Йылмайып-көлөп кенә15.03.2013
Кисә берәү “Ока”һын “Аҡ йорт” алдына ҡуйған. Бындай ҙа мәсхәрәне “Аҡ йорт”тоң күргәне юҡ ине әле...
Туйға әҙерләнеүҙең иң ҡатмарлы мәле — кейәү эҙләү.
— Ҡәҙерлем, нисек бешереүем үҙемә лә оҡшамай, һәр хәлдә мин мыжымайым...
— Ҡунаҡтар, һеҙ ашарға теләйһегеҙме?
— Эйе, теләйбеҙ!
— Ә ни өсөн ҡайтмайһығыҙ һуң?
Ике әхирәт һөйләшә:
— Әсмә, ирең нисек?
— Эсә, туҡмай...
— Аллаға шөкөр, сирләп ҡуймаһын...
Ҡатын-ҡыҙ ябыға икән, тимәк, ғашиҡ булған. Әгәр һимерә икән, тимәк, бәхетле.
Йоҡлап ятҡан ир янына Ғазраил килә:
— Мин һинең йәнеңде алырға килдем!
Ир ҡатынын уята:
— Йәнем, тор, һине алырға килгән!