Ғүмере ҡыҫҡа булды әҙиптең19.03.2013
Ғүмере ҡыҫҡа булды әҙиптеңҒүмер буйы тип әйтерлек бергә йәшәгән (30 йылдан ашыу), күп осраҡта бер табаҡтан ашап-эсеп, ижад михнәтен аралашып кисергән шәхес хаҡында яҙыуы еңел түгел. Бер яҡтан ҡарағанда, барыһы ла билдәле, бөтәһе лә күҙ алдында башҡарылған кеүек, икенсе яҡтан, кеше яҙмышы, бигерәк тә яҙыусы тормошо үтә лә ҡатмарлы.

Фәрит Иҫәнғоловтың ғаиләһе менән беҙ ХХ быуаттың 50-се йылдары башында уҡ танышып, аралашып йәшәнек. Барлыҡ байрамдар уртаҡ булды, теге йәки был ғаиләләге килеп тыуған ауырлыҡтар бергә еңелде, шатлыҡ-ҡыуаныс килһә, уртаҡлашып, уны тағы ла арттырып бүлешә торғайныҡ. Ул замандарҙа фатир алыу тигән нәмә башҡа ла инмәй торғайны. Шуға күрә улар ҙа, беҙ ҙә кеше фатирында йәшәй инек.
1952 йылда Фәриттең балалар өсөн яҙылған хикәйәләре гәзит-журнал биттәрендә йыш күренә башланы. Өмөтлө йәш яҙыусы тип, уға шул йылдарҙа бәләкәй генә бүлмә биргәйнеләр. 1952 йылдың көҙөндә беҙ йәшәгән йортта янғын сығып, ғаиләбеҙ урамда тороп ҡалды. Өҫтәүенә мин өйҙә юҡ инем. Башҡортостандың иң төпкөл районында командировкала йөрөгән мәл. Ошо ҡәһәрле хәбәрҙе ишетеү менән Фәрит килеп, ғаиләмде үҙенең әлеге кескәй бүлмәһенә алып ҡайтҡан. Улар өсәү... беҙ өсәү — шул уймаҡтай урынға нисек һыйғанбыҙ ҙа нисек йәшәгәнбеҙ, әле шуға ғәжәпләнәм, күҙ алдына килтереүе лә аяныс. Ул ғына ла түгел, ошо бүлмәгә ҡунаҡ та саҡырабыҙ. Был — Фәрит Иҫәнғоловтың һәм уның йәмәғәте Зөбәржәттең ни тиклем киң күңелле, оло йөрәкле, изгелекле зат булыуҙарына һәйбәт миҫал. Ҡыҫыҡ өйҙә өс-дүрт ай бергә йәшәгәндән һуң, беҙгә лә бер бүлмәле фатир алыу насип булды.
Ижад михнәтен бергә кисерештек, тип әйтә биреп ҡуйғайным башта. Ул шунан ғибәрәт. Фәрит Иҫәнғоловтың тәүге хикәйәләренән башлап, һуңғы йылдарҙа баҫылған әҫәрҙәренә тиклем мин әүҙем тыңлаусы, тәнҡитсе булдым. Яҙған яңы әҫәрен ул миңә уҡый торғайны, мин үҙ фекеремде әйтәм, ҡайһы бер урындарын үҙгәртеп тә ебәрә инек.
Фәрит һәйбәт әңгәмәсе лә ине — кешене ҙур иғтибар менән тыңлай, нисектер уның менән һөйләшеү рәхәт була торғайны. Әңгәмәләшеү темаһы үҙенән-үҙе килеп сығып тора. Ул башта теге йәки был туралағы хәлгә ойотҡоно үҙе һалып ебәрә, ә һин китәһең инде сиселеп. Мин, яңы ғына фронттан ҡайтҡан кеше, һуғышта булған хәл-ваҡиғаларҙы һөйләйем, ул бындағы (тылдағы) хәлдәрҙе хәтергә төшөрә. Йәшлек хәтирәләре, тәүге мөхәббәт... Ә әҙип кешегә барыһы ла ҡыҙыҡлы. Минең ауыҙҙан сыҡҡан күп кенә ваҡиғалар Фәрит Иҫәнғоловтың хикәйә, повестарына инеп китте, әҫәрҙәрендәге образдарҙы байытырға ярҙам итте.
