“Дуҫлыҡ моңо” саҡыра03.04.2013
Башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың “Дуҫлыҡ моңо” халыҡ-ара конкурсына әҙерлек тамамланды.
15-се тапҡыр ойошторолған бәйгенең абруйы йылдан-йыл арта. Унда ҡатнашырға теләк белдереүселәр араһында, Башҡортостандан тыш, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә дәүләттәренән, күрше Татарстан һәм Удмурт республикаларынан, Пермь крайынан, Свердловск, Силәбе, Төмән, Ырымбур өлкәләренән, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларынан етмештән ашыу йырсы бар.
— Конкурс юғары кимәлдә үтергә тейеш, — тине Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, ойоштороу комитетының ултырышында сығыш яһап. — Ҡатнашыусыларҙы ҡаршы алып урынлаштырыуҙан башлап сәхнәне биҙәүгә, яҡтыртыу һәм тауыш йыһаз-ҡорамалының көйлө эшләүен тәьмин итеүгә тиклем етди иғтибар бүлергә кәрәк.
Нефтекама тамашасыларына ғына түгел, республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайышындағы башҡа ҡала һәм райондарҙың барлыҡ йыр-моң һөйөүсе халҡы өсөн ысын сәнғәт байрамына әйләнгән тамашала Иҙрис Ғәзиев, Айҙар Ғәлимов, Хәниә Фәрхи кеүек билдәле сәхнә оҫталары сығыш яһаясаҡ.
Конкурстың ойоштороу комитетынан белдереүҙәренсә, “Дуҫлыҡ моңо”на тағы бер ҡунаҡ көтөлә: ул — Рәсәй телевидениеһының Беренсе каналында “Тауыш” шоу-проектында ҡатнашҡан Ишембай һылыуы Динә Ғарифуллина. Яҡташыбыҙ ике йыр башҡарырға ниәтләй. Уның менән бергә саҡырылһа ла, ошо проект еңеүсеһе, “Евровидение-2013”-тә илебеҙ исеменән сығыш яһаясаҡ Татарстан йырсыһы Динә Ғарипова, эш графигының тығыҙ булыуы сәбәпле, конкурсҡа килә алмауын белдергән.