Мөхәббәтле бүләк27.03.2013
Мөхәббәтле бүләкОшо байрам уңайынан 29 мартта — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында сәхнә оҫтаһы Нурия Ирсаеваның юбилей бенефисы була. Кисәнең тәүге өлөшөндә Туфан Миңнуллиндың "Хушығыҙ!" драмаһы буйынса бер актлы "Мөхәббәт ... йәнә мөхәббәт!" исемле лирик-романтик рухтағы спектакль сәхнәләштереләсәк.

Нурия Ирсаева, сәхнәнән инде нисәмә быуын тамашасыһына яҡты хистәр, бәхетле минуттар бүләк итеп йәшәй. Таланты, гүзәллеге менән исемен милли әҙәбиәттең һәм сәхнәнең иң күркәм ҡатын-ҡыҙ образдары кимәленә күтәрҙе ул. Мәҫәлән, Ғәлиәбаныу (М. Фәйзи, "Ғәлиәбаныу"), Айһылыу (И. Абдуллин, "Айһылыуҙың айлы кистәре"), Ғәлиә (Ғ. Ҡотой "Тапшырылмаған хаттар"), Ғәлиә (Т. Таһиров, Р. Исрафилов, "Ғәлиә") һәм башҡалар — аҡыллы, аҫыл, затлы ҡатын-ҡыҙ геройҙары.
Нурия Ирсаеваның сәхнә образы тәү нәүбәттә театр сәнғәтенең иң әҫәрләндергес, мауыҡтырғыс, ылыҡтырғыс йәшлек темаһын үҙ эсенә ала. "Мин шуға бик ризамын: башҡорт театры сәхнәһендә Нурия Ирсаева менән беҙҙең рухтарыбыҙ бер нисә тапҡыр осрашты һәм уй-фекерҙәребеҙ ҡауышты. Фәрештә һынлы тәбиғәт балаһы Айгөлмө ул, Йәйәүле Мәхмүтте ташлап, яҙмышын үҙгәрткән, ләкин бәхет таба алмаған Мәҙинәме, сая холоҡло, алсаҡ күңелле Уңғанбикәме, хыялдар донъяһында янып йәшәүсе Әсғәтме ул — шуларҙы бар итеүҙә, аңлауҙа һәм аңлатыуҙа актриса менән бер-беребеҙгә тап килдек, рухташ һәм фекерҙәш булдыҡ", — тигәйне Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим.
Сәхнәләге партнерҙарынан да уңды Нурия Исхаҡ ҡыҙы. Мәҫәлән, Нурия Ирсаева менән Фидан Ғафаровтың сәхнә дуэты, берлектәге йырлы-моңло, мөхәббәтле, һоҡланғыс ижады — үҙе бер театраль легенда. Хәйер, был хаҡта барыһы ла актрисаның юбилей бенефисында. Мәшһүр сәхнә оҫтаһының ижадына арналған кисә — Халыҡ-ара театр көнө уңайынан коллективтың тамашасыға бүләге булараҡ та уйланылған.


Вернуться назад