Тауҙарға, урмандарға, йылғаларға һәм күлдәргә бай, ожмах кеүек гүзәл тәбиғәтле Ғафури ерендә таланттар булмаһа, ғәжәп ҡылыр инек. Ә бына әүәл-әүәлдән иң талантлы ғалимдарҙың, шағирҙарҙың, йыр-моңдары менән үҙәктәрҙе өҙөрлөк йырсыларҙың, күңелдәрҙе тетрәтерлек образдар тыуҙырыусы актерҙарҙың тап беҙҙең районда тыуып үҫеүенә бер кем дә аптырамай бөгөн. Һүҙем —таланты менән кешеләр күңеленә яҡты нур һалыусы яҡташ артистарыбыҙҙың береһе, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актеры, Үзбәк ауылы егете Юнир Ғәйнуллин хаҡында.
Юнирҙең икенсе класта уҡып йөрөгән мәле. Уҡытыусы "Үҫкәс кем булам?" тигән темаға инша яҙҙыра. Кем тракторсы, кем уҡытыусы булырға теләүен яҙа. Ә космонавт булырға ул ваҡыттарҙа һәр малай хыялланғандыр. Юнир ҙә, күп уйлап тормай, беренсе хыялым — космонавт булыу, тип яҙа. Шунан, бәлки, рәссам булырмын, тип өҫтәп ҡуя. Бер аҙ уйлағас, күңеленең иң түренә йәшерелгән серен аса: ҙурайғас, артист буласаҡмын. Ошо хыялын Юнир тормошҡа ашыра. Мәктәп йылдарында һәр байрам кисәһендә уңышлы сығыш яһай. Мәҫәлән, 6-сы класта уҡығанда М. Кәримдең "Айгөл иле" драмаһындағы Карло Пиккио ролен оҫта башҡарып, тамашасы һөйөүен яулай.
Йыр-моңға әүәҫлеген һиҙептер инде әсәһе Зәкирә апай улына: "Уҡыуыңды гел “5”-кә генә тамамлаһаң, гармун алып бирербеҙ", — ти. Бының өсөн Юниргә йыл буйы тырышырға тура килә. Гармунда ул тиҙ арала уйнарға өйрәнә һәм ауыл мәҙәниәт йорто сәхнәһенән төшмәй ҙә. Бер концертта (ул ваҡытта мәҙәниәт йорто директоры булып Рәмил Ғимрани эшләй ине) Юнир, Рәмил ағаһының "Көт һин мине" тигән яңы йырын башҡарып, ауылдаштары алдында тағы бер һәләтен аса. Һуңғараҡ ул бейей ҙә башлай. Һәләтле егетте күреп, уға ҙур өмөт бағлап, Йәүҙәт Бикбирҙин уның менән шөғөлләнә. Был күренекле бейеүсенең беҙҙең район йәштәрен бейеү серҙәренә өйрәткән мәле була. Йәүҙәттең өмөтө аҡлана. Ул өйрәткән "Кәкүк" бейеүен Юнир әле лә сәхнәнән төшөргәне юҡ.
Шулай ҙа талантлы егеттең артист булыу теләге тиҙ генә тормошҡа ашмай әле. Мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡтағы 21-се техник училищела уҡый, алты йыл Үзбәк мәҙәниәт йорто директоры булып эшләй. 1987 йылда, имтихандарын уңышлы тапшырып, Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға инә. Тынғыһыҙ студент йылдарында ла ваҡыт табып, курсташтары Рәсүл Ҡарабулатов, Илһам Рәхимов, Алмаз Сәйетовтар менән ауылда концерт ҡуйып, ауылдаштарын һөйөндөрөп тора.
Диплом алғас, Юнир Сибай драма театры актеры булып китә. Хәҙер 11 йыл ошонда дәртләнеп эшләп йөрөй. Уның беренсе башҡарған роле Илшат Йомағоловтың "Семәрле тәхет" трагедияһындағы Алғыр образы булһа, бөгөн ул тыуҙырған образдар 28-гә еткән. Сибай театры В. Жеребцовтың "Вәлигәме, Ғәлигәме, кейәүгә барам әле" тигән комедияһы менән гастролдә йөрөй.
— Райондан саҡырыу булһа, бәлки, үҙебеҙҙең яҡҡа ла килеп сығырбыҙ, — ти Юнир. Әйткәндәй, Сибай артистары, беҙгә 1996 йылдарҙа килеп, күңелдәрҙе күтәреп, һоҡландырып киткәйне. Шунан бирле күргәнебеҙ юҡ.
Юнирҙең ғаилә хәленә килгәндә, ҡатыны Фәүнә менән ике бала үҫтерәләр. Лилиә 6-сы класта уҡый, Ғәзинурға әле — 5йәш. Кем белә, бәлки, улар ҙа берәй саҡ атайҙары кеүек сәнғәт кешеһе булып китер. Быныһы киләсәктә, ә хәҙергә Юнир Ғәйнуллинға яңы ижади уңыштар теләге килә.