Ысынбарлыҡ хаҡындағы мәғлүмәттәр, белем, тәжрибә телдә туплана, тел ярҙамында быуындан быуынға тапшырыла. Телдә халыҡтың рухи, мәҙәни байлығы — яҙма ҡомартҡылары, ауыҙ-тел ижады, ғилми ҡаҙаныштары, әҙәбиәте, сәнғәте — һаҡлана.
Халыҡтың күп йыллыҡ рухи донъяһының тулы һәм ышаныслы йылъяҙмаһы булараҡ, тел — кешелектең иң ҙур уҡытыусыһы. Тап туған тел аша бала үҙен уратып алған мөхит, йәмғиәт, уның тарихы, бөгөнгө торошо менән яҡындан таныша.
Туған тел уҡытыусылары алдында ошо рухи байлыҡты түкмәй-сәсмәй уҡыусыларына еткереү бурысы тора. Туған телдең бөтә нескәлектәрен тәү сиратта үҙе яҡшы үҙләштергән уҡытыусы ғына киләһе быуынға тейешле белем һәм тәрбиә бирә ала. Юғары уҡыу йорттарының филология факультетында белем алыусы студенттар, йәғни буласаҡ тел уҡытыусылары өсөн махсус дәреслектәр, уҡыу ҡулланмалары сығарыу ихтыяжы тап ошоға бәйле лә инде.
Билдәле булыуынса, 1986 йылда донъя күргән “Хәҙерге башҡорт теле” (яуаплы мөхәррирҙәре — З.Ғ. Ураҡсин, К. Ғ. Ишбаев) дәреслеге ошоғаса юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн башҡорт тел ғилеменең бөтә төп бүлектәрен үҙ эсендә туплаған берҙән-бер тип әйтерлек уҡыу әсбабы һаналды. Әлбиттә, тел ғилеме туҡтауһыҙ үҫештә, уға яңы асыштар, фәнни ҡаҙаныштар хас. Сирек быуат элек нәшер ителгән дәреслек урынына заман талаптарына яуап биргән яңыһын төҙөү юғары белем биреү тармағында көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе ине.
Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә күптән түгел баҫылып сыҡҡан “Башҡорт теле” дәреслеге (яуаплы мөхәррире – проф. К.Ғ. Ишбаев) дөйөм тел ғилеме, төркиәт һәм башҡорт тел белеме өлкәләрендәге өр-яңы ҡаҙаныштарҙы иҫәпкә алып төҙөлгән дә инде. Авторҙар коллективын, юғары уҡыу йорттарында уҡытыу тәжрибәһе менән бер рәттән, тел ғилемендә үҙ һуҡмағы ла булған ғалимдар тәшкил итә: филология фәндәре докторҙары, профессорҙар К. Ғ. Ишбаев, Э.Ф. Ишбирҙин, Г.Р. Абдуллина, филология фәндәре кандидаттары, доценттар Ғ.Ғ. Ҡаһарманов, Л.Л. Сәмиғуллина, З.К. Ишкилдина, Г.Д. Вәлиева, М.И. Ҡарабаев, филология фәндәре кандидаты Ф.Й. Хәбибуллина. Дәреслек өҫтөндә эш 2005 йылда уҡ башланғайны, авторҙар исемлегендә күрһәтелгән – хәҙер инде мәрхүмдәр – филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы З.Ғ. Ураҡсин, филология фәндәре докторы, профессор Д.С. Тикеев та дөйөм хеҙмәткә үҙ өлөшөн индергән.
Башҡортостандың Мәғариф министрлығы тәҡдим иткән әсбап төҙөлөшө буйынса 1986 йылда донъя күргән дәреслеккә ауаздаш, әммә ғилми нигеҙгә ҡоролған яңы мәғлүмәттәргә байлығы менән дә иғтибарҙы йәлеп итә.
Дәреслек юғары уҡыу йорттарының филология факультеттары өсөн төҙөлгән уҡыу программаларына яраҡлаштырылған, “Башҡорт теле” курсының бөтә төп бүлектәрен үҙ эсенә ала.