Шуныһы ла ирмәк кеүек: тыңлап ултыра торғас, Фәрит ҡапыл ғына туҡтата ла, бына ошо ерен тағы ла ҡабатла әле, ти торғайны. Мин баштараҡ бының хикмәтен аңламағанмын икән, һуңынан ғына төшөндөм. Ул хәл-ваҡиғаны ғына түгел, бәлки, уны ниндәй һүҙҙәр менән һөйләүеңә лә иғтибар туплап, иҫендә ҡалдырырға тырышҡан икән.
Һүҙ, тел мәсьәләһенә килгәндә инде, Фәрит уларға үтә лә һаҡ, оло ихтирам менән ҡарай торған әҙип ине. "Туған телеңде, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, әкиәт-әйтемдәрҙе, йыр һәм көйҙәрҙе белеү — оло хазина ул, — тиер ине. — Әгәр икенсе милләттең телен, мәҙәниәтен үҙләштерә алһаң, был баһалап бөткөһөҙ байлыҡ”.
Бер мәл Фәрит шундай ваҡиғаны һөйләгәйне:
— 1956 йыл булһа кәрәк, ул саҡта Башҡортостан китап нәшриәтендә эшләп йөрөй инем. Яҙыусылар союзы идараһына саҡырҙылар. Минең "Тәүге һынау", "Баҫҡыс", "Хәмит күпере" тигән китаптарым донъя күргәйне инде. Сыуаш яҙыусыларының съезы була икән, шунда делегация ебәрергә кәрәк. Йәй көнө. Кеше табып булмай, әллә барып ҡайтаһыңмы Шупашкарға?" — тиҙәр. "Минме, бер үҙем генәме ни?" — тим, бер аҙ аптырап. "Шулай була инде", — тип йылмаялар.
Иртәгәһенә киттем Сыуашстанға. Самолет менән барып төштөм. Ҡаршы алған кеше лә юҡ. Ғөмүмән, ҡаршы алыусылар бар аэропортта, тик улар Мәскәү яғынан, Украина, Балтик буйы республикаларынан килгән ҡунаҡтарға иғтибар бүлә.
Ҡунаҡханала ла миңә әллә ни иғтибар итеүсе булманы. Ҙур, бер нисә кешелек бүлмәгә урынлаштырҙылар. Икенсе көнө съезд асылды. Президиум һайланылар. Ул замандағы Советтар Союзының барлыҡ республикаларының да вәкилдәре бар. Бер Башҡортостандан ғына юҡ. Доклад тыңланыҡ, уны урыҫса һөйләнеләр. Докладтан һуң һүҙ алыусылар ҙа урыҫса һыпырталар. Мин дә һүҙ һорап, записка ебәрҙем.
Бер нисә кеше сығыш яһағандан һуң, сират миңә лә етте. Трибунаға сыҡтым да шулай тип хәбәр һалдым: "Иптәштәр! Мин Сыуашстан яҙыусылары үҙ телендә һөйләр тип көткәйнем. Нишләптер сыуашса бер һүҙ ҙә ишетмәнем. Ғәфү итегеҙ, башҡорт булһам да, сығышымды съезд хужалары телендә һөйләмәк булдым", — тинем сыуашса.
Зал геү килеп ҡул сабырға тотондо. Эш шунда: мин тыуып үҫкән Ауырғазы районының Үтәймулла ауылында һуғыш йылдарында ете йыллыҡ ҡына мәктәп бар ине. VIII–Х кластарҙы күрше сыуаш ауылы Терәпәлә сыуаш телендә уҡып, тамамлай торғайныҡ.
Телде белгәс ни, саф сыуашса шартлатып һөйләнем дә бирҙем. Мине залға кире төшөрмәйенсә, шунда уҡ президиумға ултыртып ҡуйҙылар. Ә тәнәфес ваҡытында ни булғанын күрһәгеҙ икән: яныма киләләр ҙә әле тегеһе, әле быныһы үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡыра, барып ҡына өлгөр... Ҡунаҡханаға ҡайтыуыма мине уңайлыраҡ бүлмәгә күсереп тә ҡуйғандар. Ҡунаҡтарҙы оҙатҡанда иң оло иғтибар миңә “эләкте”, хатта Мәскәү, Украина ҡунаҡтарын да оноттолар... Бына нимә эшләтә ул туған телде белеү, тип ҙур ғорурлыҡ менән тамамлар ине Фәрит Иҫәнғолов үҙенең ошо ҡыҙыҡлы хикәйәтен.
