Үрҙәр аша алға артылғанда...26.03.2013
Үрҙәр аша алға артылғанда...Тыуған яҡта

Ыласынташым, ғорур Мәхмүт тауым
Ҡаршы сыға ҡайтһам йыраҡтан,
Улар мине шулай яҡын күреп,
Сәләмләйҙәр ҡайнар йөрәктән!

Зәңгәр тауҙар зәңгәр күккә ашҡан,
Саф шишмәләр аға сылтырап,
Зәңгәр билбау булып еркәйемдә
Әй йылғаһы ята ялтырап!

Йәшел күлдәк кейгән урмандарым,
Аҡ ҡайындар яулыҡ ябынған,
Ҡошҡайҙарым һуҙа дәртле йырҙар,
Әллә инде мине һағынған?!

Үләндәрҙең тәмен татып-татып,
Ҡаҙҙар йөрөй йәшел сиҙәмдә,
Бәпкәләре һары ялҡын һымаҡ, —
Малай сағым, гүйә, эргәмдә!

Йылдар үткән — ҡыңғырауҙар сыңы
Ишетелә йыраҡ болондан,
Күңелемдең бар ҡылдарын сиртеп,
Сабып үтте йәп-йәш ҡолондар!

Күҙҙең яуын алған шау сәскәләр
Ҡосаҡларға әллә йүгерә?
Һаумыһығыҙ, наҙлы яҡташтарым,
Ҡояшлы көн теләйем һәр гөлгә!

Яна миндә һағ(ы)ныу, һөйөү хисе,
Яҡташтарым өсөн ғорурлыҡ,
Тыуған ерҙә, тыуған яҡта ғына
Шундай сафлыҡ, киңлек, хозурлыҡ!

Онотола бөтә арығандарым,
Тупрағымдың тойғас йылыһын,
Йәшәүҙәрҙең йәме, ғәме арта,
Шатлыҡтарҙың татыйым олоһон!

Мин ҡалала йәшәһәм дә бөгөн,
Йәнем тыуған ерҙә ҡалғандыр,
Тыуған ерҙән тамырым өҙөлмәгән,
Шуға инде бигерәк һағынамдыр!

...Тыуған ерең, яҡташтарың булыу
Һәр кем өсөн бәхет — ныҡ терәк,
Айырылғас та тойҙом, аңланым мин,
Һиндәй гүзәл, ғәзиз ер һирәк!

Күпме ҡошсоҡтарға ҡанат ҡуйҙың...

(Яҡташым, класташым, Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы Лиза Ҡыям ҡыҙы Әғәҙуллинаға бағышлана)

Ҡырҡ биш йыл уҡытыусы булдың,
Йөрәктәргә күпме нур һалдың,
Үткән юлың һоҡланырлыҡ һинең,
Һәр эшеңдә уттай гел яндың!

Тормош менән химияны бәйләп,
Аҙмы серҙе бирҙең аңлатып,
Ауыр һаналған был дәресте лә,
Үҙләштерҙе күптәр яратып!

Йоҡоһоҙ ҙа үтте байтаҡ төндәр,
Бала яҙмыштарын ҡайғыртып,
Бәйгеләрҙә алған еңеүҙәр бит,
Күңелдәрҙе китте балҡытып.

"Гөлдәр" үҫтереүгә бағышланды,
Ғүмереңдең ҙур бер өлөшө.
"Халыҡ уҡытыусыһы" булдың бит һин —
Шулдыр хеҙмәтеңдең емеше!

Күпме ҡошсоҡтарға ҡанат ҡуйҙың,
Фатихаңды биреп оҙаттың,
Был тормошта бөркөт булығыҙ, тип
Дәртләндерҙең, өмөт уяттың!

...Үрҙәр аша алға артылғанда,
Яңы юлдар, дуҫтар табылһын,
Эшең менән данла шулай илде,
Һүнмәҫ йондоҙҙарың ҡабынһын!

Уралтауҙа уйланыуҙар...

Европа, Азия ҡауышҡан
Урал тау итәгендә,
Миңә лә тура килде бит
Шул яҡта "сикләнергә".

Уралдың йәне, йөрәге,
Златоуст һәм Силәбе,
Бында күпме тимер, баҡыр,
"Бешә ҡурай еләге".

Күпме сер, тылсым һаҡлана,
Мөғжизәле был илдә,
Оса торған тәрилкәләр,
Төшәләр, имеш... ергә!

Осо-ҡырыйы бармы икән,
Шул имеш-мимештәрҙең?!
Күреүселәр булған, тиҙәр,
Был серле күр(е)нештәрҙе!

Беренсе булып донъяла,
Бында булат алынған,
Тау-таштарҙы ватып-ярып,
Себер юлы һалынған.

Ана, таңды һиҫкәндереп,
Гудоктар моңон һуҙа,
Гүйә, шул саҡ күҙ алдынан
Дәһшәтле йылдар уҙа...

Иң етеҙ, ныҡлы танкылар
Эшләгәндәр был ерҙә.
Үткән инде ул замандар,
Һис ҡайтмаһын кирегә!

"Маяҡ"тың зәһәр уттары,
Шул яҡтарға таралған,
Был фажиғә, ғәрәсәттән
Бар тәбиғәт ҡарайған!

Арғаяш, Ҡоншаҡ һыуҙары
Бер моңая, бер тына,
Әллә ниҙәр уйлаталар,
Кемдәрҙе һуң юҡһына?!

Тауҙар ғорур булһалар ҙа,
Улар ҙа бит һағышлы,
Йөрәктәрен әрнетәме
Ҡырыҫлығы яҙмыштың?!

Ил тарихы, үткәндәр ул
"Таш ҡапсыҡ"та бикләнгән,
Әле һаман байтаҡ серҙәр
Асыҡланып бөтмәгән!

"Таш билбау"ға серен урап
Торалар тауҙар баҫып,
Елдәр генә иҫһен ине
Яҡшы хәбәрҙәр ташып!


Вернуться назад