Ансамблдә лә яңы етәксе16.03.2013
Ансамблдә лә яңы етәксеДанлыҡлы Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең етәксеһе алышынды. Республикабыҙҙың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың бойороғона ярашлы, уның художество етәксеһе вазифаһын Башҡортостандың халыҡ артисы Филүс Ҡаҙаҡбаев башҡарасаҡ.

Тәғәйенләнеүсенең исеме бейеү сәнғәтен үҙ итеүселәргә яҡшы таныш. Ул 1971 йылда Ейәнсура районында тыуған. Р. Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжын, Силәбе дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһын тамамлаған.
Филүс Хәсән улының бейеү сәнғәтенә тоғролоғо уның хеҙмәт юлында яҡшы сағыла: ижади ғүмеренең 20 йылын Ф. Ғәскәров исемендәге ансамблгә бағышланы, 2011 йылдан алып Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының художество-ҡуйылыш бүлеге мөдире булып эшләне.


Вернуться назад