60-сы йылдарҙа Фәрит ололар өсөн дә яҙа башланы. 1960 йылда уның "Алтынбикә", 1964 йылда "Аҡҡошом минең" тигән повестары донъя күрҙе. Алтынбикә образының тормоштағы ысын образы — минең оло ағайымдың ҡатыны Мәрфуға еңгә. Октябрьскийҙан беҙгә ҡунаҡҡа килгәйне, Фәриттәрҙе лә саҡырҙыҡ. Һүҙҙән-һүҙ сығып, Мәрфуға еңгә һуғыш ваҡытында тракторҙа эшләгән йылдары тураһында һөйләп китте.
Фәрит, һорауҙар биреп, уны мөмкин тиклем оҙағыраҡ, төплөрәк һөйләтергә тырышты. Аҙаҡ килеп: "Бына бит — еңгәң бер повеслыҡ материал ҡалдырҙы", — тигәйне.
Фәриттең фантазияһы ифрат бай була торғайны. Мин, бер нисә тапҡыр уның теге йәки был ваҡиғаны тыңлап бөткәндән һуң, шунда уҡ хикәйә рәүешен биреп, бер тынала һөйләгәнен ишетеп, хайран ҡалғаным булды.
70-се йылдарҙа Фәрит ҙур күләмле әҫәрҙәр яҙа башланы. Мин һаман да уның кәңәшсеһе, фекерҙәше булып ҡалдым. "Арыш башағы" романы баҫылып сыҡҡас, тәнҡитсе Ә. Хәбиров менән берлектә "Ленинец" гәзитендә ҙур мәҡәлә яҙып сыҡтым. Быға ул, бик риза булып, рәхмәтен белдергәйне.
Фәрит өсөн (уның өсөн генәме икән!) иң ҡыйыны Башҡортостанда граждандар һуғышының хәҡиҡәтен асыу ине. 70-се йылдарҙа ул ошо темаға тотонғайны. "Күңелем менән һиҙенәм, беҙҙең тарафтарҙа граждандар һуғышы улай булмаған. Ләкин мин ысын хәҡиҡәтте яҙа алмайым, ялғанлыҡҡа барырға тура килә. Ә был инде бер нисек тә матур әҙәбиәт була алмай", — тип һөйләне ул. Уның ошо һүҙҙәренән һуң мин: "Зәки Вәлиди образы һинең әҫәреңдә үтә лә тиҫкәре итеп бирелгән", — тинем (Һүҙ "Ир-егеткәй менән ат башы..." романы хаҡында бара). Шундай тиҫкәре холоҡло шәхес ошо тиклем халыҡты (барлыҡ милләтте) үҙе артынан алып китә алыр инеме икән? Ул замандарҙа Ә. Вәлиди "халыҡ дошманы" тип йөрөтөлә ине шул. Уның аҡланасағына өмөт тә юҡ ине. Шулай булһа ла Фәрит: "Мин әҫәрҙәрем өҫтөндә тағы ла эшләйәсәкмен әле, икенсе баҫмаһында мин ул образдарҙы үҙгәртәсәкмен", — тигәйне.
Үкенескә ҡаршы, әҙип Фәрит Иҫәнғолов яҡты донъянан бик иртә китеп барҙы. Заманалар үҙгәрҙе. Илебеҙ, милләтебеҙ, мәҙәниәтебеҙ тип барлыҡ көсөн, ихтыярын егеп көрәшкән ир-атҡа ҡараш та ныҡ үҙгәрҙе. Әгәр ғүмере булып беҙҙең көндәргә тиклем йәшәгән булһа, һис шикһеҙ, Фәрит был образдарға әйләнеп ҡайтыр ине. Шуныһы ҡыуаныслы: нәҡ ошо темалар икенсе әҙиптәр тарафынан һәйбәт яҡтан асылып, халҡыбыҙға ыңғай геройҙар рәүешендә әйләнеп ҡайтты.
Яҙыусы Фәрит Иҫәнғоловтың бына тигән әҫәрҙәрен уҡыусылар яратып уҡый, тимәк, уның ижады бөгөн дә беҙҙе ҡыуандырып, милләтебеҙ үҫешенә үҙ өлөшөн индерә. Халҡыбыҙ йәшәй икән — Фәрит Иҫәнғоловтың исеме лә мәңге йәшәйәсәк.


Вернуться назад