Патриот шағир15.03.2013
Бер мәл Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Динис Бүләковтың бүлмәһендә Раил Байбулатов менән өсәүләп көндәлек эштәр хаҡында һөйләшеп ултырһаҡ, шәп-шәп атлап Буранбай Исҡужин килеп инде. Һаулыҡ та һорашып торманы ул, өҫтәлгә “шап” иттереп бер бит ҡағыҙ һалып, нисек килеп ингән булһа, шулай ашығып сығып та китте. Беҙ ауыҙыбыҙҙы асырға ла өлгөрмәй ултырып ҡалдыҡ. Һәр хәлдә “Бындай ҡылыҡты Буранбайҙан көтөргә була”, тип уйланыҡ шикелле.
Идара рәйесе өҫтәлдәге Буранбай ҡалдырған ҡағыҙҙы ҡулына алды ла унда яҙылғанды рәсми тонда уҡып ишеттерҙе:
“Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Д.М. Бүләковҡа Союз ағзаһы Буранбай Исҡужиндан
ғариза.
Тыуған илебеҙҙе яратыуым тураһында 139 штук шиғырым бар. Мине патриот шағир тип иҫәпләүегеҙҙе һорайым.”

Картуф әрсеүсе

1987 йыл армиянан ҡайтҡас та “Ағиҙел” журналында эшләп алдым. Унда беҙҙе, Рәмил Ҡол-Дәүләт менән икебеҙҙе, журналдың ул саҡтағы баш мөхәррире урынбаҫары Рәшит Солтангәрәев эшкә алды. Бер мәл Рәмил менән икебеҙ ултырған бүлмәгә ҡәләмдәш дуҫтар йыйылдыҡ. Улар: Рәйес Түләк, Ғәбиҙулла Зарипов, Марсель Искәндәр, Рәмил, мин һәм ул саҡта Белорет районының “Урал” гәзитендә эшләүсе Дамир Шәрәфетдинов. Шулай гөрләшеп ултырһаҡ, бүлмәбеҙгә Рәшит ағай килеп инде лә: “Иртәгә минең баҡсаға барабыҙ, ҡоҙоҡ ҡаҙырға”, — тине, һәр беребеҙгә төртөп күрһәтеп. “Һин бараһың, һин бараһың”, — тип әйтеп сыҡты ла иғтибарынан ситтә ҡалған Дамирға өҫтәп әйтеп ҡуйҙы: “Һин дә бараһың, картуф әрсеп булһа ла ултырырһың...”
Иртәгәһен һөйләшкән ваҡытҡа Рәшит ағайҙың аэропорт юлындағы баҡсаһында йыйылдыҡ. Ағай беҙгә ҡоҙоҡто нисек ҡаҙырға күрһәтеп, күп итеп ашарға, мул итеп “әсе-сөсө” ҡалдырҙы ла, ниндәйҙер мөһим эше барлығын белдереп, Өфөгә юлланды. “Иртәгә мин килеүгә ыштубы ҡоҙоҡ әҙер булһын”, — тип мәтриләргә лә онотманы.
Беҙ эшкә тотондоҡ, әлбиттә, ҡоҙоҡ ҡаҙырға түгел инде. Бик эҫе йәйге көн ине, шуға күрә ҡоҙоҡ ҡаҙыуҙы киске һәм иртәнге һалҡынға ҡалдырҙыҡ. Нисек эшләмәк кәрәк инде 111 градус эҫелә. Тән температурабыҙ — 36, көндөң эҫелеге — 35, “әсе-сөсөнөң” ҡатылығы 40 градус, йәмғеһе — 111.
Рәшит ағайҙың баҡса өйөнән иртәгәһе көндөң төшкө мәленә тиклем сыҡманыҡ. Уның ҡарауы, Дамир ҡоҙоҡто бер үҙе ҡаҙып өлгөрттө, картуфын да әрсене.


Вернуться назад