Инеш өлөштә тел, башҡорт теле, уның башҡа төрки телдәр араһында тотҡан урыны, башҡорт әҙәби теле хаҡында аңлатма бирелә, уны өйрәнеүҙең әһәмиәте билдәләнә.
Лексикология бүлегендә һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәләре, күп мәғәнәлелек, омонимдар, паронимдар, синонимдар, антонимдар, ономасиология, этимология тураһында мәғлүмәт еткерелә, хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы килеп сығышы яғынан, актив һәм пассив ҡатламдарға бүленеше йәһәтенән ҡарала. Фразеология, лексикография дәреслектә айырым бүлектәр булараҡ урын алған.
Фонетика һәм фонология, орфоэпия, графика, орфография, морфемика, һүҙъяһалыш бүлектәре тулы, ентекле яҡтыртылыуы менән айырылып тора. Дәреслектә шулай уҡ сағыштырмаса йәш фән өлкәһе – морфонология буйынса бүлек урынлаштырылған. Һүҙ төркөмдәренең яһалышы бүлегенең әлегәсә дәреслектәрҙә бирелгәне юҡ ине, студенттар өсөн ул әһәмиәтле булмаҡсы.
Морфология бүлегендә “грамматик категория”, “грамматик мәғәнә”, “грамматик форма” төшөнсәләренә аңлатма бирелә. Башҡорт тел ғилемендә дөйөм ҡабул ителгән традицияға ярашлы, ун ике һүҙ төркөмө (исем, сифат, һан, алмаш, ҡылым, рәүеш, модаль һүҙҙәр, ымлыҡтар, оҡшатыу һүҙҙәре, бәйләүес, теркәүес, киҫәксә) иҫәпләнһә, дәреслектә ун өсөнсө һүҙ төркөмө итеп саҡырыу-ҡыуыу һүҙҙәре ҡарала /Иҫкәрмә: “Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең грамматикаһы” (М., 1981) фәнни баҫмаһында был тәҡдимде З.Ғ. Ураҡсин күтәреп сыға/. Авторҙар тарафынан исемдәрҙең килеш категорияһын мөмкин тиклем тулыраҡ яҡтыртыуға ынтылыш яһалған: фәнни грамматикаларҙа, юғары уҡыу йорттары һәм мәктәп дәреслектәрендә күрһәтелгән алты килеш формаһы урынына телдә әүҙем ҡулланылған ун килеш (төп, эйәлек, төбәү, төшөм, сығанаҡ, урын-ваҡыт, барлыҡ, юҡлыҡ, оҡшатыу-сағыштырыу, сик) ҡаралған. Был классификация, беҙҙеңсә, бәхәс тыуҙырырға тейеш түгел.
Синтаксис бүлеге дәреслектә бик ентекле тасуирланған. “Синтагма”, “һүҙбәйләнеш” төшөнсәләре, ябай һөйләмдәрҙең структур-мәғәнәүи, функциональ-коммуникатив һәм эмоциональ төрҙәре ғилми яҡтан аныҡ билдәләнгән. Теҙмә һәм эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр, ҡатмарлы синтаксик конструкциялар, сит телмәр төрҙәре, текст, пунктуация хаҡында мәғлүмәт тел ғилеменең һуңғы ҡаҙаныштарына таянып бирелгән.
Һәр бүлек аҙағында тәҡдим ителгән әҙәбиәт исемлеге бар. Дәреслек авторҙары иллюстратив материал рәүешендә әҙәби әҫәрҙәрҙән, халыҡ ижады өлгөләренән йыйылған бай йөкмәткеле материал ҡулланған.
Йомғаҡлап әйткәндә, ғилми яҡтан нигеҙле төҙөлгән “Башҡорт теле” дәреслегенең юғары уҡыу йорттары студенттары ғына түгел, аспиранттар, докторанттар, ғөмүмән, тел ғилеме мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн дә алмаштырғыһыҙ уҡыу әсбабына әүереләсәгенә шик юҡ.