма бер ҙә һин.
Ана, ел дә көҙгә һис бирешмәй,
Тымыҡ күктең тарай бөҙрәһен.
Ҡанат ҡаҡһа сикһеҙ хыялдарың,
Яңғыҙ аҡҡош һымаҡ ҡыланма.
Күк тауҙарҙан ҡайтыр
мөхәббәтең,
Тауҙай бәхетеңдән күҙ алма.
Шул тауҙарға томан ябырылһа,
Аҙашыр тип ҡурҡма ул тағы.
Күк тауҙарға төбәл,
мөхәббәттең
Күҙ нурыңа ҡарап юл табыр.
* * *
Йәндә айсберг булып йөҙә
Әйткән бер ауыр һүҙең.
Ул һүҙ ирер. Хәтеремдән
Юйылырһыңмы үҙең?
"Титаник"тай күҙ-океан
Төбөнә сумырмынмы?
Унда сумып туңырмынмы?
Йә туңмай уңырмынмы?
Балҡырҙай һөйөү-ҡояшым
Күңелеңдең эсендә.
Тәү нурҙарын күрҙем төҫлө
Һыу алған сүмесемдә.
* * *
Һалҡын ҡараштарҙың ҡамауында
Үҙ юлымды тапмай буталам.
Яҙҙар сәскәләнгән хыялымдан
Йәшәү өсөн ялҡын-ут алам.
Ишетәмен хистәр диңгеҙендә
Тулҡын тирткән йөрәк карабын.
Серҙәреңде аса-аса үҙем
Серлегә әйләнеп барамын.
Танһыҡтырғыс яҙғы иртәләрҙең
Ал нурҙарын йота ҡарашым.
Юлдарыма төшкән шул нурҙарҙы
Һуҡмаҡ итеп атлап барышым.
Ҡараштарым аша үткән яҙҙың
Таң нурҙары күңел нурлата.
Йөрәк талабына йырҙар яҙып,
Моңһоҙҙарҙы хатта йырлатам.
Томан яуған төнгө апрель төҫлө
Икеләтә серле күң(е)леңдең
Сер йомғағын һүтә-һүтә, үҙем
Серле бер кешегә әйләндем.