Башҡорт әҙибәләренә арналды19.03.2013
Рәсәйҙә 8 Март байрамының үткәрелә башлауына йөҙ йыл тулыу айҡанлы Мәжит Ғафури музейында “Билдәле башҡорт әҙибәләре” тип исемләнгән күргәҙмә асылды.

Ошо матур датаға ҡарата Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәрҙәре тарих, әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн бүләк әҙерләгән. Башҡорт шиғриәтенә, прозаһына үҙ өлөшөн индергән гүзәл заттарҙың фото-портреттары, йыйынтыҡтарынан тыш, уларҙың ижадына арналған стендтар ҙа урын алған күргәҙмәлә. Бында килеүселәр төрлө йәштә. Әммә мәктәп уҡыусыларының да, оло быуын вәкилдәренең дә ҡыҙыҡһыныуы көслө, улар һорауҙар бирә, фекер алыша. “Зәйнәб Биишева, Һәҙиә Дәүләтшина кеүек классиктарҙың шәхси әйберҙәрен бигерәк оҡшаттылар. Улар тотонған һәр нәмәне килеүселәр иғтибарлап ҡарай”, — ти М.Ғафури музейы етәксеһе Светлана Низаметдинова.
Ысынлап та, күргәҙмәнең һәр өлөшө ниндәйҙер яңылыҡ аса, ҡыҙыҡһындыра. Башҡорт әҙәбиәтенә битараф булмағандар килә бында. Был сара улар өсөн ысын мәғәнәһендә күркәм яҙ бүләге булды. “Әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы көтөп ҡалабыҙ”, — ти ойоштороусылар. Әйткәндәй, “Билдәле башҡорт әҙибәләре” күргәҙмәһе М.Ғафури музейында 30 мартҡа тиклем эшләйәсәк.


Вернуться назад