Дуҫлыҡ күпере һынмаһын20.03.2013
Ошо көндәрҙә Мәскәүҙәге Дәүләт Кремль һарайында “Дуҫлыҡ күпере: Мәскәү — Өфө — Ҡазан” тип аталған үҙенсәлекле концерт уҙғарылды. Бай йөкмәткеле тамашала Башҡортостандың һәм Татарстандың күренекле сәхнә оҫталары ҡатнашты.
Берҙәмлеккә тау ҙа ҡыҙыҡҡан, тиҙәр халыҡта. Ике туғандаш халыҡтың Рәсәйҙең төп сәхнәһен дер һелкетеүе — үҙе оло шатлыҡ. Береһенән-береһе моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр мәскәүҙәрҙең күңелен елкендермәй ҡалмағандыр.
Сағыу тамашала Башҡортостандан Айҙар Ғәлимов, Римма Амангилдина, Марат Шәрипов, Ришат Төхвәтуллин сығыш яһаны.
— Сара юғары кимәлдә үтте, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Башҡортостандың халыҡ артисы Римма Амангилдина. — Унда ҡатнашыусылар араһында дуҫлыҡ хисе шул тиклем бөркөлөп торҙо. Уның уңышлы ойошторолоуы өсөн Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, режиссер Хәлисә Исмәғилеваға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерге килә.
Әйткәндәй, дуҫлыҡ байрамына әүерелгән концертта билдәле кино актеры Марат Бәшәров, тәүге тапҡыр татар телендә йырлап, күптәрҙе ҡыуандырҙы.