Таныш булығыҙ: “Сураман”16.03.2013
Таныш булығыҙ: “Сураман”Милли музыка ҡоралыбыҙ – ҡурайҙың мөмкинлектәре киң. Яңы ғына барлыҡҡа килгән “Сураман” этник төркөмө был хәҡиҡәтте йәнә раҫланы.

Төптән уйлап ҡараһаң, милли музыка, фанк, джаз — өсөһө лә үҙенсәлекле йүнәлештәр. Уларҙы берләштереү мөмкин дә түгел һымаҡ. Ә бына “Сураман” төркөмө быға өлгәшкән.
Үҙенсәлекле төркөм билдәле ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Биксуриндың тырышлығы менән барлыҡҡа килгән. “Сураман” тип юҡҡа ғына ҡушмағандар. Шундай исемле башҡорт батырының даны борон тирә-яҡҡа таралған булған. “Сура” һүҙе лә төрки халыҡтарҙа батыр тигән мәғәнәгә эйә.
Шуғалыр ҙа “Сураман” үҙ эшен яҡшы белгән, дәртле ир-егеттәрҙән генә тора: Азат Биксурин, Артур Байрамғәлин, Андрей Филиппов, Шәфҡәт Овезов, Александр Карташов һәм Владимир Юдин.
Иртәгә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында был этник төркөм үҙенең тәүге концертын ҡуя. Тамаша киске сәғәт 6-ла башлана. Ҡабатланмаҫ моң донъяһына рәхим итегеҙ, дуҫтар!


Вернуться назад