Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Гәрәев исемендәге III асыҡ конкурс Яңауылда республикабыҙҙың төрлө район һәм ҡалаларынан ун икенән алтмыш алты йәшкә тиклемге илленән ашыу йырсыны йыйҙы.
Улар араһында музыка һәм сәнғәт мәктәптәре, училищелары уҡыусылары, үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә ҡатнашыусылар булды. Мәртәбәле бәйгелә сәхнә йондоҙҙары Йәмил Әбделмәнов, Фәнәүи Сәлихов, Вахит Хызыровтар менән бергә сығыш яһау, яҡындан аралашыу конкурсанттарға күпте бирҙе.
Сығыш яһаусылар ике әҫәр, береһе мотлаҡ Радик Гәрәев репертуарынан, халыҡ һәм эстрада йырын тәҡдим итте. Уларҙың башҡарыу оҫталығын Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры Эльвира Хәйретдинова рәйеслегендәге жюри баһаланы. 16 йәшкә тиклемге йырсылар араһынан беренсе урынды Нефтекаманан Тамерлан Хәлитов, 17-нән 35 йәшкә тиклемдәрҙән – Өфө егеттәре Айҙар Хәйруллин менән Дамир Тайыпов, 36 йәштән олораҡтар араһында Күмертауҙан Ришат Вахитов яуланы.
Илештән Илнар Шәрәфетдинов – Радик Гәрәев репертуарындағы әҫәрҙе иң яҡшы, Балтастан Руслан Халиҡов халыҡ йырын иң оҫта башҡарыусы булараҡ билдәләнде. Тәтешленән 12 йәшлек Гүзәлиә Башарова “Конкурстың иң йәш ҡатнашыусыһы” тигән махсус дипломға лайыҡ булды.
Бәйге йомғаҡтары буйынса 100 мең һум күләмендәге гран-при Краснокама районы егете Ринат Сәлихйәновҡа (һүрәттә) тапшырылды. Ул Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалында белем ала, Николо-Березовка балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Альбина Мансурова етәкселегендә вокал серҙәренә өйрәнә. Әйткәндәй, был еңеү Ринаттың йыр бәйгеләрендә тәүге уңышы түгел. Былтыр ул бер нисә конкурста ҡатнашҡан, “Йәш тауыштар-2012” республика ярышында шулай уҡ гран-при яулаған, Бөрө ҡалаһында үткән “Керәшен һыуыҡтары-2012”, Өфөлә ойошторолған патриотик йырҙарҙы башҡарыусылар араһында беренсе дәрәжәле диплом яулаған.
Ринат Сәлихйәнов, үҙенең сираттағы сәхнә уңышы менән дәртләнеп, башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың тиҙҙән Нефтекамала уҙасаҡ “Дуҫлыҡ моңо” халыҡ-ара фестиваленә әҙерләнә.