Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Сыңғыҙ Айытматовтың “Аҡ пароход ” повесы буйынса тәүге тапҡыр үҙ версияһын тәҡдим итте. Спектаклдең режиссеры — Линас Зайкаускас. Повестың инсценировка авторҙары — Линас Зайкаускас һәм Олег Ханов, рәссамдары — Альберт Нестеров менән Маргарита Мисюкова, композиторы — Урал Иҙелбаев.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев Сыңғыҙ Айытматовты “төрки донъяһын тыныс юл менән яулап алған бөйөк төрки” тип атағайны. Ысынлап та, ул башҡорт иленә үҙ әҫәрҙәре менән үтеп инеп, халҡыбыҙҙың рухи донъяһына яҡты нурын һибә, ҡабатланмаҫ, тормошсан образдары, гуманистик идеялары менән ошо мөхитте байыта. Башҡорт халҡы уның йөҙөндә рухи туғанын, ҡәрҙәшен күрә.
“С. Айытматовтың геройҙары, уларҙың яҙмышы элекке Советтар Союзында йәшәгән һәр кемдең үҙенән, йә туған-тыумасаһынан, йә ауылдаштарынан яҙылған кеүек. Әлбиттә, бының сәбәптәре Сыңғыҙ Айытматовтың совет кешеһе яҙмышын ил яҙмышы, уның ҡанлы һәм шанлы тарихы менән бәйләп, дөйөмләштереп бирә белеүендәлер”, — тигәйне филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Хисамитдинова. Яҙыусы әҫәрҙәрендә ваҡиғалар барған урын йә ваҡыт бик үк мөһим түгел, фекер һәр саҡ кеше тәбиғәте тирәләй. Шуға ла кеше күңеле, миһырбанлылыҡ, йөрәк йылыһы, әҙәп-намыҫ кеүек төшөнсәләрҙең баһаһы кәмей барған көндә театрҙың тормошҡа үҙ фәлсәфәһе, исемен бар донъяға танытҡан яҙыусының тетрәндергес, уйландырғыс, тормошсан әҫәрҙәренең береһе булған “Аҡ пароход”ҡа мөрәжәғәт итеүе тәбиғи. Әҫәрҙә кеше рухының бөйөклөгө, юғары идеалдар,“тере” кисерештәр иң юғары художестволы телдә бирелә. “Ысыҡкүлде күрмәгән — Ҡырғыҙстанды белмәгән”, — ти ҡырғыҙҙар. Сыңғыҙ Айытматов әҫәрҙәре аша донъя халҡы был күлдең тәрәнлеген тойҙо, матурлығын күргәндәй, ысыҡтай саф һыуын татығандай булды, геройҙары менән бергә тормоштоң ғына түгел, мәңгелектең дә, фанилыҡтың да асылына төшөнөргә тырышты.
“Аҡ пароход” повесында ваҡиғалар олатаһы менән йәшәгән саф күңелле, мөғжизәләргә ышаныусан (М. Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы хәтергә төшә) ете йәшлек малай исеменән һөйләнелә. Спектаклдә Малай ролен Фәнис Рәхмәтов һәм Айнур Ситдиҡов башҡара.
Линас Зайкаускас — Рәсәйҙең театр тәнҡитселәре билдәләүенсә, иң серле режиссерҙарҙың береһе. “Аҡ пароход”тың премьераһын әҙерләгәндә үк был һүҙҙәрҙең хаҡлығына көндән-көн ышана барҙыҡ. Сер, фантазия тигәндән, финалды ғына алайыҡ. Малайҙың балыҡ булып, ҙур аквариум эсендә аҡ пароходҡа ултырып йөҙөп китеүен тетрәнмәй ҡарау мөмкин түгел.
Спектаклдең художестволы биҙәлеше лә заманса, бер стилгә ҡоролған, төрлө алымдар ҡулланылған. Мәҫәлән, ҡом графикаһы, ҡурсаҡтар...
Драматик сюжетты театр оркестрының “тере” яңғырашы төрлө көй һәм тауыштар менән оҙата бара.
Хикәйәсе (Ф. Ғарипов, А. Ҡунаҡбаев) үҙе үк бер-бер артлы киләсәк ваҡиғаларҙы бәйән итә. Шулай итеп, оркестр янында ултырған был хикәйәсе тотош сәхнәләге ваҡиғаларҙың дирижерына әүерелә һәм, боронғо грек театрындағы хор кеүек, драмаға, персонаждарҙың ҡылыҡ-фиғеленә һиҙҙермәй генә юғары мәҙәни йә әхлаҡи күҙлектән баһа бирә килә.
Режиссер Линас Зайкаускас, үҙе әйтеүенсә, Айытматовты сәхнәгә тәү тапҡыр ҡуя һәм “Аҡ пароход”тың фәлсәфәүи юғарылығын, авторҙың эпик фекерен беҙгә ихлас еткерә.
М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Сыңғыҙ Айытматов әҫәрҙәре буйынса “Әсә — Ер-әсә” (1967), “Хуш, Һарыгөл!” (1968, режиссеры — Лек Вәлиев), “Юлдарым — һағышлы моңдарым!” (2003, режиссеры — Рөстәм Хәкимов) спектаклдәре ҡуйылды һәм ҙур уңыш менән барҙы. Был юлы “Аҡ пароход”тың кешеләр күңеленә аҡ юл ярасағына шик юҡ.
Әйткәндәй, театр 18 — 23 апрелдә Татарстанда үтәсәк гастролдәрен “Аҡ пароход” премьераһы менән башлап ебәрмәксе.