Театрҙа – яҙ һулышы27.03.2013
Башҡортостанда “Театр яҙы” фестивале үткәреү матур йолаға әүерелде. Быйыл 4 апрелдән алып 10-ына тиклем Өфөлә үтәсәк фестивалдә республикабыҙҙың 11 театры үҙ репертуарындағы иң яҡшы 13 спектакль менән ҡатнашасаҡ.

Уларҙың эшен тамашасылар ғына түгел, Мәскәүҙән саҡырылған театр белгестәре лә баһалаясаҡ. Атап әйткәндә, “Страстной бульвар” һәм “Иные берега” журналдарының баш мөхәррире Наталья Старосельскаяның, “Культура” гәзитенең хәбәрсеһе Ирина Алпатованың килеүе көтөлә. Шулай уҡ Өфө дәүләт сәнғәт академияһы доценты Галина Вербицкая, театр тәнҡите бүлеге студенттары тамашаларға ҡарата үҙ фекерен белдерәсәк.
Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, фестивалдә хәҙерге драматургия буйынса ижади лаборатория эшләйәсәк. Төрлө театрҙарҙың режиссерҙары тәҡдим ителгән авторҙарҙың пьесаларына эскиздар күрһәтәсәк.


Вернуться назад