Мәҙәниәткә иғтибар ҙур28.03.2013
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында һөнәри байрамдары айҡанлы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тантанаһы булды. Хөкүмәт наградаларын Премьер-министр урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова тапшырҙы.

— Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө — ул дәүләт байрамы, — тине вице-премьер, Башҡортостан Президентының ҡотлауын уҡып. — Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә беҙ рухи көс биргән кешеләрҙе тейешенсә баһаларға өйрәнмәгәнбеҙ. Шулай ҙа республикала, Рәсәйҙә ошо төшөнсәне аңлауға табан барабыҙ. Был залда йыйылғандарҙың барыһы ла ысын мәғәнәһендә легендар шәхестәр. Шуныһы әһәмиәтле: быйыл республика Президенты мәҙәниәт өлкәһендәге проблемаларға етди баҫым яһаны. Башҡортостанда мәҙәниәт, һөнәри сәнғәт үҫһен, үҙешмәкәр артистарға киң мөмкинлек асылһын, халыҡ ижады һаҡланып ҡалһын өсөн ошо мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итергә тейешбеҙ. Бурыстар асыҡ һәм аныҡ. Уларҙы үтәргә генә ҡала.
РСФСР-ҙың, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Нурия Ирсаева, Ишембай районындағы Балалар сәнғәт мәктәбенең Маҡар филиалы мөдире Мәрйәм Солтанова, донъяға билдәле ҡумыҙсы Роберт Заһретдинов Салауат Юлаев ордены кавалеры булды. Флорид Бүләковҡа — “Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы”, һынлы сәнғәт оҫтаһы Рәшит Хәбировҡа — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы”, билдәле журналист Нина Жиленкоға “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәр бирелде.
Ведомство наградаларын Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова тапшырҙы. Өфө һәм Стәрлетамаҡ бейеүселәре, опера театры артистары, Салауат башҡорт драма театры директоры Наилә Сәфәрғолова министрлыҡтың Почет грамотаһына лайыҡ булды.
Шулай уҡ “Нур” татар дәүләт театрының труппа мөдире Әлмирә Шәрәфетдинова, Мишкә, Балтас райондарынан китапхана, ауыл музейҙары хеҙмәткәрҙәре, сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары бүләктәр алды. Рәсәй Дәүләт Думаһының Мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина уларҙы ихлас ҡотланы.


Вернуться назад